Эва Ристов (мадьярса  Éva Risztov, тыу. 30 август 1985 йыл, Ходмезевашархей) — венгр йөҙөүсеһе. Өс Олимпия уйынында ҡатнаша, Асыҡ һыуҙа йөҙөү буйынса Олимпия чемпионы, күп тапҡырҙар донъя һәм Европа чемпионаттары призеры, 58 тапҡыр Венгрия чемпионы.

Эва Ристов
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Венгрия
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Венгрия[1]
Тыуған көнө 30 август 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (38 йәш)
Тыуған урыны Ходмезёвашархей[d], Ходмезёвашархейский яраш[d], Чонград[d], Венгрия
Һөнәр төрө йөҙөүсе
Масса 64 килограмм
Спорт төрө Йөҙөү[2]
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 2004[d], Йәйге Олимпия уйындары 2000[d], Плавание на летних Олимпийских играх 2016[d] һәм Плавание на летних Олимпийских играх 2012 — 10 километров в открытой воде (женщины)[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 173 сантиметр
 Эва Ристов Викимилектә

Карьераһы

үҙгәртергә

Эва Ристов беренсе тапҡыр 2000 йылда Сиднейҙа Олимпия уйындарында ҡатнаша. Унда программаның өс төрөндә сығыш яһай, әммә тәүге ун кеше исемлегенә алмай. Ул, ике йөҙ метрға баттерфляй стилендә йөҙөп,14-се һөҙөмтәне күрһәтә.

2002 йылда Берлинда Европа чемпионатында Ристов дүрт тапҡыр икенсе урынды яулай, ә Германияла Ризала үткән ҡыҫҡа һыу континенталь беренселегендә өс алтын һәм бер көмөш миҙал яулай.

Барселонала 2003 йылда донъя беренселегендә Ристов өс тапҡыр икенсе урын яулай. 200 метрға баттерфляй менән йөҙөп, ул полька Енджейчактан ни бары 0,1 секундҡа ғына ҡалыша. Шул уҡ йылда Европа чемпионатында ҡыҫҡа бассейнда өс алтын һәм бронза миҙал яулай.

Афинала Олимпиядала венгр спортсыһы программаның өс төрөндә сығыш яһай. 400 метрға ирекле стиль менән ярышта ул старт раундын еңә алмай һәм алтынсы була. Башҡа төр йөҙөүҙәрҙә ул уңышлыраҡ сығыш яһай һәм хәл иткес ярыштарҙа ике тапҡыр ҡатнаша. 200 метрға баттерфляй менән йөҙөүҙә Ристов финалға үтә, әммә һуңғы булып килә, ә 400 метрға комплекслы ярышта дүртенсе һөҙөмтәне күрһәтә.

2005 йылда Ристов спорт карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә, ә 2009 йылда ҙур спортҡа ҡайта, шул уҡ ваҡытта асыҡ һыуҙа йөҙөүгә етди иғтибар бүлә.

2012 йылда Лондонда Олимпиадала Ристов бассейнда ла, асыҡ һыуҙа ла ярыша. 400 һәм 800 метрға ирекле стилдә йөҙөү дистанцияларында венгр спортсыһы финалға эләкмәй, 16-сы һәм 13-сө булып килә. Венгрия йыйылма командаһы 4х100 метр эстафетаһында тәүге стадияла уҡ ярыштан төшөп ҡала. Уның ҡарауы, 10 километрлы ярышта Ристовҡа етеүсе булмай, һәм ул Олимпияның алтын миҙалын яулай.

Шул уҡ йылда Ева Ристов Европа чемпионатында көмөш һәм бронза миҙал яулай, ә ике йылдан һуң Берлинда континенталь беренселектә 10 километрға йөҙөп, икенсе булып килә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Эва Ристов — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
  1. https://www.worldaquatics.com/athletes/1017722/wd#main-content
  2. (unspecified title)Международная федерация плавания.