Шишмә районының һыу объекттары
Шишмә районының гидрографияһы райондың Прибельск убалы-түбәле тигеҙлектәрендә урынлашыуы менән билдәләнә.
Шишмә районының һыу объекттары | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Район йылға, күлдәргә бай төбәк. Дим йылғаһы район биләмәһендә диагональ буйынса төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә аға, оҙонлоғо 80 километрға етә. Ҡарламан йылғаһының һул ҡушылдығы тамағынан түбәнерәк урында Ҡармасан, Сәрмәсән һәм Өршәк йылғалары Шишмә районы биләмәһенә килеп инә.
Райондың йылғалар селтәре Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдыҡтары — бер-береһенә ҡарата параллель рәүештә көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан аҡҡан Дим һәм Өршәк йылға бассейнына ҡарай.
Был йылғаларҙың үҙәндәре киң һәм асиммерик: һул яҡтағыһы уң яҡтағы үҙәнгә ҡарағанда һөҙәгерәк. Ҡушылдыҡтарында ла асимметрия күҙәтелә: һул ҡушылдыҡтар оҙонораҡ һәм бик күп. Өршәк йылғаһының уң яҡ ярында һыуҙа иреүсән тау тоҡомдары (гипс, тоҙ, ангидрид, эзбизташ) булған участкаларҙа рельефтың карст формалары күҙәтелә.
Районда яҡынса 250 тирәһе күл бар, уларҙың һыу өҫтөнөң дөйөм майҙаны 1000 гектарға барып етә. Улар араһында Шөңгәккүл күле — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Дим менән Өршәк йылғалары һыубаҫар үҙәндәрендә, һаҙлыҡлы яр буйҙарында бер туҡтауһыҙ борғосланып аға, шуға ла уларҙың ҡултыҡтары, иҫке улаҡтарында хасил булған күлдәр бихисап: Балдаҡлы, Оло Күл, Ҡалмаҡ-Сәйет, Ҡара-Бүләк, Йәнбаҡты, Йәнҡаратал, Һаҙ Күл һ. б.
Шишмә районының ер аҫты һыуҙары Волга-Урал ҡатмарлы артезиан бассейнының көнсығыш өлөшө сиктәрендә урынлашҡан.
Гидрокарбонатлы сөсө (1г/л тиклем) һыуҙары зонаһы гидрогеодинамик нисбәттә интенсив циркуляция зонаһына тап килә. Уның ҡеүәте йылға үҙәндәрендә 10-20 метр булһа, ҡалҡыу урындарҙа 50-100 метрға етә[1].