Шашкин Әхмәт Әриф улы
Шашкин Әхмәт Әриф улы (24 ноябрь 1923 йыл — 15 ноябрь 1954 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерист, кесе сержант.
Тормош юлы
үҙгәртергәӘхмәт Әриф улы Шашкин 1923 йылдың 24 ноябрендә Пенза өлкәһе Сосновоборск районы Индерка ауылында тыуа.
Атай-әсәһе революцияға тиклем крәҫтиән хужалығы менән шөғөлләнгән. Әхмәттең бала сағы Пенза өлкәһе Кузнецк ҡалаһында үтә.
Һигеҙ йәшендә 1-се синыфҡа уҡырға инә.
1937 йылда атаһы вафат булғандан һуң, ғаилә яңынан Индеркаға күсеп ҡайта. 8-се класты тамамлағас, 1941 йылға тиклем "Искра" колхозында иҫәпсе булып эшләй.
1941 йылдың 24 декабрендә Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә саҡырыла.
Быға тиклем, 1941 йылдың 11 декабрендә, ВЛКСМ Үҙәк Комитеты 10 комсомол ағзаһы-саңғысыны һайлап алып хәрби хеҙмәткә саҡырған була. Пенза өлкә Хәрби комиссариатының сәйәси бүлек начальнигы Баранов көслө, сыныҡҡан, саңғыла оҫта йөрөгән егеттәрҙе Мәскәү янындағы Тушино полковник Иовлевҡа, хат тоттороп, оҙата[1].
Саңғысылар батальондары күбеһенсә разведкала һәм ҡатмарлы алыштар барышында файҙаланылған. Был бик ҙур яуаплылыҡ талап иткән задание була. Уларҙы баш ҡаланы, Мәскәүҙе, һаҡлау һуғыштарына әҙерләйҙәр: мәргән атырға, ҡул һуғышына, маскировка һәм һәр төрлө көтөлмәгән ситуацияларҙан сығыу алымдарына өйрәтәләр. Мәскәүҙе обороналағанда, Әхмәт Әриф улы 336-сы айырым полк составында һуғыша[2].
Был алыш йәшерен задание булғандыр, шуға Әхмәт Шашкин уның тураһында бер нәмә лә һөйләмәгәндер.
Артабан ул 237-се Ҡыҙыл Байраҡлы II дәрәжә Суворов һәм II дәрәжә Богдан Хмельницкий орденлы "Пирятин" дивизияһының 837-се полкы сафтарында хеҙмәт итә.
1942 йылдың февралендә Мәскәү өсөн барған ҡаты алыштарҙың береһендә Әхмәт Риф улы Шашкиндың һул аяғының бот һөйәге яралана. Ҡан юғалтҡан һәм һыуыҡта оҙаҡ хәрәкәтһеҙ ятҡан һалдатҡа яңынан терелеп аяҡҡа баҫыу бик еңел булмай.
1942 йылдың 16 февраленән алып 18 февраленә яугирҙар араһында юғалтыуҙар бигерәк күп була.
Чкалов (Ырымбур) ҡалаһындағы 1312-се эвакогоспиталендә бер йылға яҡын дауалана һалдат. СССР Оборона Халыҡ Комиссариатының бойороғона һәм 43-сө статьяһына ярашлы, Табиптар комиссияһының "һул янбаш һөйәге үтәнән-түтә яраланған, армия хеҙмәтенә яраҡлы түгел" тигән яҙыу менән демобилизациялана[3].
Данлыҡлы 237-се дивизия 1943 йылда Воронеж-Косторненск, Харьков, Киев һөжүм операцияларында ҡатнаша. Карпат тауҙарын аша сыға, Чехияны дошмандан азат итә.
237-се Пирятин Ҡыҙыл Байраҡлы II дәрәжә Суворов һәм II дәрәжә Богдан Хмельницкий уҡсылар дивизияһы Еңеүҙе 1945 йылдың 11 майында чехословакия ҡалаһы Пардубице (хәҙер Чех республикаһы) ҡаршылай.
Һуғыштан һуң
үҙгәртергә2-се төркөм инвалиды булып ҡайткандан һуң, 1947 йылға тиклем тыуған ауылы Индеркала йәшәй.
1947-1954 йылдарҙа Ҡаҙағстандың Ҡыҙылурҙа өлкәһе Шымкент районындағы Тартуғай каракуль һарыҡтарын үрсетеү совхозында хеҙмәт итә. 1954 йылда Турлан геофизик экспедицияһына эшкә күсә, әммә ауырып китеү сәбәпле, эштән сыға.
Шунан Ачисай полиметалл комбинатының механик цехына токарь өйрәнсеге булып эшкә инә. Планды үтәй, намыҫлы хеҙмәт итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл һәләкәтенә эләгеп, ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%92%D0%BE%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D1%8B%D0%B5_%D0%BB%D1%8B%D0%B6%D0%BD%D0%B8%D0%BA%D0%B8 Саңғы батальондары
- ↑ https://www.skisport.ru/articles/read/87903/
- ↑ сайт “Память народа”. ЦАМО, Док. 1, Фонд 8502, опись 267373, дело 104
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Индерка
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- сайт "Память народа". ЦАМО, Док. 1, Фонд 8502, опись 267373, дело 104
- сайт "Память народа". ЦАМО, Фонд 8502, опись 267373, дело 11