Шыршы урманышыршы өҫтөнлөк иткән тоҡомдарҙан торған тәбиғи йәки сәсеп үҫтерелгән урман (Picea). Мәңге йәшел ҡара ылыҫлы урман; типтарының төрлөлөгө менән айырылып тора.

Шыршы урманы
 Шыршы урманы Викимилектә
Польшала шыршы урмандары

Таралыуы үҙгәртергә

Шыршы урмандары Төньяҡ ярымшарҙың урта бүлкәтендә таралған. Улар Европа, Азия һәм Төньяҡ Америка майҙандарының байтаҡ өлөшөн биләй[1]. Россия Федерацияһы территорияһында дөйөм урман фондының 11 % тирәһе тәшкил итә.[2] «Урман энциклопедияһы» (1985) мғлүмәттәре буйынса, улар ҡарағас, ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан һуң дүртенсе урында тора. Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге көнбайыш яртыһында ябай шыршы (Picea abies), төньяҡ һәм Көнсығыш өлкәләрҙә — Себер шыршыһы (Picea obovata), Алыҫ Көнсығышта аян шыршыһы (Picea ajanensis), шулай уҡ корея (Picea koraiensis) һәм глен (Picea glehnii) шыршылары осрай..

Экология үҙгәртергә

 
Иван Шишкин . Урман һуҡмаҡтары (Шыршы урманы). 1880

Шыршы урмандары төрлө тупраҡтарҙа үҫә ала[2][3]. Улар ҡоролоҡҡа ярайһы һиҙгер, әммә оҙайлы еүешлекте күтәрә алмай. Тамыр системаһы өҫтә ятыу арҡаһында шыршы урмандары түбәнге янғындарҙан ныҡ зыян күрә һәм елдән дә йығылып бара[1] . Тәбиғи үҫкән шыршылар, ҡағиҙә булараҡ, төрлө йәшкә етә: уртаса алғанда, 150-170 йыл йәшәйҙәр, ике йәки йөҙ өс йөҙ йәшкә еткән ағастар осраштыра. [3]Шуның арҡаһында шыршылар башҡа тоҡомдар менән уңышлы көрәшә һәм тышҡы мөхиттең кире йоғонтоларынан ҡаршы тора ала. Шуның менән бергә, ҡағиҙә булараҡ, йәш үҫентеләр урман күләгәһендә бик үҫә алмай[4]. Шыршы урмандарында төрлө көртмәлеләр, грушанка, майник, седмичник, плаун, йәшел мүктәр һ.б. осрай[5]

Шыршы йыш ҡына үҙе генә урман хасил итә, әммә ҡатнаш та булыуы ихтимал [6]. Тау зонаһында шыршылыҡ араһында йыш ҡына ҡайын, уҫаҡ һәм ҡарағай, ҡатнаш урмандар зонаһында — имән, йүкә һәм уҫаҡтар, Карпатта һәм Кавказда — аҡ шыршы һәм бук, Алыҫ Көнсығышта — ҡарағай, ҡорос ағас һәм аҡ шыршы осрай.[1].

Әһәмиәте үҙгәртергә

Шыршы урмандары ҙур хужалыҡ әһәмиәтенә эйә, сөнки сәнәғәттең күп тармаҡтары өсөн сеймал сығанағы булып тора. [1]. Шыршы ағасы төҙөлөштә, целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғатендә, музыка ҡоралдары яһау өсөн ҡулланыла.[6] Шыршы урмандарында бәшмәк , еләк һәм дарыу үҫемлектәре йыялар . Бынан тыш, шыршы урмандары тупраҡ һаҡлау, һыу һаҡлау, һауыҡтырыу һәм эстетик функциялар башҡара.[1].


Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Лесная энциклопедия, 1985
  2. 2,0 2,1 Рысин Л. П. Еловые леса. 2020 йыл 24 сентябрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 Лесная энциклопедия, 1985, с. 306
  4. Рысин Л. П. Еловые леса. Большая российская энциклопедия. 2020 йыл 24 сентябрь архивланған.
  5. Рысин Л. П. Еловые леса. Большая российская энциклопедия. 2020 йыл 24 сентябрь архивланған.
  6. 6,0 6,1 Биологический энциклопедический словарь, 1986

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Еловые леса // Лесная энциклопедия / Воробьёв Г. И.. — М, 1985. — Т. 1. — С. 305—306.
  • Ель // Биологический энциклопедический словарь / Гиляров М. С. — Советская энциклопедия, 1986. — С. 191—192.
  • Рысин Л. П., Савельева Л. И. Еловые леса России. — М: Наука, 2002. — 335 с.