Һенри Форд
Һе́нри Форд (ингл. Henry Ford; 30 июль 1863 йыл — 7 апрель 1947 йыл) — Америка сәнәғәтсеһе, донъяның күп төбәктәрендә автомобилдәр етештереүсе заводтар хужаһы, уйлап табыусы, АҠШ-тың 161 патенты авторы. Уның шиғары — «һәр кемгә автомобиль»; автомобилдәр эшләү эпохаһы башында Форд заводы иң арзан машиналар эшләгән. «Ford Motor Company» бөгөн дә бар.
Генри Форд | |
ингл. Henry Ford | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
Уйлап табыусы, сәнәғәтсе |
Атаһы | |
Әсәһе |
Мари Форд |
Тормош иптәше |
Клара Джейн Форд |
Балалары |
Эдсел Брайант Форд |
Наградалары һәм премиялары | |
Автограф | |
Төрлөһө |
|
Һенри Форд Викимилектә | |
Һенри Форд беренсе булып автомобиль етештереүҙе сәнәғәт конвейерына ҡуйып эшләй башлаусы булараҡ билдәле. Конвейер уға тиклем дә, мәҫәлән, XIX быуатта Чикагола мал һуйыу урындарында, ҡулланылған булған. Ул беренсе булып техник яҡтан ҡатмарлы, файҙаланыу осоронда туҡтауһыҙ техник хеҙмәтләндереүгә мохтаж булған продукцияны — автомобилде конвейерға ҡуя. Фордтың "Минең тормошом, минең ҡаҙаныштарым, " тигән китабы хеҙмәтте фәнни ойоштороу буйынса классик әҫәр булып тора. 1924 йылда был китабы СССР-ҙа нәшер ителә. Ул фордизм тигән ҡатмарлы политэкономик күренештең яҙма сығанағына әүерелә
Биографияһы
үҙгәртергәИрландиянан күсеп килеп, Детройттың ситендә йәшәгән ғаиләлә тыуған. 16 йәшендә өйөнән ҡасып китеп, Детройтта эшкә урынлашҡан. 1891—1899 йылдарҙа «Эдисондың Электрик компанияһында» (Edison Illuminating Company) инженер-механик, һуңғараҡ баш инженер булып эшләгән 1893 йылда эштән буш ваҡытында үҙенең тәүге автомобилен конструкциялаған. 1899—1902 йылдарҙа "Детройт автомобиль компанияһы"нда милектәш булған, әммә төп хужалар менән низағлашып, уларҙан айырылып сыға ла, 1903 йылда Форд Мотор Компани төҙөгән, ул башта Ford A маркалы автомобилдәр сығарған.
«Форд мотор компани»ға был өлкәлә монополия тоторға маташҡан синдикаттар аяҡ сала башлай. 1879 йылда Дж. Б. Селден төп принциптары ғына һүрәтләнгән, әле эшләнмәгән автомобилдең проектын патентлап ҡуя. Селден тәүге тапҡыр патент хоҡуҡтары боҙолоуҙа ғәйепләп судҡа биреп, отоуы була, автомобиль етештереүсе компанияларҙың байтағы тейешле лицензиялар алырға тотона һәм" законлы фабриканттар ассоциацияһы" төҙөй. «Форд мотор компани»ға ҡаршы Селден тарафынан бирелгән шикәйәтте ҡарау 1903—1911 йылдарҙа бара. «Законлы фабриканттар» Форд автомобилдәре алыусыларға ла суд менән янайҙар хатта. Әммә Форд бирешмәй, финанс яғы «законлы фабриканттарҙан» ҡайтыш булһа ла, һатып алыусыларына яҡлау һәм ярҙам тәьмин итәсәген белдерә. Форд процесты оттора, әммә эште ҡайтанан ҡарап, суд автомобиль сығарыусыларҙың береһенең дә Селдендың хоҡуҡтарын боҙмауын таный, сөнки улар бүтән двигатель була. Монополия берлеге шунда уҡ тарҡала, ә Һенри ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлаусы даны ала[1].
Иң ҙур уңышты фирмаға 1908 йылда «Ford T» моделен сығарыу килтерә. 1910 йылда Форд «Һайленд парк» заводын аса, ул иң һуңғы техник ҡаҙаныштарға нигеҙләнгән, яҡты һәм елләтелеп торған предприятие була. 1913 йылдың апрелендә йыйыу конвейерын файҙаланыу буйынса тәүге тәжрибә үткәрелә башлай. Беренсе йыйыу берәмеге генератор була. Генератор йыйыуҙа һыналған принцип бөтә двигателде йыйыуҙа ҡулланыла. Бер эшсе двигателде 9 сәғәт 54 минутта йыя. Йыйыу 84 эшсе эшләй торған 84 операцияға бүленгәс, йыйыу ваҡыты 40 минуттан артығыраҡҡа ҡыҫҡара. Автомобиль бер урында эшләнгән ваҡытта шасси йыйыуға 12 сәғәт 28 минут эш ваҡыты киткән. Хәрәкәт итеүсе платформа ҡуйыла һәм шассиның өлөштәре сылбырға эленгән ырғаҡтар йәки ҙур булмаған моторлы арбалар менән килтерелә. Шасси йыйыу ваҡыты ике тапҡырға кәмей.
Бер йылдан (1914 йылда) йыйыу линияһын бил бейеклегенә күтәрә. Бынан һуң ике конвейер ҡуйыла — береһе оҙон, икенсеһе ҡыҫҡа буйлылар өсөн. Эксперимент бөтөн процестарҙа ла ҡулланыла башлай.[2] ның Т моделен сығарыу тиҙлеге бер нисә айҙан 12 сәғәттән 2 сәғәткә һәм хатта әҙерәккә ҡала.
Ҡәтғи контроль булдырыу өсөн Форд мәғдән сығарыуҙан, ҡорос ҡайнатыуҙан алып автомобилде тулыһынса йыйғанға тиклем тулы циклды үҙ ҡулына ала. 1914 йылда АҠШ-та иң ҙур минималь эш хаҡы — көнөнә 5 доллар түләй, эшселәргә компанияның табышынан өлөш сығара башлай, эшселәр өсөн өлгөлө ҡасаба төҙөй, әммә 1941 йылға тиклем үҙенең заводтарында профсоюз төҙөргә рөхсәт бирмәй. 1914 йылда корпорация заводтары тәүлек әйләнәһенә, 8-әр сәғәтлек өс смена менән эшләй башлай, был тағы бер нисә мең кешене эш менән тәьмин иергә мөмкинлек бирә. 5 долларлыҡ «Юғары эш хаҡы» һәр кемгә бирелмәй: хеҙмәткәр эш хаҡын аҡыл менән, ғаиләһен ҡарарға тотонорға тейеш, әгәр аҡсаһын эсеп бөтһә, уны эштән ҡыуғандар. Был ҡағиҙәләр Бөйөк Деперссия осорона тиклем дауам итә[3].
Беренсе донъя һуғышы барғанда Форд бер төркөм пацифистар менән Европаға килә һәм мөмкин тиклем тиҙерәк һуғышты туҡтатырға өндәп йөрөй. Европа гәзиттәре уны бик ныҡ мыҫҡыллап яҙғандан һуң ул АҠШ-ҡа ҡайтып китә[4][5].
1917 йылдың яҙында Форд һуғышҡа мөнәсәбәтен үҙгәртә. Заводтары хәрби заказдар үтәй башлай. Автомобилдәрҙән тыш противогаз, каска, «Либерти» авиамоторҙары өсөн цилиндр, ә һуғыш аҙағында — еңел танкылар һәм хатта һыу аҫты кәмәләре сығаралар. Форд хәрби заказдарҙан килгән табышты дәүләткә ҡайтарырға вәғәҙә итә. Үтәгәнме-юҡмы, америка халҡы быны бик хуплай[6].
1925 йылда Форд үҙ авиакомпанияһын төҙөй, ул Ford Airways тип атала. 1925 йылда авиалайнерҙар сығарыуға тотона. Уның предприятиеһенең беренсе продукцияһы өс моторлы Ford 3-AT Air Pullman самолёты була. Иң уңышлы модель Ford Trimotor (Форд Тримотор) ҡушаматы Tin Goose (ингл. Ҡалай ҡаҙ) тотош металдан эшләнгән пассажир самолёты, 1927—1933 йылдарҙа Генри Форд компанияһы етештергән Ford Airplane Company.өс моторлы моноплан. Барлығы 199 дана эшләнелә. Ford Trimotor 1989 йылға тиклем файҙаланыла[7].
1928 йылда автомобиль сәнәғәтендәге ҡаҙаныштары һәм индустриаль лидерлығы өсөн Форд Бенджамин Франклин институтының Эллиотт Крессон медале менән бүләкләнә
1930 йылдарға тиклем компанияның етәксеһе була, профсоздар һәм компаньондар менән килешмәүсәнлек килеп сыҡҡас эшен улы Эдселға тапшыра, әммә улы үлгәс, 1943 йылда йәнә фирма менән идара итеүсе була. 1945 йылда Һенри Форд компанияһы менән идараны тулыһынса ейәне Һенри Форд II-гә ҡалдыра. 1947 йылдың 7 апрелендә 83 йәшендә вафат булып ҡала.
Антисемитизм һәм нацистарға теләктәшлек
үҙгәртергә1918 йылда Форд «Дирборн индепендент» (ингл. The Dearborn Independent) гәзитен һатып ала, 1920 йылдың 22 майына тиклем ул[8] антисемит мәҡәләләр һәм «Протоколы сионских мудрецов» тигән яҙманы баҫтыра. "Халыҡ-ара йәһүдлек " тигән был яҙмалар нацист пропагандаһында ҡулланыла[9]. 2009 йылдың көҙөндә Рәсәй Федерацияһында «Халыҡ-ара йәһүдлек» китабы Экстремистик материалдарҙың федераль исемлегенә индерелә.
1921 йылдың 16 ғинуарында 119 күренекле америкалы ,Фордты антисемитизмда ғәйепләп[10][11] асыҡ хат баҫтыра
1927 йылда Форд америка прессаһына үҙ хаталарын танып хат ебәрә.
Намыҫлы кеше булараҡ, йәһүдтәргә мөнәсәбәтле бар насар ҡылыҡтарым өсөн ғәфү үтенәм, тип яҙа ул АҠШ-та һәм сит илдәрҙә баҫылған памфлеттарҙы йыйып алдыртасағын әйтә.
Һенри Форд НСДАП-ҡа етди ярҙам күрһәткән. Һитлер «Минең көрәшем» китабында американдарҙан бары тик Форд тураһында һоҡланып яҙа[9].
СССР менән хеҙмәттәшлек
үҙгәртергәСериялы беренсе совет тракторҙары — «Фордзон-Путиловец» (1923 й.) — Путилов заводында сығарыуға ҡулайлаштырылған һәм СССР-ҙа Фордтың «Фордзон» маркалы (Fordson) тракторы файҙаланылған; «Форд моторс» белгестәре ярҙамында Горький автомобиль заводы (1929—1932 йй.), Мәскәү АМО заводын реконструкциялау былар беренсе биш йыллыҡта СССР Хөкүмәте һәм Фордтың фирмаһы килешеүе буйынса башҡарылған эштәр.
Ғаилә
үҙгәртергәАта-әсәһе
- Атаһы— Уильям Форд (1826—1905)
- Әсәһе — Мари Литогот (O’Hern) Ford (~1839—1876)
Ир туғандары
- Джон Форд (~1865—1927)
- Вильям Форд (1871—1917)
- Роберт Форд (1873—1934)
Ҡыҙ туғандары
- Маргарет Форд (1867—1868)
- Джейн Форд (~1868—1945)
Ҡатыны һәм балалары
- Ҡатыны — Клара Джейн Форд (ҡыҙ сағында Брайант), (1866—1950).
- Берҙән-бер улы — Эдсел Брайант Форд, Ford Motor Company президенты 1919—1943.
Тоҡомдары
- Бизнесмендың ейәне лә Һенри Форд. Олатаһынан айырыр өсөн Һенри Форд II тип йөрөтәләр.
- Әле «Форд Мотор Компани» компанияһының директорҙар советы рәйесе — ейәненең ейәне — Кесе Уильям Клей Форд (William Clay «Bill» Ford Jr.) (1957 г.р.)
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- Уның заводының ҡапҡаларында: «Онотма, Аллаһ кешене өҫтәмә ағзаларһыҙ яралтҡан», — тип яҙылған булған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Фордизм
- Хеҙмәтте фәнни ойоштороу
- Альфред Форд
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Шпотов Б. М. Генри Форд стр.58
- ↑ Добротворский И. Л. Деньги и власть или 17 историй успеха. Психологические портреты. Мәскәү 2004
- ↑ Генри Форд и первый автомобиль для миллионов. Радио Свобода
- ↑ Великий и ужасный 2014 йыл 4 май архивланған.
- ↑ Наталья Клевалина Генри Форд, король всея Америки, Журнал «Вокруг Света» № 2 за 2005
- ↑ Шпотов Б. М. Генри Форд стр. 67-68
- ↑ 4-AT Tri-Motor в Авиационной энциклопедии
- ↑ ЛИЧНАЯ ВОЙНА ГЕНРИ ФОРДА ПРОТИВ ЕВРЕЕВ
- ↑ 9,0 9,1 Американские учителя Гитлера 2010 йыл 1 декабрь архивланған.
- ↑ Басин Я. З. Еврейский вопрос и эмиграционная политика Германии и США в 1933-38 гг. // Заметки по еврейской истории : Журнал. — октябрь 2009. — В. 16 (119).
- ↑ Личная война Генри Форда против евреев
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Беляев Н. З. Генри Форд — 1935 год. — 264 с. (Жизнь замечательных людей)
- Слоун А. Автомобильные войны
- Роберт Лейсиның 1986 йылда донъя күргән «Форд: Кеше һәм машина» тигән китабы Фордҡа, уның ғаиләһенә һәм компанияһына бағышланған биографик әҫәр. Уның буйынса 1987 йылда Клифф Робертсон һәм Майкл Айронсайд төп ролдәрҙә уйнаған фильм төшөрөлә.
- Шпотов Б. М. Генри Форд. Жизнь и бизнес., М, ООО «КДУ», 2005, ISBN 5-98227-016-4
- Шпотов Б. М. Генри Форд. — Вопросы истории. — 1995. — № 4. — С. 57-77.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Henry Ford. My Life and Work
- Генри Форд. 2013 йыл 16 ғинуар архивланған.Моя жизнь, мои достижения 2013 йыл 16 ғинуар архивланған. — перевод с сокращениями.
- Статья о Генри Форде 2008 йыл 11 март архивланған.
- Генри Форд. Впечатления Свена Гедина
- Генри Форд. 2013 йыл 19 июнь архивланған.Американская легенда. 2013 йыл 19 июнь архивланған.