Ете Ағай һәм Бер Һеңле
Ете Ағай һәм Бер Һеңле (Ете Ағай, Етәү) — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһе Невьян районына ингән Урал тауҙарының Ете ағай (Семибратская) түбәһендәге яңғыҙ ҡаялар. Верх-Нейвин ҡасабаһынан 6 саҡрым алыҫлыҡта ята. Бында һирәк осрай тоған үҫемлектәр үҫә. Эшселәр сходы үткәрелгән һәм Граждандар һуғышы геройҙары һәләк булған урын. Геоморфология, ботаника һәм тарихи-революцион тәбиғәт ҡомартҡыһы. Альпинизм һәм туризмдың популяр урыны.
Ете Ағай һәм Бер Һеңле | |
---|---|
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 32 м |
Сағыштырмаса бейеклегеа | 25 м |
Урынлашыуы | |
57°14′25″ с. ш. 60°13′49″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Свердловская область |
Район | Невьянский городской округ |
Тау системаһы | Средний Урал |
Тау һырты йәки массив | Верх-Исетский массив |
Ете Ағай һәм Бер Һеңле Викимилектә |
Легендаһы
үҙгәртергәЕте Ағай һәм Бер Һеңле ҡаяларының ундан артыҡ легендаһы бар. Ике варианты халыҡ араһында киң таралған..Беренсе вариант буйынса ҡаялар — улар балалар. Яуыз управляющийҙың язаһынан ҡасып, тауҙа таш булып ҡатып ҡалғандар. Ермак был яҡтарҙа бер ҡасан да булмағаны билдәле булһа ла, икенсе риүәйәт уның байрағына бәйле. Унда мәжүси алпамышалар Ермак суҡындырған байраҡтан ҡатып ҡалғандар, тип бәйән ителә[1].
Географик урыны
үҙгәртергәЕте Ағай — гранит ҡаялар «Невьян ҡала округының» муниципаль берәмегенә ингән Верх-Нейвин ҡасабаһынан көньяҡ-көнсығышта алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Верх-Нейвин быуаһының уң яҡ ярында урынлашҡандар.[2].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҠаялар ете таш бағананан ғибәрәт. Улар уртаҡ нигеҙҙән «үҫеп» сыҡҡандар. Төп төркөм ҡаяларынан көнбайышта Һеңле исеме алған яңғыҙ ҡая урынлашҡан.Ҡаялар Ете ағай (Семибратская) түбәһендә 422,5 метр бейеклектә ята[2]. Геоморфология, ботаника, һәм тарихи-революцион тәбиғи һәйкәлдәр иҫәбендә[3].Ҡатламын гранитоидтар түшәгеләй плитәләргә киҫелгән граниттар һәм гранодиоритар тәшкил итә.. Ҡаялар теҙмәһе төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа тау ҡырласында һуҙылған. Айырым ҡаяларҙың сағыштармаса бейеклеге — 25 метр, иң юғары бейеклеге — 32 метр. Бер аҙ ситтәрәк ағайҙарҙан көнбайышта туристар араһында Өс Һеңле исеме алған яңғыҙ ҡая урынлашҡан. Көнсығышта — Мөхәббәт Ҡаяһы (йәки Сихырсы). Ете Ағай ҡаяһы массивы альпинистарҙың төрлө кимәлдә күнекмәләр үткәреү өсөн яратҡан урыны.[4].
Тарихы
үҙгәртергәXX быуат башында көнбайыш ҡаяла (Ҡош таш) күҙәтеү майҙансығы була,Был майҙансыҡҡа ағастан эшләнгән баҫҡыс алып барған. Баҫҡыс 1960 йылға тиклем һаҡланған[2]. XX быуат башында Верх-Нейвин завод эшселәренең йәшерен йыйылыш урыны булған[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ураловед. Скалы Семь Братьев
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — 456 с. — ISBN 978-5-85383-392-0.
- ↑ Постановление Правительства Свердловской области от 17 января 2001 г. N 41-пп «Об установлении категорий, статуса и режима особой охраны особо охраняемых природных территорий областного значения и утверждении перечней особо охраняемых природных территорий, расположенных в Свердловской области»
- ↑ 4,0 4,1 Павел Распопов Скалы Семь Братьев // UraloVed.ru. — 27.01.2013.