Шита́о (ҡыт. 石涛, ысын исеме Чжу Жоцзи́, ҡыт. 朱若极, монах исеме Даоцзи́, ҡыт. 道濟, 1642, Гуанси — 1707, Янчжоу) — Цин династияһы осорондағы ҡытай рәссамы, каллиграф, баҡса оҫтаһы, һынлы сәнғәт теоретигы. Псевдонимы һүҙгә һүҙ әйткәндә «Ташҡа әүерелгән тулҡын» тип аңлатыла.

Шитао

Бамбук һәм ҡарағай менән автопортрет
Исеме:

Чжу Жоцзи́

Тыуған:

1642({{padleft:1642|4|0}})

Тыуған урыны:

Гуанси, Ҡытай

Үлгән:

1707({{padleft:1707|4|0}})

Үлгән урыны:

Янчжоу, Ҡытай

Ил:

Мин империяһы
Цин империяһы

Жанр:

рәссам, каллиграф, баҡса оҫтаһы, һынлы сәнғәт теоретигы

Викимилектә эштәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Шитао сығышы менән 1644 йылда үҙ-ара һуйышта һәләк булған затлы ғаиләнән булған. Иҫән ҡалған хеҙмәтсе баланы буддист ғибәҙәтханаһына тапшыра. 1651 йылда Шитао уны ташлап китә һәм оҙатып йөрөүсе хеҙмәтсе менән бергә ил гиҙергә сығып китә. Ухань, Хунань һәм Аньхой провинцияларында, Нанкин һәм Янчжоу ҡалаларында йәшәгән. 1690 йылда Пекинға килә. 1693 йылда даосизмды ҡабул итә һәм Янчжоуға ҡайта.

Ни Цзань һәм ҡайһы-бер башҡа рәссамдарҙың ижадын юғары баһалаған. Дзэн-буддизм һәм даосизм принциптарына нигеҙләнеп, бер нисә эштәрендә традицион һынлы сәнғәттең сигенә килгән — уның «Ун мең тәртипһеҙ таптар» рәсеме иң яңы Поллоктың абстрактлы экспрессионизмын һ. б. хәтерләтә. «Монах Әсе Ҡабаҡтың һынлы сәнғәт тураһында әңгәмә» трактатында «бер һыҙыҡлы» яҙыу принцибын үҫтерә, унда ул сәнғәттең квинтэссенцияһын күрә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1.  Shitao - l'unique trait de pinceau, dans Images d'Orient, Collections Palettes, Éditions Montparnasse
  • Завадская Е. В. «Беседы о живописи» Ши-Тао. М.: Наука, 1978.
  • Cheng F. Vide et plein: le langage pictural chinois. Paris: Éditions du Seuil, 1979.
  • Cheng F. Shitao 1642—1707: la saveur du monde. Paris: Phébus, 1998.

Һылтанмалар

үҙгәртергә