Ырыҫкүл

Силәбе өлкәһендәге күл

Ырыҫкүл - рус. Урускуль, Иряскуль - Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Кәҫле районындағы күл [1].

Ырыҫкүл
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Ырыҫкүл Силәбе өлкәһенең Кәҫле районында, Ирташ күленән 7,5 км көнсығыштараҡ урынлашҡан күл.

Координаттары: 57°18'46"N 69°4'17"E [2]

Ырыҫкүл тирәһендә Берҙәнеш, Ҡужагүл һәм Ҡыҙылташ күлдәре урынлашҡан.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Соҡоро эрозиялы-тектоник процестар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Төбөндәге ултырмалар ҡеүәте яҡынса 2 м (географ В.Н. Лебедев мәғлүмәттәре буйынса, 1907 йылда 10 метрға еткән булған).

Ярҙары һөҙәк, тигеҙ. Аҡмай торған һыу ятҡылығы. Көҙгөһөнөң майҙаны 5 км², км² (абс. кимәле 234 метр булғанда); һыу массаһы күләме 15 млн м³; максималь тәрәнлеге — 3,8 м, уртаса тәрәнлеге — 3 метр тирәһе.

Төбө тигеҙ; көнсығыш өлөшөндә күлдең тәрәнлеге бер аҙ арта - (В. Н. Лебедева 1907 йылда башҡорттарҙвн яҙып алған риүәйәттәр буйынса,бында «Акташ» ята).

Һыуы тоҙ тәме итә (минераллашыуы йәйге ваҡытта 3,3—3,7 г/л тиклем, ҡышын 4,3 —5 г/л тирбәлә)

Һыуҙың үтә күренеүсәнлеге йәйге осорҙа 1 м тирәһе, ҡыш — 2 метр тирәһе.

Төп ихтиофауна вәкилдәре — карп, табан

1957 йылда «Маяҡ» химкомбинаты аварияһы арҡаһында Ырыҫкүл радиоактив бысраныуға дусар була.

Хәҙерге ваҡытта 90Sr буйынса яҡынса 100 Бк/л, 137Cs буйынса — 0,3 Бк/л тәшкил итә. Күл төбө һәм балыҡтары шулай уҡ радионуклидтар менән ныҡ бысранҡан. Күл хужалыҡта ҡулланыуҙан сығарылған.[3][4]

Этимологияһы

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә был топоним башҡорт телендәге Ырыҫ тигән һүҙҙән йәки ошо һүҙ менән ҡушылған Ырыҫҡол тигән башҡорт ир-ат исеменән килеп сыҡҡан тип яҙа[5][6].

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Озеро Урускуль [1]
  • Озеро Урускуль [2].

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
  • Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Озеро Урускуль
  2. Озеро Урускуль
  3. Радиоэкология экосистем водоемов в зоне воздействия по «Маяк» 2019 йыл 27 март архивланған.
  4. Гидрохимические особенности
  5. Шувалов Н. И. Акуля // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  6. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области