Шубертиада (нем. Schubertiade) — Франц Шуберт (1797—1828) музыкаһына арналған саралар. Тәүҙә шубертиада тип композитор ижадына арналған әллә ни ҙур булмаған шәхси концерттарҙы атайҙар, ә бөгөн был термин Шуберттың ижады менән бәйле булған концерттарҙың һәм фестивалдәрҙең атамаһы булып тора. Шубертиаданың аҫыл өлгөләре булып Австрияның Шварценбергында үткән саралар тора.

Шубертиада. (Юлий Шмид. 1897)

XIX быуат башында Венала Шуберт музыкаһын һөйөүселәр, бағыусылар, шулай уҡ хәлле дуҫтары, шәхси йорттарҙа концерттар ойоштора. Мәҫәлән, 1815 йылдан башлап бындай концерттар австрия юрисы Шуберттың бағыусыһы Игназ фон Зойлянерҙың (нем.), һуңыраҡ Франц фон Шоберҙың (нем.), яҙыусы Эдуард фон Бауэрнфельдтың, рәссам Леопольд Купельвизерҙың һәм башҡа күптәрҙең йорттарында үткәрелә.[1]

 
1997 йылдағы шубертиада афишаһы

Һәр ваҡыт уҡ булмаһа ла, күп кенә шубертиадалар Шуберттың үҙе ҡатнашлығында уҙғарылған. 1822 йылдан башлап Шуберт үҙе лә был терминды ҡуллана. Беренсе шубертиада үткәрелгәндә, Франц Шуберт шәхсән үҙе фортепианола танылған баритон Иоган Михаэль Фоглға, һуңғараҡ Карл фон Шентейнға аккомпаниатор була. 1827 йылдың көҙөндә Шуберттың «Ҡышҡы сәйәхәт» (нем. Winterreise) тигәнкүләмле әҫәрҙәр циклы донъя күрә. 1828 йылдың 28 ғинуарында йорт Йозеф фон Шпаун (нем.) йортонда композиторҙың үҙе иҫән саҡтағы һуңғы шубертиадаһы үтә.

Венанан тыш, шубертиадалар башҡа урындарҙа ла үткәрелә, һәм улар әҙәби-музыкаль салон характерын йөрөтә. Бындай сараларҙа, Шуберт музыкаһын тыңлау менән бергә,шиғырҙар ҙа уҡығандар, бейегәндәр һәм иптәштәрсә уйындар ойошторғандар. Осрашыуҙарҙа йөҙҙән ашыу кеше йыйылыр булған. Билдәле ҡунаҡтар араһында Антон фрн Добльхофф-Дир (1800—1872), Мориц фон Швинд (1804—1871), Франц Лахнер (1803 −1890) һәм башҡалар булған.

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә
 
Шварценбергтағы Шубертиада. Австрия, 2004 й.

ХХ быуатта шубертиада тип Шуберт исеме менән бәйле иң ҙур музыка фестивалдәрен атай башлайҙар. Шундайҙар рәтенә Австрияның көнбайышындағы Форарльберг федераль еренең Хоэнэмс һәм Шварценберг ҡалаларында 1976 йылдан алып йыл һайын үткәрелеп килгән Шуберттың иң ҙур музыкаль фестивалдәренең береһе инә. Нигеҙ һалыусыһы булып немец баритоны Герман Прей[2] һанала. Фестивалдә 80-ләп төрлө сара үткәрелә, һәм унда яҡынса 35000 кеше килә.

Шубертиада үткәрелгән урындар исемлегенә Эттлинген, Дерцбах, Шнаккенбург, Люксембург, Биль ҡалаларын индерергә була. Шулай уҡ 1993 йылдан Испанияның Барселона[3] ҡалаһы янындағы Вилабертран да был исемлекте тулыландыра.

Фестиваль ваҡытында лекциялар уҡыла, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә[4].

Шубертиадалар башҡа континенттарҙа ла үткәрелә. Мәҫәлән, 2012 йылдан башлап һәр йыл Американың Калифорния штатындағы Пасадин ҡалаһында, ул шубертиада шулай тип атала[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Франц Шуберт

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Christopher H. Gibbs. The Life Of Schubert Cambridge University Press. 2000 isbn= 0-521-59512-6
  2. Шубертиада Шварценберг schubertiade.at (нем.)(нем.)
  3. Шубертиада Вилебертран schubertiada.cat/ca/Ҡалып:Ref-ca(каталан.)
  4. Шубертиада — уникальний фестиваль 2018 йыл 21 июнь архивланған. chubertiade.at (нем.)(нем.)
  5. Шубертиада в Пасадине 2018 йыл 2 май архивланған. pasadenaschubertiade.org (инг.)(англ.)(англ.)