Шәрифә

башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме

Шәрифә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Татар ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Шәрифә

Этимологияһы

үҙгәртергә

Шәрифә исеме башҡорт теленә ислам дине йоғонтоһонда ингән, ғәрәп теленән тәржемә иткәндә, мәғәнәһе — ҡәҙерле, маҡтаулы, мәрхәмәтле тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Тимерғәлина Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы (31 ғинуар 1910 йыл — 26 февраль 1939 йыл) — йәмәғәт эшмәкәре. 1931—1936 йылдарҙа РКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, 1936—1938 йылдарҙа РКСМ Үҙәк Комитетының бүлек мөдире урынбаҫары һәм мөдире, Үҙәк Комитет секретары. СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1931 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Хисмәтуллина Шәрифә — партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1965—1977 йылдарҙа КПСС-тың Әбйәлил район комитетының беренсе секретары, 1977—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары Хисмәтуллин Фәйзрахман Шәйхитдин улының ҡатыны.

Ябай ҡатын-ҡыҙ

үҙгәртергә

Ишморатова Шәрифә Фәссәхетдин ҡыҙы (1922 йыл — 1986 йыл) — ябай хужабикә, колхозсы, оҫта тегенсе, 8 бала (Зөһрә, Гөлсирә, Гөлсөм, Фәниә, Райхана, Марс, Лилә, Венера) әсәһе. Ире Ишморатов Исрафил Хажиморат улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә

Шәрифә — Салауат Әбүзәровтың «Хыялый» пьесаһындағы герой.

Ер-һыу атамаһы

үҙгәртергә

Шәрифә тауы — Башҡортостандың Бөрйән районындағы Яуымбай ауылында урынлашҡан тау, антропонимдан.

Шәрифә күле — Салауат районы Ҡарағол ауылында.

Шәрифә туғайы — Бөрйән районы Килдеғол ауылындағы туғай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Шәрифә мәсете — Татарстандың Апас районы Танай-Турай ауылында урынлашҡан мәсет.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ