Шафран (шифахана)
Шафран шифаханаһы — Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының Шафран ауылында урынлашҡан климат һәм ҡымыҙ менән дауалаусы ойошма.
Шафран | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Әлшәй районы |
Урынлашыуы
үҙгәртергәШифахана Өфөнән 138 км көньяҡ-көнбайыштараҡ, Шафрантимер юлы янында , Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының итәгендә, диңгеҙ кимәленән 230—250 м бейеклектә урынлашҡан[1]. .
Климаты
үҙгәртергәКлиматы континенталь. Ҡыш уртаса һалҡын (ғинуарҙа уртаса т. −15оС), йәй йылы, яҡты (июль айында уртаса +19ос). Уртаса яуым-төшөм миҡдары — йылына 400 мм самаһы. Ҡояшлы сәғәттәр һаны — йылына 2055[2]. .
Тарихы
үҙгәртергәБеренсе шәхси ҡымыҙ менән дауалау йорто 1882 йылда тайный советник ҡатыны О. В. Шафранова тарафынан асыла. Йәйге осорҙа 60-ҡа яҡын кешегә хеҙмәт күрһәтелгән[3].
Бер аҙҙан Шафран станцияһы янында ҡымыҙ менән дауалаған тағы бер нисә йорт эшләй башлай.
1919 йылда «Дөйөм дәүләт әһәмиәтендәге дауалау урындары тураһында»ғы декрет[4] менән бәйле, улар базаһында 360 койкаға иҫәпләнгән хәҙерге Шафран дөйөм дәүләт шифаханаһы ойошторола. Беренсе тапҡыр курорт эшен фән менән бәйләп, ҡымыҙ менән дауалауҙы фәнни нигеҙгә ҡуйып, берҙәм шифахана режимын эшләргә тәҡдим ителгән.
1923 йыл дауалау миҙгелендә санаторийҙа 460 ауырыу дауалау курсы уҙа һәм 92,9 процент ауырыуҙарҙың яҡшы һөҙөмтәләренә ирешелә. «Шафран» шифаханаһы ул йылдарҙа уҡ сит илдә лә таныла.
1923 йыл дауалау миҙгелендә Америка полковнигы Белл миссияһы вәкиле үтенесе буйынса, Шафранға дауалау курсы үтергә Американың алты гражданы килә. Һуғыш ваҡытында санаторий яралылар өсөн госпиталь булараҡ эшләй. 1960 йылда Башҡортостан республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының шул саҡтағы баш урологы, Башҡорт медицина институты профессоры Леонид Петрович Крайзельбурд тырышлығы менән урология бүлеге асыла[5].
Санаторий биналарында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 2576-сы эвакогоспиталь урынлаштырыла, унда 1943 йылға тиклем яралылар, артабан туберкулез менән ауырыусылар дауалана.
1960 йылдан — Башҡортостан Республикаһының туберкулездың төрлө формаларын (үпкә, һейҙек системаһы, ҡорһаҡ ҡыуышлығы органдары зарарланыуы) ҡымыҙ менән йыл әйләнәһенә дауалау өсөн 460 койка (1994) иҫәпләнгән санаторий. Шуға бәйле күп ауырыуҙарҙы (специфик булмаған үпкә һәм тын алыу юлдары, ашҡаҙан-эсәк тракты, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һ. б. сирҙәр) дауалау үткәрелә[6].
Дауалау ысулдары
үҙгәртергәТөп дауалау ысулдары: ҡымыҙ һәм климат; диеталар, дауалау физкультураһы, физиотерапия, бактерияға ҡаршы һәм патогенетик дауалау киң ҡулланыла.
Санаторийҙың клиник, биохимик, бактериологик лабораториялары бар. Рентгенология, функциональ диагностика, эндоскопия, стоматология, физиотерапевт. һ. б. кабинеттар эшләй. Үҙенең ярҙамсы хужалығы, ҡымыҙ оҫтаханаһы дауаланыусыларҙы урындағы продукция менән тәьмин итә[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Шамаев А. Г. Башкирский кумыс. Уфа, 1989.
- ↑ Шамаев А. Г. Башкирский кумыс. Уфа, 1989.
- ↑ Станция Шафраново (старинное фото)
- ↑ № 231. Декрет Совета Народных Комиссаров. О лечебных местностях общегосударственного значения 2020 йыл 25 июнь архивланған.
- ↑ Станция Шафраново (старинное фото)
- ↑ Шамаев А. Г. Башкирский кумыс. Уфа, 1989.
- ↑ Санаторий Шафраново
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шафраново // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Шамаев А. Г. Башкирский кумыс. Өфө, 1989.