Шаһ Солтан Хөсәйен мәсете

Шаһ Солтан Хөсәйен мәсете — XVIII быуат мәсете, Әзербайжандың Апшерон районы Новханы ауылында, Баҡынан 21 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Шаһ Солтан Хөсәйен мәсете
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Апшеронский район[d]
Архитектура стиле Мосолман архитектураһы
Карта
 Шаһ Солтан Хөсәйен мәсете Викимилектә

Мәсет XX быуаттың 30-сы йылдарында йөрөү өсөн совет властары тарафынан ябыла, ваҡыт үтеү менән емерелә һәм яраҡһыҙ хәлгә килә[2].

Мәсет апшерон архитектура мәктәбенә ҡарай[3][4]. Ҡоролма 1752 йылда шаһ Хөсәйен бойороғо менән төҙөлә. Кем булғандыр ул шаһ, тарих ул турала бер ни әйтмәй, әммә мәсет уның исемен йөрөтә. Белгестәр уны апшерон тибының Т- формаһындағы мәсет иҫәбенә индерә. Артабан мәсеттең ҡиәфәте бер нисә үҙгәрешкә дусар була: көнсығыш яҡтан көмбәҙле ҡыйыҡ менән ябылған төкәтмә эшләнә.

Үҙенең күләме менән бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, стеналарҙа архитектура элементтары үҙ нескәлектәрен һаҡлай. Доға ҡылыу залының стеналары орнаменттар менән биҙәлгән, ә көмбәҙе ослайып торған арка ҡиәфәтендә үтәлгән. Әлегә тиклем ҡайһы бер таштарҙа ғәрәп телендәге ҡайһы бер яҙмалар күренә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә