Шәйәхмәтов Илдар Тимерғасим улы
Викидатала элемент юҡ |
Шәйәхмәтов Илдар Тимерғасим улы (рус. Шаяхметов Ильдар Тимергасимович; 21 октябрь 1951 йыл) — агроном, иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1] Милләте — башҡорт.
Биографияһы
үҙгәртергәИлдар Тимерғасим улы Шәйәхмәтов 1951 йылдың 21 октябрендә Башҡорт АССР-ы Илеш районы Иҫке Ҡырғыҙ ауылында тыуған.
Хеҙмәт юлын 1969 йылда «Саҡмағошнефть» нефть-газ сығарыу идаралығының транспорт контораһында автослесарь булып башлаған.
1969—1971 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт иткән. Хеҙмәттән ҡайтҡас, тирмән идаралығы мастеры булып эшкә ингән. «Саҡмағошнефть» нефть-газ сығарыу идаралығының ҡатлам баҫымын тотоусы цехтың слесары булған.
1973 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға ингән, уны тамамлағандан һуң Илеш «Урожай» колхозында агроном, артабан баш агроном булып хеҙмәт иткән.
1980—1985 йылдарҙа шул уҡ райондың «Игенсе» колхозы рәйесе булып эшләгән.
1985 йылда Илеш партия район комитетытының икенсе секретары, ә 1987 йылда инде райкомдың беренсе секретарь булып һайланған.[2]
1989 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлай.
Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған[3] .
1991 йылда Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Секретариатының етәксеһе булып эшләй.
1995—1997 йылдарҙа — «Бастра» страховка компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары.
1995—1999 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты
1997—1998 йылдарҙа — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө Иҡтисад һәм социология ғилми институты докторанты.
1998—2009 йылдарҙа — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры[4]
Ғаиләһе
үҙгәртергәӨйләнгән, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Маҡтаулы исеме "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре"
- "Почет Билдәһе" ордены
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Шаяхметов Ильдар Тимергасимович/Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5.
- ↑ Шаяхметов Ильдар Тимергасимович/Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 21.
- ↑ Ильдар Тимергасимович(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
үҙгәртергәНародные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 21.