Евгения Шимкунайте

(Шимкунайте Евгения Францевна битенән йүнәлтелде)

Евгения Шимкунайте (лит. Eugenija Šimkūnaitė; 11 февраль 1920 йыл, Новороссийск, Рәсәй Совет Республикаһы27 ғинуар 1996 йыл, Вильнюс, Литва) — Литва һәм СССР дарыуханасыһы һәм этнографы, дарыу үҫемлектәре белгесе. Тәбиғи фәндәр докторы.

Евгения Шимкунайте
лит. Eugenija Šimkūnaitė
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Литва
 СССР
Тыуған көнө 11 март 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1]
Тыуған урыны Новороссийск, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 27 ғинуар 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (75 йәш)
Вафат булған урыны Вильнюс, Литва
Һөнәр төрө ботаник, аптекарь, этнограф
Уҡыу йорто Бөйөк Витовт университеты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Евгения Шимкунайте 1920 йылдың 11 февралендә Новороссийскиҙа тыуған. Уның атаһы Пранс Шимкунас — дарыуханасы, сығышы менән Индубакиай тигән литва ауылынан, ә әсәһе Ольга Лебедева — Новороссийскиҙан шәфҡәт туташы. 1922 йылда ғаилә Литваға ҡайтҡан; Таурагнай[lt] ҡалаһында Евгенияның атаһы үҙ дарыуханаһын асҡан [2].

Карьераһы

үҙгәртергә

Башланғыс мәктәптән һуң Утян гимназияһына уҡырға керә һәм уны 1937 йылда тамамлай. Шул уҡ йылда Бөйөк Витовт университетына уҡырға инә, бында фармацевт һөнәре ала. 1941 йылдан Каунаста һәм Таурагнайҙа дарыуханасы була, ә 1942 йылдан 1947 йылға тиклем Вильнюс университеты ҡарамағындағы дарыу үҫемлектәре баҡсаһында эшләй. 1951 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ына китә, бында хәҙерге Дарыу һәм хуш еҫле үҫемлектәрҙең бөтә Рәсәй фәнни-тикшеренеү институты системаһында дарыу үҫемлектәре сырьеһын йыйыуҙы тикшереү менән шөғөлләнә. Литваға ҡайтҡас, бер нисә йыл дауамында Литва Фәндәр академияһының Биология институтында эшләй, һуңыраҡ Баш дарыухана идаралығына күсә һәм бында Дарыу үҫемлектәре бүлегендә хаҡлы йылға сыҡҡанға тиклем эшләй[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Евгения Шимкунайтеның фәнни эшмәкәрлеге дарыу үҫемлектәре менән бәйле. Университетта уҡыу йылдарында уҡ улар тураһында күберәк белеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаллана. 1951 йылда «Литва ССР-ында валериана культураһы» тигән темаға диссертация яҡлай. Был Литваның үҫемлек ресурстарын өйрәнеү өлкәһендә тәүге хеҙмәттәрҙең береһе була. Һуңыраҡ Шимкунайте крайҙың барлыҡ дарыу үҫемлектәре тураһында мәғлүмәт йыя башлай, бер үк ваҡытта уларҙың үҫеш шарттарын өйрәнә һәм баҫыуҙа тәжрибәләр уҙғара. Йыйылған материалдаын дөйөмләштереп, 1951 йылда «Литва дарыу үҫемлектәре ресурстарын файҙаланыуҙың биологик нигеҙҙәре» тигән темаға хабилитацион хеҙмәт яҡлай, был уның тормошонда иң ҙур фәнни хеҙмәте[3].

Ботаниканан тыш Евгения Шимкунайте шулай уҡ урындағы фольклор, йолалар һәм байрамдар менән ҡыҙыҡһына, быға үҙенең бер нисә китабын бағышлай. Археологтар менән бәйләнеш тота, уларға ҡаҙыу эштәре барышында табылған үҫемлек ҡалдыҡтарын асыҡларға ярҙам итә һәм алынған мәғлүмәттәрҙе үҫемлектәрҙең Литвала таралыу юлдарын өйрәнгәндә ҡуллана[3].

1993 йылда Литва фәнни советы Шимкунайтеға «тәбиғи фәндәр докторы» дәрәжәһен бирә[4].

Евгения Шимкунайте 1996 йылдың 27 ғинуарында Вильнюста вафат була. Таурагнайҙа ата-әсәһе ҡәберҙәре янында ерләнгән[3].

  • 1997 йылда Евгения Шимкунайте фонды булдырыла, уның маҡсаты — йәш фармацевтарға, айырым әйткәндә, дарыу үләндәрен һәм үҫемлектәрен өйрәнеүселәргә булышлыҡ күрһәтеү.
  • 1998 йылда Таурагнай ҡалаһының урта мәктәбе Шимкунайте исеме менән атала[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Eugenija Šimkūnaitė // https://www.vle.lt/straipsnis/eugenija-simkunaite/
  2. 2,0 2,1 Р. Янкявичене, Ж. Лаздаускайте Евгения Шимкунайте (1920.11.03—1996.27.01) // Acta medico-historica Rigensia. — 1997. — Т. III (XXVII). — С. 456—458.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Eugenija Šimkūnaitė (1920-1996) (лит.). Lietuvos archeologijos draugija. Дата обращения: 22 май 2019.
  4. Habil.Dr. E. Šimkūnaitės. Gyvenimas ir veikla (лит.). Eugenijos Šimkūnaitės labdaros ir paramos fondas. Дата обращения: 22 май 2019.