Шальк Франц

Австрия дирижеры

Шальк Франц (нем. Franz Schalk; 27 май 1863 йыл3 сентябрь 1931 йыл) — Австрия операһы һәм симфоник оркестры дирижеры һәм педагогы. 1918 йылдан 1929 йылға тиклем — Вена дәүләт операһы директоры. Немец, иң тәүге сиратта Рихард Штраус [6] репертуарына интерпретация биреүсе булараҡ билдәле. Зальцбург фестиваленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Шальк Франц
нем. Franz Schalk
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Австрия
Тыуған көнө 27 май 1863({{padleft:1863|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Вена, Австрия империяһы[2][5]
Вафат булған көнө 3 сентябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[2][3][4][…] (68 йәш)
Вафат булған урыны Райхенау-ан-дер-Ракс[d], Нойнкирхен[d], Түбәнге Австрия[d], Австрия[5]
Хәләл ефете Lili Schalk[d]
Һөнәр төрө дирижёр, уҡытыусы
Музыка ҡоралы скрипка
Жанр классик музыка
 Шальк Франц Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Франц Шальк Венала тыуа, Вена консерваторияһында Антон Брукнер (гармония һәм контрапункт), Й. Хельмесбергер (скрипка), Ю. Эпштейн (фортепиано) кеүек уҡытыусыларҙа музыкаль белем ала. 1888 йылдан Рейхенбергта капельмейстер була, 1890 йылдан 1895 йылға тиклем — Грацтың Опера театрында, 1995—1898 йылдарҙа Прага Милли театрында эшләй. Лондонда (Ковент-Гарден: 1988, 1907, 1911), Нью-Йоркта (Метрополитен-опера: 1988, 1989) һәм Берлинда (Король операһы: 1898—1901) опера спектаклдәрендә дирижер була. 1900 йылдан алып Г. Малер саҡырыуы буйынса Венала Һарай операһы менән хеҙмәттәшлек итә, ә Х. Рихтер отставкаға сыҡҡас, беренсе дирижер вазифаһын биләй. 1918 йылда Шальк монархияны ҡолатҡандан һуң Вена дәүләт операһы тип үҙгәртелгән театрға директор итеп тәғәйенләнә. 1919 йылда ул Рихард Штраус менән бергә шул вазифаны биләй. 1924 йылда директор вазифаһын ике кешенең биләүе Штраустың отставкаға китеүе менән тамамлана[7] һәм 1929 йылға тиклем Шальк бер үҙе Вена операһына етәкселек итә. 1904 йылдан 1921 йылға тиклем Венала Музыка дуҫтары йәмғиәтен (Вена филармонияһы)[8] етәкләй, 1909 йылдан 1919 йылға тиклем Вена консерваторияһында дирижерлыҡ фәненән уҡыта.

Ижады үҙгәртергә

Шальк етәкселегендә Вена операһында Пфицнерҙың «Палестрина», Корнгольдтың «Үле ҡала», Рихард Штраустың операларын, шул иҫәптән «Шәүләһеҙ ҡатын» донъя премьераһын ҡуйыла. Шальк Брукнерҙың 5-се симфонияһы премьераһында дирижерлыҡ итә һәм уның музыкаһын пропагандалай. 1917 йылдан даими Зальцбург фестивален булдырыу өҫтөндә әүҙем эшләй, 1921 йылда «Сералдән урлау» операһына дирижерлыҡ итә.

Франц Шальк миҙалы үҙгәртергә

 
Франц Шальктың Алтын миҙалы

Франц Шальктың йөҙ йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә 1963 йылда Вена филармонияһы оркестры «Франц Шальк миҙалын» булдыра. Алтын миҙал meine Philharmoniker mir auf Achtet девизы аҫтында артистарға оркестр алдындағы айырым ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла. Былайырымлыҡ билдәһенә Вена операһы директоры Йон Холендер[9], Вена мэры Михаэль Хойпль[10] һәм башҡалар лайыҡ була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #76502848 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118606360 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. 4,0 4,1 Franz Schalk // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. 5,0 5,1 Archivio Storico Ricordi — 1808.
  6. Мугинштейн, 1 том — {{Китап|автор=[[Михаил Львович Мугинштейн|часть=4|ссылка часть=|заглавие=Хроника мировой оперы. 1600 – 2000. 400 лет – 400 опер – 400 интерпретаторов. Электронная видеоэнциклопедия (в 4-х частях).|оригинал=|ссылка=|викитека=|ответственный=|издание=|место=|издательство=|год=|том=1 (1600-1850)|страницы=|столбцы=|страниц=|серия=|isbn=|тираж=|ref=}}
  7. Gilliam Bryan. The Life of Richard Strauss. — Cambridge University Press, 1999. — P. 112. — ISBN 0-521-57895-7.
  8. de: der Musikfreunde Gesellschaft
  9. Franz Schalk Medal Awarded to Ioan Holender (ингл.). Венский филармонический оркестр. Официальный сайт (7 ноябрь 2002). Дата обращения: 18 октябрь 2013. 2013 йыл 19 октябрь архивланған.
  10. Franz Schalk Medal for Dr. Michael Häupl (ингл.). Венский филармонический оркестр. Официальный сайт (1 май 2005). Дата обращения: 18 октябрь 2013. 2013 йыл 19 октябрь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Франц Шальк в [./https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9C%D1%83%D0%B7%D1%8B%D0%BA%D0%B0%D0%BB%D1%8C%D0%BD%D0%B0%D1%8F_%D1%8D%D0%BD%D1%86%D0%B8%D0%BA%D0%BB%D0%BE%D0%BF%D0%B5%D0%B4%D0%B8%D1%8F Музыкальной энциклопедии]