Эбба Браге
Эбба Магнусдоттер Браге (швед. Brahe Ebba Magnusdotter, 16 март 1596 йыл, Лерьехольм — 5 ғинуар 1674 йыл, Стокгольм) — Браге нәҫеленән швед һарайындағы батшаға яҡын ханым.
Биографияһы
үҙгәртергәЭбба король дротсы, граф Магнус Брагеның ҡыҙы булған. 1611 йылда, әсәһе үлгәндән һуң, ул тол ҡалған швед королеваһы Кристинаның фрейлинаһы булып китә. Иҫ киткес матурлыҡҡа эйә булғанлыҡтан, Эбба Браге йәш швед короле Густав II Адольфтың йөрәген яулаған. Һуңғыһы шул дәрәжәлә ҡыҙға ғашиҡ булған, үҙенең 1613 йылда яҙылған хатында, уның ҡыҙы менән никахҡа ризалыҡ һорау маҡсатында, ул ҡарт граф менән осрашыу үтенгән. Әммә королева-әсә был бәйләнешкә ҡәтғи ҡаршы сыҡҡан.
Густав II Адольфҡа үҙенең йоғонтоһон еңә алмағанлыҡтан, Эбба 1618 йылда король маршалы, күренекле полководец Якоб Делагардиға кейәүгә сыға. Был никахта ул 14 бала тыуҙырған. Улар араһында иң билдәлеһе Магнус Габриэль Делагарди (1622—1686), королева Кристинаның канцлеры һәм фавориты (XVIII быуатта уҡ киң таралған имеш-мимештәр буйынса, ул Эбба менән король Густав II Адольфтың улы булған).
Якоб Делагарди 1652 йылда вафат була. Эбба бынан һуң ғаилә хужалығы менән идаралыҡты үҙ ҡулына ала һәм үҙенең байлығын күп тапҡырға арттыра. Ул бер нисә алпауыт биләмәһе һатып ала, 1667 йылда Юхан Оксеншерн, Швецияның ҡеүәтле канцлеры Аксель Оксеншерндың улы, менән судлаша. Уның иң ҙур ер биләмәләренең береһендә тимер мәғдәненең ҙур ятҡылыҡтары асылғас, Эбба Браге руда сығарыу һәм металлургия менән уңышлы шөғөлләнә һәм үҙенең капиталын тағы ла арттыра.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Lundy D. R. The Peerage (ингл.)
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 Svenskt kvinnobiografiskt lexikon (швед.) — Göteborgs universitet, 2018. — ISBN 978-91-639-7594-3 — ISSN 2003-0088
- ↑ 3,0 3,1 Ebba Brahe (швед.) — 1917.
- ↑ 4,0 4,1 Ebba Brahe // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=4074 (нем.)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ragnar Sjöberg hennes Christina Drottning samtid och (her contemporarys Queen and Christina) Lars förlag Hökerbergs, 1925 Stockholm sid. 101—102