Шашҡан (рус. Чашкан) — Рәсәй Ырымбур өлкәһе Соль-Илецк ҡала округының элекке Григорьевка ауыл Советы биләмәһендәге ҡасаба.

Шашҡан
Дәүләт  Рәсәй
Почта индексы 461543
Карта

Географияһы үҙгәртергә

Шашҡан ҡасабаһы Соль-Илецк ҡала округынан көнсығыш-көньяҡ-көнсығышҡа табан туранан яҡынса 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Климаты үҙгәртергә

Климаты ҡырҡа-континенталь, һалҡын ҡырыҫ ҡышлы, йәйен эҫе, ҡыштан йәйгә күсеү осоро ҡыҫҡа, атмосфера яуым-төшөмө етерлек түгел. Ҡышын территория материктан килгән һыуыҡ һауа массаларының йоғонтоһо аҫтында була, ә йәйгеһен Ҡаҙағстандың ярымсүл яҡтарынан континенталь «эҫе» һауа килә, һөҙөмтәлә йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ осоро күҙәтелә. Уртаса йыллыҡ һауа температураһы +5,0°С. Иң һалҡын айҙарҙың уртаса айлыҡ һауа температураһы: −13,0оС (ғинуар, февраль). Иң эҫе уртаса айлыҡ һауа температураһы: +22,6 оС (июль). Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме 339 мм. Йылы осорҙағы яуым-төшөм иң күбе булып тора (апрель-октябрь) — дөйөм алғанда168 мм тәшкил итә. һалҡын осорҙа (ноябрь-март) яуым-төшөм 153 мм самаһы була[1].

Тарихы үҙгәртергә

Ҡасаба эргәлә урынлашҡан бер ҡатлы тимер юл станцияһы буйынса атама алған. Уға рәсми рәүештә атамаһын 1966 йылда бирелгән. 1932 йылда «Григорьев» МТС-ы ойошторолған булған, 1934-35 йылдарҙа уның янында ҡасаба барлыҡа килгән[2].

Этимологияһы үҙгәртергә

Шашҡан атамаһын ҡасаба тимер юл станцияһынан алған булһа, уныһы үҙ сиратында Этшашҡан (Шашҡан) тигән йылғаның исемен үҙләштергән. Йылға, ысынлап та, көслө ағымлы, ташҡынлы, ярҙарынан сығып, юлындағы бар нәмәне ағыҙып алып китеүсән. Шуға ла башҡорттар уға эт кеүек ҡоторған, шашҡан мәғәнәһендә исем дә биргән тип яҙа Ырымбур топонимдар белгесе Б. А. Моисеев «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында. Тора-бара атаманың тәүге — Эт (Ит) тигән өлөшө төшөп ҡалған һәм Шашҡан атамаһы ғына ҡалған.[3]

Әйткәндәй, Этшашҡан атамаһы юғалмаған, һаман да йылға исемендә лә[4], уның менән бәйле күренештәрҙә лә (мәҫәләп, Этшашҡан ярлауы) һаҡланып килә[5].

Халҡы үҙгәртергә

2002 йылда даими рәүештә йәшәүселәр 633 кеше тәшкил иткән (урыҫтар 80 %) , 2010 йылда ла —633[6].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. МО сельское поселение Григорьевский сельсовет Соль-Илецкого района Оренбургской области. Генеральный план. Обоснование. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (2012).(недоступная ссылка)
  2. Дреев П.Л. Топонимы Соль-Илецкого района. Часть 7. (2017).
  3. Поэтому станцию назвали по природным особенностям данной местности, а именно по речке Чашкан — левому притоку реки Курала́, впадающей в Илек. Как свидетельствуют старые географические карты, в прошлом название речки было несколько другим, составным, — Ит-Чашкан. Впоследствии первая часть — Ит- была опущена, сохранилась только вторая, которая и стала названием железнодорожной станции. Первоначальное имя речки Ит-Чашкан, данное башкирами, на русский язык можно перевести словами: ит — «собака», чашкан — «бешеная», следовательно, полный перевод — речка Бешеная Собака, позже — просто Бешеная. Действительно, в весеннее время, когда становится тепло и начинается интенсивное таяние снега, талая вода со всех сторон устремляется в речку. И эта небольшая степная река внезапно и быстро превращается в бушующий водный поток, который с большим шумом и громом несётся по своему руслу, выходит из берегов и всё сметает на своём пути: валит столбы, вырывает с корнем деревья, перекатывает огромные камни и т. д. В таких случаях люди говорят: «Река взбесилась; течёт, как бешеная собака несётся» — Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Б. А. Моисеев; Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1;Дреев П. Л.ОЙКОНИМЫ — наименование населенных пунктов (поселений) Соль-Илецкого городского округа (до 2016 года — Соль-Илецкого района)
  4. Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Том 12. Нижнее Поволжье и Западный Казахстан. Выпуск 2. Урало-Эмбинский район / под ред. З. Г. Марковой. — Л.: Гидрометеоиздат, 1966. — 150 с.
  5. Итчашканский обрыв 2020 йыл 16 ғинуар архивланған.
  6. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Б. А. Моисеев; Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1