Штример дарыуханаһы
Иҫтәлекле урын | |
Аптека Штримера
| |
Ҡала | Таганрог, Петр урамы, 61 |
Бина тибы | йорт-утар |
Беренсе тапҡыр | 1871 йыл |
Төҙөлөшө | 1871—1872 йылдар |
Билдәле йәшәүселәр | Парнох Яков Соломонович |
Штример аптекаһы — Таганрогтағы (Петр урамы, 61, 1871 йылда төҙөгән ваҡытта — Петр урамы, 33) боронғо айырым йорт.
Тарихы
үҙгәртергәБер ҡатлы кирбес бина 1871 йылғы һыҙма буйынса аптекасы провизор Моисей (Михаил) Осипович Штример өсөн төҙөлә[1]. Таганрогта 1870-се йылдарҙа кавказ минерал һыуын тик уның подвалынан ғына шешәләрҙә һатыу рөхсәт ителә[1]. 1880 йылдың февралендә Моисей Штример 44 йәшендә «бәрелеүҙән» вафат булғандан һуң, имение уның ҡатыны Надежда Давидовна милкенә күсә, ул был йортта үҙенең балалары Александр (1866) һәм Пелена (1869) менән 1925 йылға тиклем йәшәй[1]. Аптека магазины эшләүен дауам итә. 1872 йылда төҙөлгәндән алып 1925 йылға, йортто муниципалләштергәнгә тиклем, йорт биләү бер генә ғаилә иҫәбендә булыу Таганрог өсөн бик һирәк осрай тоған хәл[1].
1912 йылда бинала «Н. Штримерҙың ҙур петровск аптекаһы» эшләй, уны провизор М. А. Варинберг арендаға алып эшләй. Аптека патентлы дарыуҙар һәм ауырыуҙы тәрбиәләү әйберҙәре, шулай уҡ натураль минерал һыу тәҡдим итә. 1912 йылда подвалда «Арарат» шашлыҡханаһы урынлаша.
Немец оккупацияһы ваҡытында (1941—1943) бинала ЗАГС бүлеге урынлаша, унда немецтар власы ҡушыуы буйынса бөтә граждандарға ла суҡындырыу, никахлау һәм ерләү йолалары алдынан мәжбүри теркәлергә бойороҡ бирелә[1]. Хәҙерге ваҡытта бинала Ростов өлкәһе буйынса федераль казначейство идараһының 15-се һанлы бүлеге урынлашҡан.
Архитектура үҙенсәлектәре
үҙгәртергәШтримерҙың бер ярым этажлы айырым йорто ҡала мөхитендә «Барокко» декорын ҡулланыуы менән айырылып тора[2].
Билдәле көн итеүселәре
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Гаврюшкин О. П. Вдоль по Питерской (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: БАННЭРплюс, 2000. — 436 с.
- ↑ Григорян М. Е., Решетников В. К. Таганрог. История архитектуры и градостроительства конца XVII — начала XX века. — Ростов н/Д: Омега-Принт, 2013. — С. 183.
- ↑ Парнах А. В. Заметки о моём отце // «Серебряный век» в Крыму: взгляд из XXI столетия: Материалы Четвёртых Герцыковских чтений в г. Судаке 6—10 июня 2005 года. — М.—Симферополь—Судак: Дом-музей Марины Цветаевой, КЦГУ, 2007. — 304 с. — ISBN 5-93015-032-X.