Эвендар

(Эвендәр битенән йүнәлтелде)

Эве́ндар (эвен. эвэн, боронғоса ламуттар) — Себерҙәге тунгус-маньчжур халҡы, эвенктарға туғандаш халыҡ.

Эвендар
Үҙ атамаһы

эвэн, эвэн бэилни

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 22 000 тирәһе кеше.
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы:
21 830 (2010 г.)[1]

Украина Украина:
104 (2001)[2]

Тел

Эвен теле, урыҫ теле, саха теле

Дин

шаманлыҡ, православие

Раса тибы

байкал, тунгидтар

Халыҡ

тунгус-маньчжур халҡы

Туғандаш халыҡтар

Маньчжурҙар
Нанаецтар
Орочтар
Ульчтар
Эвенктар
Сибо

Таралып ултырыуы һәм һаны

үҙгәртергә
 
Расселение эвенов в РФ на 2010 год в % от общей численности этого народа в РФ

Дөйөм һаны — 20 мең тирәһе кеше. Күберәк Рәсәйҙең көнсығышында йәшәйҙәр.

2002 йылғы халыҡтың иҫәбен алыу буйынса Саха Республикаһында — 11 657 эвен, Магадан өлкәһендә — 2527, Камчатка крайында — 1779 (шулар эсенән, Коряк автономиялы округында — 751), Чукот автономиялы округы — 1407, Хабаровск крайында — 1272 эвен йәшәй[3].

Шулай уҡ, 2001 йылғы иҫәп буйынса, Украинала 104 эвен йәшәгәне асыҡланған.[4]

19301934 йылдрарҙа Алыҫ Көнсығышта (СССР) Охотск-Эвен милли округында йәшәп килгән.

Тораҡтарҙа эвендарҙың иҫәбе (2002 йыл)[5]

үҙгәртергә

Саха Республикаһы:

  • Якутск ҡалаһында 1213
  • Баатаҕай-Алыыта ауылында 726
  • Тополиное ауылында 671
  • Сиэбэн-Күөл ауылында 648
  • Чокурдаах (ҡала тибындағы ҡасаба) 363
  • Сасыр ауылында 354
  • Кустуур ауылында 296
  • Андрюшкино ауылында 271
  • Депутатский (ҡала тибындағы ҡасаба) 270
  • Берёзовка ауылында 267
  • Сайылык ауылында 261
  • Сааскылаах ауылында 247
  • Тиксии (ҡала тибындағы ҡасаба) 233
  • Хонуу ауылында 212
  • Казачье ауылында 179
  • Хайыр ауылында 178
  • Дьарҕалаах ауылында 148
  • Черский (ҡала тибындағы ҡасаба) 146
  • Оленегорск ауылында 137
  • Үчүгэй ауылында 129
  • Томтор ауылында 125
  • Кэбэргэнэ ауылында 115
  • Хандыга (ҡала тибындағы ҡасаба) 115

Магадан өлкәһе:

  • Гижига ауылында 332
  • Магадан ҡалаһында 310
  • Ола (ҡала тибындағы ҡасаба) 292
  • Омсукчан (ҡала тибындағы ҡасаба) 286
  • Тахтоямск ауылында 212
  • Гарманда ауылында 210
  • Эвенск (ҡала тибындағы ҡасаба) 191
  • Сеймчан (ҡала тибындағы ҡасаба) 127
  • Тауйск ауылында 102

Камчатка крайы:

  • Эссо ауылында 498
  • Анавгай ауылында 320
  • Хаилино ауылында 165
  • Аянка ауылында 157
  • Палана (ҡала тибындағы ҡасаба) 111

Чукот автономиялы округы:

  • Омолон ауылында 417
  • Анюйск ауылында 248
  • Анадырь ҡалаһында 142
  • Билибино ҡалаһында 108

Хабаровск крайы:

  • Арка ауылында — 271
  • Кетанда ауылында — 166
  • Усчан ҡасабаһында — 103
  • Нядбаки ҡасабаһында — 102

Рәсәйҙә эвендарҙың йылдар буйынса иҫәбе:

үҙгәртергә

Эвен теле алтайҙар ғаиләһенән тунгус-маньчжур төркөменә ҡарай. Тиҫтәгә яҡын һөйләш төрө бар. Улар өс төркөмгә берләшә — көнсығыш, урта һәм көнбайыш.

52,5 % эвендар урыҫ телендә иркен һөйләшә. 27,4%-ы туған теле тип һанай. Әммә күпселеге саха теленә күскән.

Тунгус ҡәбиләләренең (эвендарҙың ата-бабаһы) Байкал яны һәм Байкал аръяғынан Көнсығыш Себергә күсеп ултырыуы яүы эраның бер мең йыллығына тура килә. Күсеп ултырыу барышында юкагирҙарҙың бер өлөшен үҙҙәренә ҡушалар. Аҙаҡ үҙҙәре лә сахалар тарафынан өлөшләтә ассимиляцияға эләгәләр. Саха теленең йоғонтоһонан эвендарҙың көнбайыш һөйләше барлыҡҡа килә.

17 быуаттан урыҫтарҙың көслө баҫымына эләгәләр. XX быуаттың 20-се йылдарынан күселеге ултыраҡ тормошҡа күсә. Дөйөм алғанда ике теллелек (билингвизм) урынлаша.

1932 йылға тиклем үҙ яҙмалары булмай. Ҡайһы бер тикшереүселәр эвен телендәге айырым текстарҙы яҙыу өсөн урыҫ алфавитын файҙаланалар (мәҫәлән, 1925 йылғы ламут — урыҫ һүҙлеге).

1932 йылда Себер халыҡтарының телен һәм яҙмаһын үҫтереү буйынса I Бөтә Рәсәй конференцияһы үтә. Унда латынь алфавиты нигеҙендә эвен яҙмаһын булдырыу ҡарар ителә.

1936 йылда урыҫ алфавитына таянып яңы яҙма эшләнә. 1932—1934 йылдарҙа эвен телендә уҡытыу өсөн мәктәп программалары төҙөлә һәм дәреслектәр булдырыла.

1990 йылдарҙан алып эвенктарҙың телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү буйынса сәйәсәт ныҡ әүҙемләште. Эвен телендә радио тапшырыуҙар алып барыла. Гәзиттәр сығарыла. Әҙәбиәт булдырыла, тәржемәләр эшләнә. Мәктәптәрҙә, педучилищеларҙа, ВУЗ-дарҙа эвен теле уҡытыла.

Мәктәп тәрҙә дәрестәрҙең төп милләт телендә (титуль милләт) телендә алып барылыуы, интернаттарҙа ятып уҡыу зарурлығы эвен телен юғалыуға дусар итә. Аралашыуҙа саха һәм урыҫ телдәренең өҫтөнлөк итеүе, хатта өй шарттарында ла эвен теленең юҡҡа сығыуына алып бара.

Эвендарҙың дине һәм йолалары

үҙгәртергә

Эвендар Төньяҡ халыҡтары араһында иң ныҡ христианлаштырылғаны булып тора. Улар миссионерлыҡ эштәренең иң әүҙем барған урынына тура килгәндәр. Эвендарҙың биләмәләрендә бик күп эре һәм ваҡ сиркәүҙәр төҙөлгән.

ХIХ быуаттың 50-се йылдарында протоиерей С. Попов эвен телендә ғибәҙәт ҡылыу өсөн доғалар яҙа, дини юҫыҡта Евангелие менән «Тунгус әлифбаһы» төҙөй.

Священник А. И. Аргентов әйтеүенсә, ХIХ быуат башында уҡ Колымала «күп аллалылыҡ бөтөнләй юҡҡа сыға» Христианлыҡ эвендарҙың тормошон бар яҡлап солғап ала. Тыуым, өйләнеү, үлем, көндәлек тормош, йолалар, байрамдар правословие диненә яраштырып көйләнә. Хатта гижигин эвендары коряктар менән ғаилә ҡорғанда православие ҡабул итеүҙе төп шарт итеп ҡуйғандар. Ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа йәшәһәләр ҙә, тораҡтарында һәр саҡ икона ҡуйғандар. Ҡайҙа кңсһәләр шунда үҙҙәре менән алып киткәндәр.

1925 йылда Ольск волосында эвендар съезы үтә. Унда «Олуға священник һорап мөрәжәғәт итәләр, бала тыуһа нисекисем бирергә, суҡындырырға белеп булмай тип зарланалар».

Эвендарҙың дини ышаныуҙарында тәбиғәт «хужаларына» һәм көстәренә табыныу өҫтөнлөк итә: тайгаға, утҡа, һыуға һ. б. Унда ҡояш айырым урын биләп тора. Ҡояшҡа арнап боланды ҡорбанға килтергәндәр.

Тормоштарында, кәсептәренә бәйле табыныуҙар, тәбиғәт көстәренә, рухтарға ғибәҙәт ҡылыу, шаманлыҡ ныҡ урын алып торған. XVIII—XIX быуаттарға тиклем мәрхүмдәрҙе ағас баштарына йәки бағаналар ҡатып, өҫтөнә ерләү таралған булған. Православие ҡабул итеү менән һауала ерләүҙе ерҙә ерләү алмаштырған. Кәберҙәр өҫтөнә тәре ҡуя башлағандар.

XVII—XVIII быуаттарҙа мәрхүмдәрҙе миҙгелгә бәйле иң һәйбәт кейемен кейҙергәндәр. Ағас ялғаш эсенә һалып, ағас йәки бағана баштарына ҡуйғандар. Бер нисә боланды салып, ҡаны менән ялғашты һәм ағастарҙы буяғандар. Мәрхүмдең тирмәһен, кәрәк — яраҡ йыһазын ағас төбөндә ҡалдырғандар. И. А. Худяков мәғлүмәттәре буйынса, индигир ламуттары мәрхүмдрҙең башын көнбайышҡа ҡаратып ерләгәндәр. Сөнки, улар мәрхүм тороп «көнсығышҡа китә» тип ышанғандар.

Томпон эвендары (В. А. Туголуков яҙмалары) мәрхүмдәрҙе йөйһөҙ кейем менән ерләгәндәр. Бындай кейемдә йән тәндән айырылып, «сәйәхәткә сығып китеүе» еңелерәк була тип ышанғандар.

Ерләү йолаһын башҡарғанда боландарҙы быуып үлтереү бик борондан килгән ғөрөф-ғәҙәт тип һанай ғалимдар.

Эвен ауыҙ — тел ижадында әкиәттәр, риүәйәттәр, эпик йырҙар ҙур урын алып тора. Әкиәттәрҙең күбеһе ҡоштарға, хайуандарға арналған һәм эвенектарҙың әкиәттәренә ауаздаштар.

Әкиәттәр, риүәйәттәр, батырҙарға арналған йырҙар көйләп һөйләнә. Шулай уҡ, ирҙәрҙе көрәштә еңгән батыр ҡатын-ҡыҙҙар тураһында ла көйлө йырҙары бар. Эпик әҫәрҙе башҡарыуҙары үҙе бер хикмәт:һөйләгәндә һәр һүрәтләнгән ҡатнашыусы телмәрен үҙенә генә хас үҙенсәлекле көйө менән тапшыралар.

Халыҡтың милли сәнғәтендә күренекле урын алып торған, «hээдьэ» тип аталған күмәк бейеүе бар. Ул дини йолаларға нигеҙләнгән бейеү. Ул яҙғыһын һәм йәйгеһен, йыл һайын үткәрелә торған осрашыуҙарҙа башҡарылған. Бейеү берҙәмлек хисен үҫтергән, аҡыл -фекер береклеге һеңдергән, ауырлыҡ-һынауҙарҙы күмәкләп еңеүгә , изгелеккә ышаныу тойғоһо һалған.

Эвендар ҡояшҡа табынғандар. Уға ҡорбанға болан салғандар. Быға йыш ҡына общинала кемдеңдер сирләүе сәбәп булып торған. Ҡорбанды община ағзалалары барыһы бергәләп килтергәнИтен ашағандар, ә тиреһен ҡолғаға элеп ҡуйғандар. Ҡорбан өсөн бюланды шаман күрһәткән йәки фал һалып билдәләгәндәр.

Үҙ телендә ижад итеүсе эвен яҙыусылары, шағирҙары бар. (Н. С. Тарабукин, А. А. Черканов и др.). Эвендарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, милли байрамдары тергеҙелә (Эвинэк, Уркачак, Болансы байрамы).

Милли кейем

үҙгәртергә
 
Эвенский мужской костюм (Аян-Май районы

Эвен милли кейем тулайым алғанда, тунгус кейеменә оҡшаш. Оҡшашлыҡ ирҙәрҙең кәсеп өсөн ҡулланылған кейемдәрендә күренә. Был йөйһөҙ тегелә торған палеоазиат кейем төрө.

Эвендарҙа ҡатын-ҡыҙ кейеме бик матур итеп, зауыҡ менән биҙәлә. Шуға ла, уларҙың кейемен палеоазиат ҡатын-ҡыҙҙары бик яратып ҡулланғандар. Кейем тгеү өсөн диүгеҙ хайуандарының тиреләре ҡулланылған.

Баш кейемдәре ка-нор тип атала. Башҡа тығыҙ ғына ятып тора. Мәрйен менән сигеп эшләнә. Ҡышҡыһын уның өҫтөнөн йөн кәпәс кейәләр. Ҡатын-ҡыҙҙыр ҙа яулыҡ ябыныу ҙа осрай.

Туҡланыу нигеҙендә хужалыҡ итеү төрҙәре ята. Аҙыҡтары башлыса болан итенән тора. Шулай ҙа , ҡырағай хайуандарҙың итенә өҫтҫнлөк бирәләр. Уны үҙенсәлекле ысул ҡыҙҙырып бешерәләр.

Аҙыҡтарының төрө балыҡтарҙың төрлө төрөн ҡулланыу иҫәбенә байытыла. Уны күп итеп ҡулланалар һәм күп төрлө аш төрҙәре әҙерләйҙәр. Һөт аҙыҡтары ла киң ҡулланыла. Һатыуҙағы сәйҙән тыш, үҙҙәре әҙерләгән үлән сәйе эсәләр. Уны әлморондың сәскәһенән, япраҡтарынан һәм емештәренән әҙерләйҙәр. Шулай уҡ, боланут япраҡтарынан да эшләп алалар.

Охот диңгеҙе ярында йәшәүсе эвендар (үҙ атама — мэ-нэ, «ултыраҡ») балыҡсылыҡ, һунар һәм тюлень тотоу, екке эттәр үрсетә.

Яр буйы эвендары үрләүсе һөмбаш балыҡтарын (лососёвых пород), йылға үрҙәрендә һәм урта ағымында кунжа, еҙмыйыҡ (голец), бәрҙе (хариус) тоталар. Төп ҡорамал — ҡармаҡ. Ау һәм йылым ХХ быуаттың 20-се йылдарынан ҡулланыла башлай.

Балыҡты һаҡлыҡ өсөн күпләп тоҙлайҙар, киптерәләр, ҡаҡлайҙар. Уны сей килеш тә, туңдырып та ашайҙар. Һыуҙа соҡоп эшләнгән кәмәләрҙә йөрөйҙәр. Уны күрше халыҡтарҙан һатып алалар.

Йәмғиәт ҡоророшо

үҙгәртергә

Нигеҙендә ырыу ҡоролошо ята. ХVIII быуатта ҡан туғандарҙан һәм күршеләрҙән торған ырыуҙар ойоша. Хужалыҡты ойоштороуҙа, алып барыуҙа, яһаҡ түләүҙә һ. б. эштәрҙә төп ихтисади берәмек булып ошо берекмәләр тора.

Ырыу эсендәге милли йолалар үҙ-ара ярҙам ойоштороу, табыш бүлешеү («нимат» йолаһы), мохтаждарҙы ҡурсыу, никахҡа кереү (экзогамия), бергәләп ғибәҙәт ҡылыу кеүек һәм башҡа йәмғиәт тормошон көйләүсе сараларҙы үҙ эсенә ала. Эске төҙөлөшөндә һәр кемдең дәрәжәһе йәшенә ҡарап билдәләнә.

Эвендарҙың үҙенсәлекле һыҙаттарының береһе — балаларына йомшаҡ кәрәк — яраҡ әсәйҙең «күҙҙәре» һәм атайҙың «йәне». Уларҙа балаларға яза биреү юҡ. Кунаҡ өйҙәге балалар менән күрешеп сыға, хатта әле атлай башламағандары менән дә.

Исем биреү өсөн баланың «ләпелдәй» башлағанын еөткәндәр. Был юл менән балаға йәне күскән («яңынан тыуған») туғанын асыҡларға тырышҡандар. Был исем өйҙәгеләр тарафынан ғына ҡулланылған. 3—5 йәш араһында баланы суҡындырып, православие буйынса исем бирелә. Рәсми рәүештә ошо исем менән йөрөй, ә өйҙә йола буйынсағы исеме менән йөрөй.

Йәмғиәт тормошона әҙерләү (енескә бәйле) ололар эшмәкәрлегенә нигеҙләнгән уйындар аша атҡарыла. 7—8 йәшкә тиклем балалар тормошо өй менән бәйле. Унан һ малайҙарҙы һунарға, мал көтөүгә йәлеп итә башлайҙар. 14—15 йәштән улар үҙаллы һунар итә алалар.

Никахҡа 16—17 йәштәрҙә керәләр. Унан йәшерәк никахтар ҙа булғылай.

Ата-әсәһе булмаһа, баланы туған дары тәрбиәгә ала. Эвендарҙа был вазифа әсәй яғынан ир туғанына йөкмәтелә(авункулат йолаһы).

Өйләнгәндә мотлаҡ ҡалым түләү ҡаралған. Ғәҙәттә, ҡалымды боландар менән түләйҙәр.

Ғаилә эсендә асыҡ ҡына хеҙмәт бүленеше булып, хәл-торошонда ҡарар ҡабул итеүҙә ир менән ҡатындың хоҡуғы тигеҙлек күҙәтелә. Эвен йәмғиәтендә ҡатын-ҡыҙҙың дәрәжәһе бик юғары.

Шулай ҙа, тормоштары патриархаль нигеҙҙә ҡорола. Төп хужа ир кеше. Ғаилә ихдисады, мөлкәт ир ҡарамағында.

Эвендарҙа өлкән быуын кешеләре хөрмәткә әйә. Улар аҡыл әйәләре, йола, ғөрөф-ғәҙәтте һаҡлаусылар .

Ырыу башлығы ысын мәғәнәһендә йәмәғәт тормошонда һәм хужалыҡ алып барыуҙа төп ойоштороусы, етәксе булып тора.

Шаманлыҡ

үҙгәртергә

Эвендарҙың ҡараштары буйынса, шаман йола башҡарған ваҡытта урта донъянан өҫкә (саха Орто-Дойду), Илаһ Айыы янына күтәрелә.

Йәки, яман рухтар янына, сирле кешенең йәнен унан сығарып алыу өсөн түбән төшә.

Шаман тарафынан башҡарылған уникаль, үҙенсәлекле бер алмашыу тураһында шаһитнәмә һүрәтләп ҡалдырылған: сир тыуҙырыусы яман рухты түбәнге донъяға кире ҡайтарыуы һәм сирле кешенең тереләр янына ҡайтарып алыуы тураһында.

Йолалар башҡарыуҙың сағыу үҙенсәлеге бар. Эвендар төрлө ҡоштар тауышын һүҙҙәргә оҡшатып тауыштар сығаралар . Унан тыш, айырым мәғәнәһе булмаған тауыштар сығаралар: хэруллу, хэруллу, хэруллу, дергэл-дергэл-дергэл (монг. dergel sara «тулы ай») һ. б.

Бәлки, был ниндәйҙер таныш булмаған телдән алынған һүҙҙәрҙер йәки йола тексындағы мәғәнәле һүҙҙәрҙе (Себерҙең бар халыҡтарында шамандар тексында сит телдәрҙән нимәнелер ҡулланыуы күҙәтелә) имитациялау булып торалыр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә