Шашҡан (станция)
Шашҡан (рус. Чашкан) — тимер юл станцияһы. Рәсәй Ырымбур өлкәһе Соль-Илецк ҡала округы территорияһында (элекке Григорьевка ауыл Советы) урынлашҡан.
Шашҡан | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Соль-Илецк районы[1] |
Халыҡ һаны | 168 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 461543 |
Географияһы
үҙгәртергәСтанция Соль-Илецк ҡала округы үҙәгенән туранан яҡынса 22 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Климаты
үҙгәртергәСтанциялағы һауа торошо Соль-Илецк районына хас. Климаты ҡырҡа-континенталь, һалҡын ҡырыҫ ҡышлы, йәйен эҫе, ҡыштан йәйгә күсеү осоро ҡыҫҡа, атмосфера яуым-төшөмө етерлек түгел. Ҡышын территория материктан килгән һыуыҡ һауа массаларының йоғонтоһо аҫтында була, ә йәйгеһен Ҡаҙағстандың ярымсүл яҡтарынан континенталь «эҫе» һауа килә, һөҙөмтәлә йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ осоро күҙәтелә. Уртаса йыллыҡ һауа температураһы +5,0°С. Иң һалҡын айҙарҙың уртаса айлыҡ һауа температураһы: −13,0оС (ғинуар, февраль). Иң эҫе уртаса айлыҡ һауа температураһы: +22,6 оС (июль). Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме 339 мм. Йылы осорҙағы яуым-төшөм иң күбе булып тора (апрель-октябрь) — дөйөм алғанда168 мм тәшкил итә. һалҡын осорҙа (ноябрь-март) яуым-төшөм 153 мм самаһы була[3].
Тарихы
үҙгәртергәСтанция Ырымбур-Ташкент тимер юлы төҙөлөшө ваҡытында 1903-1904 йылда төҙөлгән, ҡасабаның иһә нигеҙләнгән ваҡыты 1906 йылдан да алдараҡ түгел.Инженерҙар Шашҡан станцияһын Григорьевканан ситтә төҙөргә мәжбүр булған, сөнки казактар ул ауылда ҡалырға риза булмаған, ныҡышып, ҡырғыҙ-ҡайсаҡ далаһы сигендәрәк, казактарға бирелгән ерҙең иң ситендә ер биреүҙе һораған[4].
Этимологияһы
үҙгәртергәБашта станцияны эргәлә Григорьевка ауылы исеме менән атап йөрөткәндәр һәм был ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған. Рәсмиләштерергә кәрәк булғас, казактар ул атаманы ҡалдырыуға ҡаршы булған һәм эргәләге йылғаның исеменән Этшашҡан (Шашҡан) тигән исем биргән.Йылға, ысынлап та, сығынсаҡ - көслө ағымлы, яҙҙарын ташып, ярҙарынан сығып, юлындағы осраған бер нәмәне ағыҙып алып китеүсән. Шуға ла башҡорттар уға эт кеүек ҡоторған, шашҡан мәғәнәһендә исем дә биргән, тип яҙа Ырымбурҙың топонимдар белгесе Б. А. Моисеев «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында. Йылдар үтеү менән атаманың тәүге — Эт (Ит) тигән өлөшө төшөп ҡалған һәм Шашҡан атамаһы ғына ҡалған.[5]
Этшашҡан атамаһы ла юғалмаған, һаман да йылға исемендә лә[6], уның менән бәйле күренештәрҙә лә (мәҫәләп, Этшашҡан ярлауы) һаҡланып килә[7].
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылда даими йәшәгән халыҡ һаны 210 кеше (урыҫтар - 39%, ҡаҙаҡтар-49%) , 2010 йылда 168[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ МО сельское поселение Григорьевский сельсовет Соль-Илецкого района Оренбургской области. Генеральный план. Обоснование . Федеральная государственная информационная система территориального планирования (2012).(недоступная ссылка)
- ↑ Дреев П.Л. Топонимы Соль-Илецкого района. Часть 7. (2017).
- ↑ Поэтому станцию назвали по природным особенностям данной местности, а именно по речке Чашкан — левому притоку реки Курала́, впадающей в Илек. Как свидетельствуют старые географические карты, в прошлом название речки было несколько другим, составным, — Ит-Чашкан. Впоследствии первая часть — Ит- была опущена, сохранилась только вторая, которая и стала названием железнодорожной станции. Первоначальное имя речки Ит-Чашкан, данное башкирами, на русский язык можно перевести словами: ит — «собака», чашкан — «бешеная», следовательно, полный перевод — речка Бешеная Собака, позже — просто Бешеная. Действительно, в весеннее время, когда становится тепло и начинается интенсивное таяние снега, талая вода со всех сторон устремляется в речку. И эта небольшая степная река внезапно и быстро превращается в бушующий водный поток, который с большим шумом и громом несётся по своему руслу, выходит из берегов и всё сметает на своём пути: валит столбы, вырывает с корнем деревья, перекатывает огромные камни и т. д. В таких случаях люди говорят: «Река взбесилась; течёт, как бешеная собака несётся» — Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Б. А. Моисеев; Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1;Дреев П. Л.ОЙКОНИМЫ — наименование населенных пунктов (поселений) Соль-Илецкого городского округа (до 2016 года — Соль-Илецкого района)
- ↑ Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Том 12. Нижнее Поволжье и Западный Казахстан. Выпуск 2. Урало-Эмбинский район / под ред. З. Г. Марковой. — Л.: Гидрометеоиздат, 1966. — 150 с.
- ↑ Итчашканский обрыв 2020 йыл 16 ғинуар архивланған.
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Б. А. Моисеев; Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1