Шанлыурфа
Шанлыурфа (тур. Şanlıurfa) — Төркиәнең көньяҡ-көнсығышындағы ҡала, Шанлыурфа иленең баш ҡалаһы. Элегерәк Эдесса булараҡ билдәле булған. Шанлыурфа ҡалаһында төрөк, курд һәм ғәрәп халҡы ҡатнаш йәшәй. Шанлыурфа Евфрат йылғаһынан көнсығышҡа табан яҡынса 80 километрҙағы тигеҙлектә урынлашҡан. Ҡала климаты үтә эҫе һәм ҡоро йәйе һәм һалҡын, дымлы ҡышы менән айырылып тора.
Ҡала | |||||||||
Шанлыурфа төр. Şanlıurfa | |||||||||
| |||||||||
Ил | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ил | |||||||||
Координаталар | |||||||||
Мэр |
Әшрәф Әхмәт Факибаба | ||||||||
Элекке исеме |
Урха (әрм. Ուռհա) | ||||||||
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге |
477 м | ||||||||
Халҡы | |||||||||
Сәғәт бүлкәте | |||||||||
Телефон коды |
+90 414 | ||||||||
Почта индексы |
63 000 | ||||||||
Һанлы танытмалар | |||||||||
Автомобиль коды |
63 | ||||||||
Рәсми сайт |
sanliurfa.bel.tr (төр.) | ||||||||
Ҡаланан яҡынса төньяҡ-көнсығышҡа табан 12 саҡрым алыҫлыҡта Гөбәклетәпә неолит осоро билдәле торамаһы урынлашҡан, унда б. э. т. 10-сы мең йыллыҡта нигеҙ һалынған билдәле ғибәҙәтхана бар[2]. Был район неолит революцияһы башланған тәүге торама пункттар селтәренең бер өлөшө булып тора. Уның йәһүд, мәсихселәр һәм ислам тарихы, шулай уҡ Ибраһимдың тыуған ҡалаһы булған тарихы менән бәйләнеше арҡаһында, Шанлыурфаны «пәйғәмбәрҙәр ҡалаһы» тип атағандар[3].
Атамаһы
үҙгәртергәАрамей телендә ҡала Ургой тип йөрөтөлгән. Антиох IV Епифан уны Антиохия Каллирго́й, Селевк I Никатор, моғайын, Грециялағы ошо уҡ исемдәге ҡала хөрмәтенә уның исемен — Эдесса тип атаған. Римлеләр осоронда ваҡытында ул Аврелий Антоний һәм Опеллий Макриан, шулай уҡ Александрия тип йөрөтөлгән. Урта быуаттарҙа француздар уны Эдесса, ә Сүриә авторҙары Урхой/Орхой тип атаған. Һуңғараҡ ҡала Урфа тип аталған. Күрд телендә ҡала Рыха (Riha) тип атала.
1983 йылда провинция һәм Урфа атамаларына ҡаланың француз оккупанттарына ҡаршы һуғыштағы ҡаҙаныштары хөрмәтенә Шанлы- (башҡ. данлы) приставкаһы өҫтәлә.
Географик урыны
үҙгәртергәШанлыурфа ҡалаһы Анатолияның көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан һәм шул уҡ исемле илдең баш ҡалаһы булып тора. Географик яҡтан ҡала Төньяҡ Месопотамияға ҡарай.
Шанлыурфа Ефраттан 80 саҡрымда һәм Төркиә-Сүриә сигенән 45 саҡрым алыҫлыҡта, уңдырышлы тигеҙлектең төньяҡ-көнбайышында, көнбайышта, төньяҡта һәм көнсығышта тауҙар менән уратып алынған ерендә, урынлашҡан. Харран үҙәненең көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Ҡала буйлап өс шишмә ағып ята.
Шанлыурфа боронғо сауҙа юлдары киҫешкән ерҙә: Фарсы иленән һәм Нусайбиндан Самосатаға һәм Урта диңгеҙ буйына көнбайыш-көнсығыш юлында, Диярбаҡырҙан Харранға һәм Сүриәгә алып барған төньяҡ-көньяҡ юлында урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәТарихҡаса осор
үҙгәртергәБ. э. т. 9000 йыл тирәһе менән билдәләнгән Гөбәклетәпә боронғо ғибәҙәтхана комплексы Шанлыурфа ҡалаһы янында урынлашҡан. Урфа — ул б. э. т. 2000 йылда уҡ шумер, аккад һәм хетт шына яҙмаларында телгә алынған хуррит ҡалаһы Уршу тигән фараздар бар. Б. э. т. 1370 йылда Бөйөк Кир батша яулап алған илдәрҙән ҙур өлкәләр яһаған. Өршәкте Суппилулиум ҡарамағы аҫтында хетттар яулап ала. Хетт батшалығы байығандан һуң Өршәк Каркемиш ҡарамағына күсә.
Б. э. т. 1370 йылда Уршу ҡалаһы Суппилулиум I батша етәкселегендә хеттар тарафынан яулап алған. Хетт батшалығы бөлгөнлөккә төшкәндән һуң, Уршу Каркемиш ҡарамағына күсә.
Боронғо быуаттарҙа
үҙгәртергә№аланы Александр Македонский яулап ала. Селевк I Никатор сәйәси сәбәптәр арҡаһында ҡалаға грек атамаһын Эдесса — Македониялағы шул уҡ исемдәге ҡала атамаһын биргән. Эдессаға нигеҙ һалыныу көнө тип ғәҙәттә б. э. т. 303 йыл күрһәтелә. Дүрт мөйөшлө стеналы һәм ҡапҡалы, донъя яҡтарына ориентирланған ҡала тура мөйөш планлы төҙөлгән. Ҡәлғә өлөшләтә ҡала стеналарынан ситкә сығып торған.
Селевкидтар дәүләте тарҡалғандан һуң, Эдесса тирәләй Осроендың бойондороҡһоҙ Ассирия батшалығы барлыҡҡа килгән. Уның батшалар исемлеге Сүриә архиепископы Дионисий Телльмарский хроникаһында килтерелгән. Апостол Фаддей Абгар V Уккамды суҡдырғандан һуң, был батшалыҡ мәсихселәрҙең беренсе дәүләте булып киткән.
Римлеләр ваҡытында ҡала тәүҙә үҙ бойондороҡһоҙлоғон һаҡлаған. Бөйөк Гней Помпей б. э. т. 67 йыл тирәһе Абгар Эдесскийҙы тәхеткә ултыртҡан. Плутарх яҙғанса, һуңғыһы б. э. т. 53 йылда Каррах алышында Марк Лициний Крассты еңеүҙә мөһим роль уйнаған. Шунан һуң Эдесса Осроена менән бергә парфяндар ҡулына күскән.
Ургой үҙенең сәркәтибе һәм рәссамы Ханнан аша Ғайса Мәсих менән хат яҙышҡан беренсе мәсихсе-батша Абгар V Уккам арҡаһында билдәле булған. Изге Яҙма йәғни Тәүрат буйынса, Абгар (Авгарь) Ғайсанан һауығыуы тураһында үтенгән. Ғайса, йөҙөн яулыҡ менән һөрткән, һәм уның образы яулыҡта ҡалған. Ғайса яңынан терелгәндән һуң, апостол Фаддей, батшаға яулыҡты ҡайтарып биргән, һәм батша, ундағы образға ҡағылыу менән, һауыҡҡан. Рәхмәт йөҙөнән Абгар христиан динен ҡабул иткән. Шулай итеп, беренсе христиан иконаһы барлыҡҡа килә (ҡара: Спас Нерукотворный).
114 йылда Рим императоры Траян Оронталағы Антиохияға барғанда, шулай уҡ Абгар исемен йөрөткән Эдесса батша уға бүләктәр: улар араһында 200 самаһы ат биргән. Әммә 116 йылда уҡ ҡала римлеләр тарафынан емертелгән. Император Адриан парфян принцы Парфамаспатты Эдессаның хакимы итеп тәғәйенләгән. 165 йылда ҡала парфяндрға ҡаршы фетнә күтәргән һәм римлеләргә ҡала ҡапҡаларын асҡан, рим наместнигы ҡаланың батшаһы булып киткән.
Эдесса баштан уҡ Ай илаһы Синға табыныуҙа эргәһендә урынлашҡан Харранға ҡаршы көрәшә. Шулай уҡ Тарат алиһәһен хөрмәтләп табыныу хаҡында ла билдәле. Вардесандың III быуат башындағы "Закондар китабы"нда Сүриәлә һәм Ургойҙа ирҙәрҙе Тарат хөрмәтенә бестереүҙәре хаҡында хәбәр ителгәйне. Шулай ҙа Эдесса бик иртә христиан ҡалаһы булып киткән. Фаразланыуынса, беренсе мәсихселәр сиркәүҙәре Абгар VIII батша (177—212) идара иткән ваҡытта төҙөлгән булған.
194 йылда Эдесса римлеләргә ҡаршы фетнә күтәргән, ләкин ихтилалды император Септимий Север баҫтырған. Абгар IX (212—214) бер аҙға тәхеткә ултырған. Әммә тиҙҙән ул Римдә вазифаһынан бушатыла һәм император Каракалла тарафынан үлтерелә, ә ҡала 214 йылда Рим колонияһына әйләнә.
233 йылда ҡалаға изге Фоманың (Маар Тумдың) мәйете килтерелеп, төп сиркәүҙә ерләнгән. Артабанғы йылдарҙа Эдессала батшалар идара итеүен дауам иткән, шулай итеп 243 йылда Авгар исемле сираттағы батша ғаиләһе менән Римға күсеп килгән.
259—260 йылдарҙа император Валериан I етәкселегендәге римлеләрҙең ғәскәрен Шапур I етәкселеге аҫтындағы фарсылар Эдесса янында тар-мар итә, ә император үҙе әсирлеккә эләккән.
Һуңғы антиклыҡ
үҙгәртергәЭдессаның тәңкәләр һуғыу хоҡуғына эйә ине, үҙенең юғары йәмғиәте, ҡала каруандар менән килтерелгән зиннәтле әйберҙәр менән сауҙа итеү үҙәге булды. Шулай итеп, элек-электән Эдесса менән Һиндостан араһында сауҙа мөнәсәбәттәре булған. Был үҙ сиратында Азия һәм Европа илдәре араһында бәйләнештәр урынлаштырыуға килтерҙе, яҡшы нығытылған ҡала иҡтисади яҡтан сәскә атты.
Һуңғы антиклыҡ осоронда Эдесса Сүриә — Рим Көнсығышының мөһим дини һәм ғилми үҙәге булған. Хатта византия императоры Зенондың бойороғо буйынса 489 йылда «Эдесса мәктәбе» ябылған, ә уның профессорҙары фарсы Нусайбинына ҡасҡан. VI быуатта ҡала көнсығыш римдар һәм фарсылар араһындағы көрәш үҙәгенә әүерелгән. 543 йәки 544 йылда Сәсәниҙәр династияһы фарсы шаһиншаһы Хөсрәү I Ануширван тарафынан Эдессаның ғәйәт ҙур нығытмаһы емерелә. 525 йылда ҡаланың күпселек өлөшөн ярҙарынан сыҡҡан Скирт йылғаһы (Дайсан) емерә. Византия императоры Юстиниан I ҡаланы тергеҙеү эштәрен башҡарырға бойорған.
Урта быуаттар
үҙгәртергә638 йылда ҡала мосолмандар ҡулына эләгә, шуның менән ҡаланың антик тарихы тамамлана. 1052 йылда Эдесса яңынан Византияға күскән. Шунан һуң власты әрмән кенәзе Абу-Каб баҫып ала, ул үлгәндән һуң ҡала уның улы Вәсилгә күсә. Һуңынан ҡалаға Византияның элекке куропалаты Филарет Варажнуни алмашҡа килә, уға алмашҡа уның офицеры Торос Эдессалы килә. Ул сәлжүктәрҙең сапҡындарын туҡтата, ләкин 1097 йылда беренсе тәре походы тәре йөрөтөүселәрен ярҙамға саҡыра һәм уларҙың башлығы граф Балдуин I Булонскийҙы уллыҡҡа ала. 1098 йылда халыҡ ихтилалында Торос үлтерелгәндән һуң, ҡаланы Эдесса графлығының баш ҡалаһы, ә Балдуинды Эдессаның графы итеп иғлан итеп, власты тәре йөрөтөүселәр баҫып ала. Әммә 1144 йылда Алеппонан Эмад әд-Дин Занга сәлжүктәре ҡаланы баҫып алған, талаған һәм 1147 йылда тулыһынса юҡ иткән. Эдессала архиепископ етәкселегендә йәшәүселәрҙең күбеһе үлтерелгән. Тәре йөрөтөүселәрҙең еңелеүе икенсе тәре походын ойошторолоуына сәбәп була.
Артабанғы быуаттарҙа ҡаланы монголдар, Аҡ Ҡуйлылар державаһы, һуңғараҡ (уңышһыҙ ынтылыштарҙан һуң) мәмлүктәр яулай.
1637 йылда Эдессаны Ғосман империяһы яулап алына һәм ҡала атамаһы Урфа тип үҙгәртелә. Ул ваҡытта ҡала мамыҡ, күн һәм ҡиммәтле таштар һатыу буйынса сауҙа үҙәге булған.
1830 йылда ҡала ҡыҫҡа ваҡытҡа Мөхәммәт али Паша һидивы биләмәһенә (вице-солтанлығы) эләгә.
1895 йылда Анатолияның көньяғында һәм көнсығышында солтандың махсус ғәскәрҙәре — хамидие тарафынан әрмәндәр һәм Сүриә христиандарын физик юҡ иткәндән һуң, 1895 йылда Иоһанн Лепсиус ҡалала һуйыштан ҡотола алғандар өсөн бер нисә миһырбанлыҡ йорто төҙөй. Был йорттарға 1903 йылдан Дания миссионеры Карен Йеппе етәкселек иткән, Беренсе бөтә донъя һуғышы ослронда ул күп әрмән балаларын геноцидтан ҡотҡарыусы булған. 1917 йылда Йеппе сәләмәтлеге ҡаҡшау арҡаһында Төркиәнән китергә мәжбүр була һәм үҙ эшен күрше Сүриәлә Милләттәр лигаһының рәсми вәкиле сифатында дауам итә. 1919 йылдың мартында Британия ғәскәрҙәренең Урфаны баҫып алыуы ҡалаға ҡыҫҡа мөҙҙәткә тын алыу мөмкинлеге биргән. Урфаны тергеҙеү эштәре башланған хатта. Әммә ҡалаға француздар ингән. Һуңғыларын азат итеүсе төрөк ғәскәрҙәре ҡыуып сығарған. 1915 йылғы әрмәндәрҙе үлтереү барышында ҡаланың 35 мең әрмәненән 30 меңе геноцид ҡорбаны булған.
Ҡалаға нигеҙ һалыусы
үҙгәртергәЕфрем Сирин, Орханы Изге Яҙмалағы Урук (Эрех) менән сағыштырып, Ассирия батшаһы Нимродты ҡалаға нигеҙ һалыусы тип атай. Был фекерҙе Урта быуаттың тәүге энциклопедисы Исидор Севильский күтәреп алған. Яков Эдесский, үҙ сиратында, Нимродты Диодор Сицилийлыны Белдың улы, Ниневияға нигеҙ һалыусы Нин менән, тиңләй. Урфа ҡәлғәһе биләмәһендәге ун биш метрлыҡ бағаналарҙы, мәҫәлән, «Нимрод тәхете» тип йөрөтәләр. Әбү-әл-Фараж бин Харун Енох ҡалаһына нигеҙ һалыусы тип иҫәпләгән. Икенсе ассирия легендаһы буйынса, Урфаға йылан улы Орг нигеҙ һалған.
Дине
үҙгәртергәШанлыурфа бөгөнгө көнгә тиклем исламдың «биш пәйғәмбәр ҡалаһы» тип йөрөтөлә. Бында Ибраһим Хәлил һәм Әйүп пәйғәмбәрҙәр (Тәүратта — Иов) йәшәгән. Ислам йолаларына ярашлы, Ибраһим тап ошонда тыуған. Шулай итеп, Шанлыурфа Иҫке Ғәһет Ур ҡалаһы менән бәйле.
Абгар V Уккам батша һәм уның халҡы һыуға сумдырылғандан һуң (тарихи документтар менән раҫланмаған), тәүге христиан сиркәүҙәре төҙөлә. Шулай уҡ, Абгар V Таратаны хөрмәтләү хаҡына үҙен бестерергә рөхсәт икәндәрҙең һәр береһенең ҡулын ҡырҡырға бойорған һәм был традицияның юҡҡа сығыуына булышлыҡ иткән, тип раҫлайҙар. Спас Нерукотворныйҙың йәғни Мандилиондың һәм беренсе мәсихсе иконаһы булып киткән Мәсихтең һүрәте төшөрөлгән яулыҡтың барлыҡҡа килеүе шул осорға тура килә.
Шанлыурфала изге һәм тейелергә рөхсәт ителмәгән һаҙандар менән тулған Хәлил Раман мәсете һәм уға ҡараған Ибраһим быуаһы төп ғибәҙәт урыны булып тора. Легенда һөйләүенсә, усаҡҡа ырғытылған Ибраһим пәйғәмбәр утты һыуға, ә янған утын ярҡаларын һаҙандарға әйләндереп ҡотола. Икенсе изге күл дә бар. Элегерәк христиан диненә тиклемге осорҙа балыҡҡа бай күлдәр богине Тарата алиһәгә арнап ғибәҙәт ҡылыу урыны булыуы ихтимал.
Мәсихселәрҙең иманы буйынса, Эдесселағы сүриә сиркәүенә нигеҙ һалған апостол Фома Мәсих Христос шәкерттәренең береһе булған. Шунлыҡтан вафатынан һуң, бында уның мәйетен Парфиянан йәки Һиндостандан алып килгәндәр һәм ошо сиркәүҙә ерләгәндәр.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәХәҙерге Шанлыурфаның иҫке һәм яңы өлөштәре араһында киҫкен контраст күҙгә ташлана. Иҫке ҡалала — машиналар өсөн тар урамдар, уңайлы йорттарҙы уратып алған аша сыҡҡыһыҙ ҡоймалар, үҙенсәлекле баҙарҙар, традицион ғәрәп һәм курд кейемле урындағы халыҡ. Шулай ҙа ҡаланың ҡайһы бер халҡы шул тиклем ярлы, һаман тау битләүендә ҡаҙылған мәмерйәләрҙә йәшәй.
Яңы райондарҙа, киреһенсә, заманса йорттар һәм отелдәр, ресторандар һәм магазиндар урынлашҡан.
- Шанлыурфа музейы
Шанлыурфала музей асыу идеяһы тәүге тапҡыр 1948 йылда тыуа. Быға тиклемге экспонаттар Ататөрк исемендәге башланғыс мәктәбендә һаҡлана ине. 1956 йылда улар икенсе башланғыс мәктәпкә тапшырыла, әммә ваҡыт уҙыу менән унда ла ҡырҡа урын етмәй башлай, һәм 1969 йылда Шанлыурфа музейы асыла.
1987 йылдан башлап Ататөрк һыуһаҡлағысы аҫтында археологик ҡаҙыу эштәре алып барыла. 1995 йылдан алып музей Гөбәклетәпә ҡалҡыулығында алып барылған ҡаҙыныу эштәрендә ҡатнаша.
Әммә музейҙа барлыҡ экспонаттар өсөн дә урын етмәгәнлектән, тағы бер бина төҙөлә. Унда хәҙер археология буйынса өс зал, этнография залы, хакимиәт, күргәҙмә һәм конференция залдары, шулай уҡ китапхана бар. Подвалда һаҡлағыс, тикшеренеү лабораторияһы һәм фотолаборатория урынлашҡан.
- Ибраһим пәйғәмбәр тыуған мәмерйә
- Изге һаҙанлы Балыҡ күле
Күл 1211 йылда төҙөлгән Хәлил-Раман мәсете ихатаһында урынлашҡан. Икмәк ташлаусы кешеләр арҡаһында һимергән һаҙандарҙың күплеге, мәсет тирәһенән баҡсаларҙан айырмалы, артыҡ ҡыуаныслы күренеш тип әйтеп булмаған. Ләкин һаҙандар араһында аҡты күргәндәр күккә эләгер, тигән инаныуҙар бар.
- Айн-Зәлихә күле
Риүәйәт буйынса, икенсе изге күл Ибраһим артынан усаҡҡа һикергән Нимродтың ҡыҙы Зәлихә хөрмәтенә аталған.
- Ризвания мәсете
1716 йылда төҙөлгән Балыҡ күле комплексы эргәһендәге мәсет.
- Урфаның Ҙур мәсете
1170 йылда ғәрәптәр «ҡыҙыл» тип йөрөткән христиан сиркәүе урынында төҙөлә.
- Фирүз бей фонтаны
Ҙур мәсеттең көнсығыш өлөшөндә Әйүп (Иов) исемендәге теология мәктәбе стенаһына төҙөлгән фонтан. 1781 йылда Фирүз бей төҙөгән. Хәҙер мәктәпкә нигеҙ һалынған дата тип һаналған 1191 йыл теология мәктәбенән ҡалған яҙыу ғына бар.
- Урфа ҡәлғәһе харабалары һәм «Нимрод тәхете»
- Ғосман империяһы осорондағы һигеҙ төрөк мунсаһы
Жинжикли, Вәзир, Шабан, Вәлибей, Иҫке Араса, Серче һәм Солтандың йәмәғәт мунсаһы.
- Традицион Урфа йорттары
Ғәҙәттә, ике секциянан тора: һәрәм (ғаиләнең үҙе өсөн) һәм селам (ҡунаҡтар өсөн). Почтамттан алыҫ түгел Ҡара Майҙан ҡала районында килеүселәргә асыҡ Гажи Хафизлар йорто ошондай йорттарҙың береһе булып тора. Был йорт 1888 йылда төҙөлгән, һуңынан Төркиәнең Мәҙәниәт министрлығы тарафынан реставрацияланған һәм сәнғәт әҫәрҙәренең дәүләт галереяһы итеп үҙгәртелгән.
- Невалы-Чори
Б. э. т. 8000 йылдарға ҡараған неолит дәүере тораһы. Хәҙер Ататөрк һыуһаҡлағысының төбөндә урынлашҡан.
Донъялағы иң боронғо таш ҡорамдар емереклеге (б. э. т. 11500 йылдар тирәһе)
Аш-һыуы
үҙгәртергәАш-һыу Төркиәнең көньяҡ-көнсығышы өсөн хас. Нигеҙен бөтә иген һәм ит тәшкил иткән баклажан, помидор һәм Төркиәлә бик популяр булған һәм Шанлыурфта хатта һәйкәл ҡуйылған ҡыҙыл борос (айырыуса урындағы «исот» сорты йәки Urfa biber) күп ҡушылған кебабтар, донерҙар йәки шаурма[4]), и кофе.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- [[Алексий, Алла кешеһе (IV б. аҙағы - V б. башы) - мәсихселәр өсөн изге, аскет
- Вардесан (154—225) — гностик
- Браим Халил — езид пәйғәмбәре, христианлыҡта — Ибраһим пәйғәмбәр
- Ефрем Сирин (306—373) — христиан сиркәүе уҡытыусыһы
- Иов — йәһүд пәйғәмбәре
- Матвей Эдесский — XII быуат әрмән тарихсыһы
- Раббула (ум. 435) — Эдесса епискобы
- Фома Канский — христиан тәғлимәтенә тоғро (проповедник)
- Нәби Йософ (1642—1712) — төрөк шағиры
Галерея
үҙгәртергә-
Мәүлид һәм Хәлил мәсетенең төп ихатаһы
-
Фаразланғанса, Ибраһим пәйғәмбәр тыуған урын янында төҙөлгән Мәүлид һәм Хәлил мәсете.
-
Шанлыурфа музейы
-
Гөлбашы баҡсаһы
-
Урфа ҡәлғәһе харабалары
-
Евфрат йылғаһы
-
Донъялағы иң боронғо ғибәҙәтхана урынлашҡан Гөбәклетәпәнең тирә-яғы.[5]
-
Урфа янында Ефрат йылғаһы буйындағы Румкале ҡәлғәһе
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Урфа үҙоборонаһы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Sanliurfa nufus verileri . rapor.tuik.gov.tr. Дата обращения: 10 апрель 2020. Архивировано из оригинала 22 октябрь 2013 года. 2013 йыл 22 октябрь архивланған.
- ↑ The World's First Temple - Archaeology Magazine Archive . archive.archaeology.org. Дата обращения: 22 март 2018. Архивировано 8 август 2017 года.
- ↑ 'City of prophets' drawing faith tourists . Hürriyet Daily News (20 ноябрь 2014). Дата обращения: 29 октябрь 2020. Архивировано 5 ноябрь 2020 года.
- ↑ Перец из города Шанлыурфа . mazurtravel.com. Дата обращения: 10 апрель 2020. Архивировано 5 декабрь 2020 года.
- ↑ The World's First Temple — Archaeology Magazine Archive . archive.archaeology.org. Дата обращения: 22 март 2018. Архивировано 8 август 2017 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Виртуальная экскурсия по Шанлыурфе . za7gorami.ru. Дата обращения: 10 апрель 2020. Архивировано 27 ғинуар 2020 года.
- История города . Архивировано из оригинала 5 декабрь 2008 года. 2008 йыл 5 декабрь архивланған. (нем.)
- Эдесса, священный город Абгаров (нем.). www.beepworld.de. Дата обращения: 10 апрель 2020. Архивировано из оригинала 15 сентябрь 2011 года. 2011 йыл 15 сентябрь архивланған.
- Старые и новые фотографии Шанлыурфы . Архивировано из оригинала 21 июль 2006 года. (төр.)
- Официальный сайт Шанлыурфы (төр.). www.sanliurfa.bel.tr. Дата обращения: 10 апрель 2020. Архивировано 7 октябрь 2012 года.
- Новости Шанлыурфы (төр.). www.urfahayat.com. Дата обращения: 10 апрель 2020. Архивировано из оригинала 8 ноябрь 2019 года. 2019 йыл 8 ноябрь архивланған.
- Ургой — мать всех городов Мессопотамии . Архивировано из оригинала 21 ноябрь 2011 года. (инг.)
- Туристическая информация . Архивировано 21 март 2009 года. 2020 йыл 10 апрель архивланған. (инг.)