Шувалова Евгения Петровна

Шувалова Евгения Петровна (11 ноябрь 1918 йыл — 31 декабрь 2003 йыл)[1]) — СССР һәм Рәсәй ғалим-медигы, педагог, инфекционист, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы һәм йәмәғәт эшмәкәре[2]. Рәсәй медицина фәндәре академигы (СССР медицина фәндәр академигы— 1991), медицина фәндәре докторы, профессор (1965). И. П. Павлов исемендәге беренсе Ленинград медицина институтын тамамлай, унда инфекция ауырыуҙары һәм эпидемиология кафедраһы мөдиренә тиклем юл үтә, утыҙ йыл буйы уның етәксеһе була (1968—1999), университеттың почётлы докторы[3]. Ленинград — Санкт-Петербург инфекционистары мәктәбенең башлығы[4].

Шувалова Евгения Петровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 ноябрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 31 декабрь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Ерләнгән урыны Серафимовка зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө инфекционное заболевание[d]
Эш урыны Академик И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Академик И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Уҡыусылар Рахманова, Аза Гасановна[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Петришуле мәктәбен тамамлай. Мәктәп йылдарында уҡ табип булырға маҡсат ҡуя[3].

Беренсе Ленинград медицина институтын ҡыҙыл дипломға тамамлай (1940). Уҡыу йортон тамамлағас, юллама буйынса Башҡортостанға эшкә ебәрелә[3]. 1945 йылда Ленинградҡа ҡайта, унда аспирантураға уҡырға инә һәм уны дифтерия буйынса диссертация менән тамамлай (1949 йылда яҡлай). Шунда уҡ ассистент, доцент, завуч, инфекция ауырыуҙары һәм эпидемиология кафедраһының профессоры (1966 йылдан алып), уны 1968—1999 йылдарҙа етәкләй. 1964 йылда дизентерия буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Профессорҙың уҡыусылары К. Т. Глухова һәм Б. Л. Итциксон. Уның етәкселеге аҫтында 20-нән ашыу докторлыҡ һәм йөҙгә яҡын кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана. Яҡын уҡыусыһы һәм ярҙамсыһы А Г. Рахманова[2][5], шулай уҡ уның уҡыусылары араһында — Т. В. Беляева һәм Д. А. Лиознов. Рәсәй инфекционистары ассоциацияһын төҙөү буйынса инициаторҙарҙың береһе һәм Санкт-Петербург инфекционистары ғилми йәмғиәтенең рәйесе булып тора. Медицина журналдарының редколлегия һәм мөхәрририәт советы ағзаһы була

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Сит телдәргә тәржемә ителгән 500-гә яҡын эш авторы, шул иҫәптән 2 дәреслек («Йоғошло ауырыу» һәм «Тропик ауырыуҙар» (ред, 1976)), 19 монография һәм ҡулланмаларҙа табибтар өсөн бүлектәр, Ҙур медицина энциклопедияһында мәҡәләләр, 10 уйлап табыу авторы һәм 10 монотематик йыйынтыҡтың авторы һәм титул мөхәррире, СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күп һанлы ул ойошторған экспозициялар алтын, көмөш миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнә[3]. Бер нисә тапҡыр баҫылып сыҡҡан «Ошибки в диагностике инфекционных заболеваний» монографияһы ҙур ыңғай резонанс ала[6].

Бүләктәре һәм премиялары

үҙгәртергә

«Почёт билдәһе» һәм Почёт ордендары (1997), күп кенә миҙалдар, «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе, СССР Һаулыҡ һаҡлау, СССР Медицина фәндәр академияһы һәм Рәсәй медицина фәндәре академияһының почетлы грамоталары менән бүләкләнә[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә