Шаҡша (Өфө районы)


Шаҡша (элекке исеме — Шаҡша станцияһы ҡасабаһы) — БАССР-ҙың Өфө районындағы эшселәр ҡасабаһы, 1980 йылда Өфө ҡалаһы составына инә. Шаҡша ауыл советының административ үҙәге.

Биҫтә
Шаҡша
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Ҡала округы

Өфө

Координаталар

54°45′48″ с. ш. 56°14′28″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

450069

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Шаҡша (Рәсәй)
Шаҡша
Шаҡша
Шаҡша (Өфө районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Шаҡша
Шаҡша (Өфө районы) (Өфө)
Шаҡша

Шаҡша ҡасабаһы Шаҡша тимер юл станцияһындағы эш менән бәйле барлыҡҡа килгән. Түбәндәге ауылдарҙы үҙ эсенә алған: Кирбес заводы ҡасабаһын (унан урындың Кирбес тигән халыҡ атамаһы ҡалған), Протез заводы ҡасабаһын (унан урындың Протез тигән халыҡ атамаһы ҡалған), Ҡасим ауылын (элекке Аксаковтар имениеһы), Курочкин ауылы.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 20 мартындағы 6-2/85 һанлы «Өфө районының Шаҡша эшселәр ҡасабаһын халыҡ депутаттарының Өфө ҡала советы административ ҡарамағына тапшырыу тураһында» указында ошолай тип әйтелә:

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы ҡарар итә:

Өфө районының Шаҡша эшселәр ҡасабаһын халыҡ депутаттарының Өфө ҡала советы административ ҡарамағына тапшырырға.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе Ф.СОЛТАНОВ.

Өфө, 20 март 1980 йыл.

N 6-2/85

http://bashkortostan.news-city.info/docs/sistemao/dok_keqiyi.htm

Агломерация сәйәсәте һөҙөмтәһендә Өфө халҡы миллионға тиклем етә. Көтөп алған миллионлы ҡала статусын Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы рәсми рәүештә 1980 йылдың 12 авгусында ала[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә