Шәғәлин Йәмил Мөҙәрис улы

спортсы, гер спорты мастеры

Шәғәлин Йәмил Мөҙәрис улы (1972 йыл) — спортсы, гер спорты мастеры

Шәғәлин Йәмил Мөҙәрис улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 1972
Тыуған урыны Ҡолғана ауылы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Биографияһы үҙгәртергә

Йәмил Мөҙәрис улы Шәғәлин 1972 йылда Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ҡолғана ауылында тыуған. 1989 йылда Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалын тамамлай.

Спорттағы ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Шәғәлин Й. М., ветерандар араһында гер спорты буйынса ярыштарҙа сығыш яһап, спортта иң ҙур уңыштарға өлгәшә (2013)[1]. 2013 йылда Башҡортостан Республикаһы чемпионы була. Халыҡ-ара турнирҙа (Архангельск, 2013) һәм «33 баһадир» Бөтә Рәсәй турнирында (Мәскәү, 2013) көмөш миҙал яулай. Уға 2013 йылда "Гиннесстың рекордтар китабы"на индерелгән яңы донъя рекорды ҡуйыу өсөн сертификат бирелә.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Шагалин Ямиль Мударисович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 557. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә