Шәһимов Фазылйән Закир улы

металлург, техник-электромеханик. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР-ҙың почетлы металлургы (1965).

Шәһимов Фазылйән Закир улы (15 июнь 1933 йыл — 15 июнь 1994 йыл) — металлург, техник-электромеханик. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР-ҙың почетлы металлургы (1965).

Шәһимов Фазылйән Закир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 июнь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Ялтыр, Яратҡол ауыл биләмәһе, Арғаяш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 15 июнь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны Ялтыр, Яратҡол ауыл биләмәһе, Арғаяш районы, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө металлург
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы Коммунистик хеҙмәте ударнигы

Биографияһы үҙгәртергә

Фазылйән Закир улы Шәһимов 1933 йылдың 15 июнендә Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Силәбе өлкәһе) Арғаяш районы Ялтыр ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Милләте башҡорт.

Ҡолой мәктәбен, һуңынан Ҡарабаш 24-се кәсепселек училищеһын бөткәс, 1950 йылда Ҡарабаш баҡыр иретеү заводында (1957 йылдан — тау-металлургия комбинаты, 1970 йылдан — баҡыр иретеү комбинаты) иретеүсе булараҡ хеҙмәт юлын башлай. 1950—1952 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1952 йылдан йәнә заводта эшләй. 1963 йылдан фурмовкаусылар бригадаһы менән етәкселек итә, 7-се биш йыллыҡта (1959—1965) тап уның етәкселегендә бригаданың хеҙмәт етештереүсәнлеген 50 процентҡа күтәрә. Мәғдәндәрҙең эшкәртеү технологияларын яңыртыу эшендә әүҙем ҡатнаша, һөҙөмтәлә баҡыр иретеү 88 процентҡа артҡан. СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 20 майындағы указына ярашлы, төҫлө металлургияһы тармағындағы юғары уңыштары өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы менән бүләкләнә.

1967 йылда И. И. Ползунов исемендәге Свердловск тау-металлургия техникумының Ҡарабаш филиалын (киске бүлеген) тамамлай.

1976—1977 йылдарҙа — Ҡарабаш ҡалаһының эшселәр депутаттары Советы депутаты.

1994 йылдың 15 июнендә Ялтыр ауылында вафат булған.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966),
  • РСФСР-ҙың почетлы металлургы (1965),
  • Ленин ордены (1966),
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (1966),
  • «Коммунистик хеҙмәте ударнигы» (1964),
  • «Социалистик ярыш отличнигы» (1964),
  • «Социалистик ярыш еңеүсеһе» (1973, 1974),
  • «9-сы биш йыллыҡ ударнигы» (1976),
  • «11-се биш йыллыҡ ударнигы» (1982).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Шаимов Фазылджан Закирович // Челябинская область: энциклопедия.

Һылтанмалар үҙгәртергә