Шаховская Евгения Михайловна

Шаховская Евгения Михайловна, ҡыҙ фамилияһы — Андреева (1889 йыл1920 йыл) — беренсе урыҫ авиатриссаларҙың береһе, хәрби осоусы, княгиня. Граждандар инженеры кенәз Шаховскийҙың ҡатыны, Г. Е. Распутинға ғашиҡ була.

Шаховская Евгения Михайловна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Титул Кенәз
Тыуған көнө 1889[1]
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 1920[1]
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы[1]
Һөнәр төрө лётчик
 Шаховская Евгения Михайловна Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Шаховская Евгения Михайловна 1889 йылда Санкт-Петербургта бай сауҙагәр Андреев Михаил Петрович ғаиләһендә тыуа. Юғары аҡһөйәктәр тәрбиәһе, һуңынан яҡшы белем ала.

1911 йылдың 16 авгусында аэропландың матди часы һәм пилот техникаһы буйынса имтихан тапшырып, Йоханнистал (Германия) осоусыһы дипломы ала. Германияла, Йоханнистал аэродромында инструктор булып эшләй.

1913 йылдың 11 апрелендә авиация һәләкәтендә уның ғәйебе буйынса билдәле летчик Всеволод Абрамович һәләк була, һөҙөмтәлә Шаховская авиатор карьераһын тамамлауы тураһында ҡарар ҡабул итә.

1914 йылдың яҙынан ул йәнә оса башлай, Беренсе донъя һуғышы башланғас, Николай II үҙен хәрби осоусы сифатында фронтҡа ебәреүен үтенеп мөрәжәғәт итә. Батша уның үтенесен ҡәнәғәтләндерә, 1914 йылдың 1 ноябренән Шаховская прапорщик дәрәжәһендә 1-се армия авиаотрядында була. Ковенск авиация отрядында хеҙмәт итә[2]. Хәйер, хәрби осоусы карьераһы оҙаҡҡа һуҙылмай. Ул 1914 йылдың декабрь аҙағында уҡ Ковенск авиаотрядынан ҡыуыла.

Һуңыраҡ (шул ваҡытта иҫәпләүҙәренсә, тикшерелмәй) Германия файҙаһына шпионлыҡ итеүҙә ғәйепләнә. Шаховскаяны ҡулға алалар һәм үлем язаһына хөкөм итәләр. Әммә Николай Икенсе язаны ғүмерлеккә бер монастырға ябыу менән алмаштыра. Княгиняны февраль революцияһы азат итә[3]. Һуңынан ул Гатчина музейында эшләй, әммә аҡса туҙҙырғаны өсөн вазифаһынан бушатыла.

Граждандар һуғышы ваҡытында большевиктарға хеҙмәт итә һәм 1919—1920 йылдарҙа Киев ГубЧК-һында тәфтишсе була. Был осорҙа ул үҙен шпионажда ғйепләп эш алып барыусыларҙан үс алып өлгөрә[3]. Әсирҙәрҙән һорау алыу һәм язалау ваҡытында ҡанһыҙлығы менән айырылып тора. 1920 йылдың көҙөндә башҡа чекистар менән иҫерек атыш ваҡытында һәләк була.

Фотоһүрәттәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #1058617729 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Шаховская Евгения Михайловна
  3. 3,0 3,1 Макеев С. Красные девицы, белые девицы (рус.) // Совершенно секретно : Газета. — Москва, 2008. — В. 224. — № 1. — С. 34—36. Архивировано из первоисточника 17 март 2014.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • М.Л. Дольников, М.Л. Дольникова. Икары российского неба. — Ногинск, 2005. — P. 251.

Һылтанмалар үҙгәртергә