Берҙәнеш (күл)
Берҙәнеш (рус. Бердениш (Берда)) — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Озёрский ҡала округындағы күл.
Берҙәнеш | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Майҙан | 12,2 км² |
Географияһы
үҙгәртергәБерҙәнеш күле Озёрский ҡала округында Кәҫле районы сигендә урынлашҡан. Ирташ күле һәм Мәтеле (Метлинский) быуа менән ҡылымыҡтар аша бәйле. Күл тирәләй Ырыҫкүл, Ҡужагүл һәм Ҡыҙылташ күлдәре теҙелеп киткән[2].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәКүл көҙгөһө майҙаны — 12,2 км².Диңгеҙ кимәленән — 224 м бейеклектә ята[3].
Геометрик дәүмәле — 4,6 км (көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа) һәм 2,4 км (көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа). Уртаса тәрәнлеге 1,9 м[4].
Күлдең һыуы ҡырҡыу-тоҙло. Төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә һаҙлыҡлы. Төньяҡ-көнсығыш яры текә, ярлау. Күлдә табан, карп, ҡорман, алабуға, суртан тереклек итә.
Мәғлүмәт өсөн
үҙгәртергә1997 йылда Берҙәнеш күле стронций-90 һәм цезий-137 менән бысраныу майҙанына эләккән булған[5].
Этимологияһы
үҙгәртергәТопоним башҡорт теленең төньяҡ-көнсығыш һөйләшендәге «Берләнеш» һүҙенән үҙгәргән. Шул ваҡытта Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә был топоним башҡорт телендәге «бәрҙе» балығынан йәки Бирҙе тигән башҡорт ир-ат исеменән килеп сыҡҡан булыуын фараз итә[6][7].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Озеро Бердениш [5]
- Бердениш [6] 2019 йыл 27 март архивланған..
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
- Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
- ↑ Озеро Бердениш [1]
- ↑ Бердениш [2] 2019 йыл 27 март архивланған.
- ↑ БЕРДЕНИШ (БЕРДА)[3]
- ↑ Шувалов Н. И. Акуля // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [4]