Шөкәрә-Ивановка (рус. Чукари-Ивановка) — Рәсәй Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Шөкәрә-Ивановка
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Халыҡ һаны 41 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462214
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Шөкәрә-Ивановка ауылы ҡала округы административ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан төньяҡ-төньяҡ-көнсығышҡа (ESE) табан туранан яҡынса 38 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы Ҡарасура йылғаһының исемһеҙ болағы буйында көн итә. Яңы Сембер ауылынан 13 км алыҫлыҡта[3].

Шөкәрә-Ивановка ауылының климаты, Ҡыуандыҡ районына хас булғанса, уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[4].

1901 йылда Ивановское тип телгә алына, Шөкәрә йылғаһы буйында урынлашҡан ауылда 104 йорт-ихата була. Урындағы кешенең һөйләүе буйынса, XIX быуаттың һуңғы сирегендә Владимир губернаһынан күсеп килгән крәҫтиәндәр нигеҙләгән. Икенсе бер мәғлүмәттәр буйынса, Шөкәрә-Ивановка ҡасабаһына 1878 йылда Орск өйәҙе Анновка ауылынан күсеп килгән кешеләр нигеҙ һалған. Тәүҙә ауыл, күрәһең, Ивановка тип йөрөтөлгән. Урындағы халыҡтың ҡайһы берҙә Чукаринский ключ тип исемләп йөрөтә[3]

Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмеген, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[5][6].

2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Яңы Сембер ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән итеүенсә, 1901 йылдағы китапта — Ивановское ауылы, изгегә арнап һалынған сиркәүҙән алып ҡушылған тип фараз ителә. Был сиркәүҙең ҡалдыҡтары әле лә бар, тип яҙа ул. Ойконимдың алдағы өлөшө ауыл эргәһендә аҡҡан Чукаринский ключ тип йөрөтөлгән болаҡтан бирелгән. Халыҡ телендәге легенда буйынса, шул болаҡ буйында бер башҡорт шөкәрәне әллә ашап ултырған, әллә төшөрөп ебәргән дә яңылыш "чукари" тип әйткән имеш. Атама, имеш, шунан килеп сыҡҡан[3].

2002 йылда даими йәшәгән халыҡ һаны 81 кеше (урыҫтар — 94 %), 2010 йылда 41 кеше булған[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.