Ыштандыр
Ыштандыр (рус. Штандарт) — туп менән уйналыусы балалар уйыны.
Ыштандыр уйыны | |
---|---|
күп | |
урам | |
уртаса |
Әҙерлек
үҙгәртергәБалалар түңәрәк яһап баҫа, һанашмаҡ әйтеп, көтөүсе һайлана. Көтөүсе бәләкәй туп менән түңәрәк уртаһында ҡала.
Уйындың аңлатмаһы
үҙгәртергәКөтөүсе тупты һауаға сөйә лә түңәрәктә тороусы берәй баланың исемен әйтә. Исеме сыҡҡан бала һауаға сөйөлгән тупты ергә төшөрмәйенсә тотоп алырға тырыша, ә башҡалар (шул иҫәптән көтөүсе лә) түңәрәктән ситкә йүгерәләр. Исеме әйтелгән бала һауанан төшөп килгән тупты ергә төшөрмәй тотоп алһа, ситкә йүгергән балалар кире урындарына баҫа, көтөүсе тупты яүынан сөйә. Ә инде исеме әйтелгән бала тупты һауанан тотоп алмаһа, ергә ҡаҡсылғас та, ул уны тота һәм: "Ыштандыр", - тип ҡысҡыра. Ситкә йүгерешкән балалар туҡтап ҡала. Тупты тотҡан уйынсы урынынан иптәштәре яғына 3 аҙым атлай һәм үҙенә яҡын торған уйнаусының аяғына бәрә. Уйнаусы тупты ҡулы менән тоторға тырыша. Тупты ул тотһа йәки үҙенә тейҙермәһә, исеме әйтелгән бала көтөүсе булып ҡала, ә инде тупты тота алмай, аяғына тейҙертһә - үҙе көтөүсе булып ҡала. Уйын шулай дауам итә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- И.Ғ. Ғәләүетдинов. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. – Өфө : Китап, 2002 й. ISBN 5-295-02840-2
- Башҡорт халыҡ уйындары / [төҙ. Г. Р. Хөсәйенова]. – Өфө : Ғилем, 2006 q. – 72 б. ; 20 см. – 200 д. – ISBN 5-7501-0628-4.
- Т.Х.Аслаев. Ы.Ә. Исламғолова. Уйнат, уйлат баланы. Өфө 1987 й.
- Балалар фолклоры. Ике китаптан тора. 1994йыл Өфө.
Беренсе китап. – ISBN 5-295-01280-8. Икенсе китап. – ISBN 5-295-01534-3