Швед ҡапҡаһы (лат. Zviedru vārti, швед. Svenskporten) — мәҙәниәт ҡомартҡыһы, архитектура комплексы, Латвияла Рига ҡалаһының Торня урамында бер нисә йортта урынлашҡан.

Швед ҡапҡаһы
латыш. Zviedru vārti
Нигеҙләү датаһы 1698
Рәсем
Дәүләт  Латвия
Административ-территориаль берәмек Рига һәм улица Торня[d]
Карта
 Швед ҡапҡаһы Викимилектә

XVII быуат башында бөгөнгө Торня урамы районында ҡала стенаһы буйында торлаҡ йорттар әүҙем төҙөлә башлай. Яңы төҙөлгән ҡоролмаларға ябып ҡуйыла торған инеү урыны кәрәк була. Ошо маҡсат менән 1698 йылда, швед хакимлығы ваҡытында, торлаҡ йорт стенаһына яңы ҡала ҡапҡаһы уйып яһала, ул беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған берҙән-бер ҡапҡа булып тора.

Был районда ҡасандыр Юргендың оборона башняһы була (рус сығанаҡтарының ҡайһы берҙәрендә Юрьевский тип атала), был ярым түңәрәк бейек башняның аҫҡы өлөшө һуңыраҡ күршеләге ҡапҡалы 11-се йортона урынлаша.

1926 йылда Швед ҡапҡаһы ҡаланан Латвия архитекторҙары йәмғиәте тарафынан ҡуртымға алына, һәи йорт үҙенең яңы тәғәйенләнешенә ярашлы үҙгәртеп төҙөлә.

Реконструкциянан һуң биналар төп нөсхәһендәге ҡиәфәтен ала. Фронтонына, порталына, битлектәре менән консолдәренә барокко стиленә хас һыҙаттар бирелә. Ике йорт (һуңыраҡ өсөнсөһө лә) архитектура комплексы тәшкил итә, унда бөгөн Латвияның архитекторҙар союзы урынлаша, китапхана һәм студия эшләй.

 

Интерьеры 19261928 йылдарҙа архитектор А.И. Трофимов проектына ярашлы дөйөм төҙөлөшкә тап килтерелә. XVIII быуаттарҙың кафель мейесе ҡуйыла, барокко һәм классицизм стилендәге плафондар тергеҙелә.

Ике реконструкциянан һуң бөгөнгө ҡиәфәтен ала: 19531956 йылдарҙа яңы 13-сө йорт төҙөп һәм 15-се йортто 19861987 йылдарҙа берләштереп, А.А. Рейнфелдс проекты буйынса киңәйтелә[1].

Әҙәбиәт һәм сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • А. К. Круминь. «Сокровища зодчества народов СССР. Рига». Издательство Академии архитектуры СССР. Москва, 1947
  • Энциклопедия «Рига», главная редакция энциклопедий, Рига 1989
  • Андрис Колбергс. «Книга о Риге»; Полиграфическая фирма Яня сета, Рига 1998
  • Janis Krastins, Ivars Strautmanis «Riga. The Complete Guide to Architecture»; Riga, Projekts 2004  (инг.)
  • J. Straubergs. «Rīgas vēsture»; Rīga, 1932  (латыш.)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Достопримечательности Риги
  • Шведские ворота (Приекуле)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Рига: Энциклопедия = Enciklopēdija «Rīga» / Гл. ред. П. П. Еран. — 1-е изд.. — Рига: Главная редакция энциклопедий, 1989. — 880 с. — C. 778. — 60 000 экз. — ISBN 5-89960-002-0