Шелонь һуғышы — рус. Шело́нская би́тва — 1471 йылғы Мәскәү-Новгород һуғышының бер өлөшө. Һуғыш йылдың 14 июлендә Шелонь йылғаһының һул ярында воевода Даниил Холмский етәкселегендәге Мәскәү ғәскәрҙәре менән Марфа Посадницаның улы Дмитрий Борецкий етәкселегендәге Новгород ополчениеһы араһында була. Һуғыш һөҙөмтәһендә Новгород ауыр еңелеүгә дусар була, уның иң яҡшы яугирҙары юҡ ителә, был Новгород республикаһының тамам еңелеүен һәм 1477—1478 йылдарҙа буласаҡ Мәскәү-Новгород һуғышы ваҡытында Мәскәүгә буйһонасағына тәүшарт булдыра.

Шелонь һуғышы
Дәүләт  Рәсәй
Урын Шелонь
Ваҡиға ваҡыты 14 июль 1471
Карта

Башланыуы

үҙгәртергә

Новгород һәм Мәскәү ғәскәрҙәре араһындағы һуғыш Новгород Республикаһы менән Мәскәү Бөйөк Кенәзлеге араһындағы конфликт көсәйгән ваҡытта килеп сыға.

XV быуаттың икенсе яртыһында Мәскәү кенәзлеге Новгород Республикаһына баҫымды арттыра. Унда Марфа Борецкая етәкселегендә Бөйөк Литва кенәзлеге менән союз төҙөргә ниәтләнгән баярҙар төркеме барлыҡҡа килә, сөнки тегеләр Мәскәү Бөйөк Кенәзе ымһыныуҙарына ҡаршы көрәштә ярҙам вәғәҙә итәләр. Новгородтар архиепископ вазифаһына үҙ кандидаттарын Мәскәү митрополитына түгел, ә Бөйөк Литва кенәзлегендә урынлашҡан Киев православие митрополитына ебәрәләр. Шул уҡ ваҡытта, Казимир IV-нән улар Иван III менән һуғыш сыҡҡан осраҡта ярҙам һорап һөйләшә башлайҙар. Был ғәмәлдәр халыҡтың асыуын сығара. Баярҙар араһында ла берҙәмлек булмай. Һөҙөмтәлә Новгородтың хәрби көсө зәғифләнә.

Новгородтың Казимир менән союз төҙөү өсөн дипломатик тырышлығы уңышһыҙ булып сыға. Мәскәү ғәскәрҙәренең тиҙ арала һөжүм итеүе новгородлыларға һөйләшеүҙәрҙе тамамларға ҡамасаулай. Мәскәү ғәскәрҙәренә теләктәш Тверь һәм Псков Бөйөк кенәзлектәре полктары, шулай уҡ Ҡасим ханлығы хакимы Данияр үҙ һуғышсылары менән ҡушыла.

Һуңға ҡалып ҡына новгородтар Василий Казимир һәм Марфа улы Дмитрий Борецкий етәкселегендә Новгород ополчениеһы ойоштора алалар. Новгород армияһының һан өҫтөнлөгенә ҡарамаҫтан, мәскәүҙәр хәл иткес еңеүгә өлгәшәләрләр. Новгород сығанаҡтарынан күренгәнсә, башта новгородтар һан өҫтөнлөген ҡуллана алғандар. Ләкин һуңынан татар атлылары Новгород пехотаһына ташлана,[1][2]улар Иван III ғәскәренең төп һөжүм көсө була. Дмитрий Борецкий ҡулға алына һәм үлтерелә, Новгород дворяндарының вәкилдәре ҡаты репрессияларға дусар була.

Йылъяҙмала был хаҡта «обретеся нятцов (пленников) 1000 и 700 человек» тип яҙылған. Хәйер, тарихсылар был һандарға шик менән ҡарай.

Иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә

Скирино ауылы ситендә иҫтәлекле тәре ҡуйылған (координаттары: 58.150021 с. ш., В 30.451570 д.), унда ике таҡта беркетелгән:

Беренсе яҙма: «Помяни, Господи, души усопших рабов Твоих, положивших живот свой на поле брани за Веру и Отечество, и прими их в Небесный чертог Свой. Аминь.»

Икенсе яҙма: «Поле Шелонской битвы 14 (27) июля 1471 г., где созидательные силы России победили гибельный раздор междоусобий. Трудами Великого князя Московского Ивана III был открыт путь к созиданию единого централизованного Русского государства. Вечная память и вечная слава нашим великим предкам!»[3]

Велебица ауылында 2001 йылдың 27 июлендә Шелонь һуғышы иҫтәлегенә алты метрлыҡ имән тәре ҡуйылған. Нигеҙ буйындағы иҫтәлекле таҡтаташта яҙма: «Жертвам Российских лихолетий — вечная память. Создателям Единой России — вечная благодарность потомков»[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Карамзин Н. М. История государства Российского. Том 6, глава 1.
  2. Карамзин Н. М. История государства Российского. Том 6, глава 1.
  3. Стоит понимать, что «14 (27) июля 1471 г.» это ошибочный пересчёт даты, по причине того, что в XV веке ещё не существовало Григорианского календаря, а по пролептическому григорианскому календарю эта дата соответствует 23 июля, а не 27.
  4. Кривошеев Ю. В. Место битвы изменить нельзя. 2004 йыл 15 декабрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә