Чулымдар (үҙатамаһы: чулым, татар, татарлар; иҫкергән исемдәре: томск карагастары, чулым кешеләре, чулым татарҙары, төрки чулымдар, чулым хаҡастары) — төрки халыҡ, Рәсәй Федерацияһының Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ көнсығышындағы аҙ һанлы төп халыҡтарҙың береһе. 2002 йылда Рәсәйҙә чулымдарҙың һаны — 656 кеше, 2010 йылда — 355 кеше тәшкил иткән[2]. Рәсәйҙең аҙ һанлы ерле халыҡтары исемлегенә инәләр.

Чулымдар
Байраҡ
Дәүләт  Рәсәй
Халыҡ һаны 382 кеше (2021)[1]
Ҡулланылған тел Чулым теле
Чулым йылғаһы. Асиновка районы.

Чулым телендә һөйләшәләр. Православиеға суҡындырылалар, ҡайһы бер шаманлыҡ йолалары һаҡланып ҡалған. Төп шөғөлдәре — игенселек һәм эре мөгөҙлө мал үрсетеү.

Йәшәү урыны һәм һаны

үҙгәртергә

Чулымдар Чулым йылғаһы (Обь йылғаһының ҡушылдығы) бассейнында — уның урта һәм түбәнге ағымында, шулай уҡ Яя һәм Кия ҡушалыҡтары буйлап йәшәй. 1980 йылда чулымдар яҡынса 750 кеше иҫәпләнә[3].

Чулымдарҙың күбеһе Томск өлкәһенең Тәгүлдәт районында һәм Красноярск крайының Төхтәт районында (башлыса Пасечное һәм Чиндар ауылдарында) йәшәйҙәр.

Чулымдарҙың һаны (2002 г.)

Н. А. Баскаковтың классификацияһы буйынса (1960), чулым теле төрки телдәре көнсығыш хунн тармағы уйғыр-уғыҙ төркөмөнөң хаҡас төркөмсөгөнә ҡарай һәм үҙ эсенә Түбәнге Чулым (Томск өлкәһенең көньяҡ-көнсығышындағы Асиновка һәм Зырянка райондары) һәм Урта Чулым (Чулым ағымын буйлап өҫкәрәк) диалекттарын ала[4]. Яңы класификация буйынса түбәнге чулым һөйләше — көнбайыш төрки телдәр тармағының төньяҡ-алтай төркөмөнә, ә урта чулым һөйләше көнсығыш төрки телдәрҙең хаҡас төркөмөнә ҡарай.

XXI быуат башында түбәнге чулым һөйләше инде юҡҡа сыҡҡан була[5]. Урта чулым һөйләше Чулым ағымы буйынса үргә табан Зырянка районы Перевоз ауылынан таралған — Томск өлкәһе көнсығышы сигендә (Тәгүлдәт районы) һәм Красноярск крайына яҡын ятҡан райондарҙа. Диалект составында ике һөйләш билдәләнә— төтәл (Тәгүлдәт ауылы) һәм мәләт (Красноярск крайы Төхтәт районы Пасечное ауылы)[6].

Чулым теле — яҙма тел түгел, бары тик көнкүреш аралашыу өлкәһендә ҡулланыла һәм мәктәптәрҙә бер ҡасан да уҡытылмаған[6]. 2006 йылда Пасечное ауылынан А. Ф. Кондияков Томск ҡалаһы тел белгесе В. М. Лемская ярҙамында чулым телен өйрәнеү буйынса түңәрәк ойоштора (оҙаҡ эшләмәгән); уртаҡ тырышлыҡ менән әлифба һәм глоссарий әҙерләнгән була[7][8].

2002 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса чулымдар йәшәгән ике төбәктә (Томск өлкәһе һәм Красноярск крайы) 643 кешенән — чулым телен 17,6 % (113 кеше), урыҫ телен — 100 % белгән[9]. Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса 2002 йылда чулым телен белгән 270 кеше иҫәпләнә[10].

2010 йылда, халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, туған телен 44 чулым белгән. Әйткәндәй, тел белгестәре, тиҫтәләгән кеше генә туған телендә һөйләшә ала (өс тиҫтә кеше чулым телен аңлай, әммә үҙҙәре чулымса һөйләшә алмай), тип раҫлайҙар[8].

А. П. Дульзон фекеренсә (Томск тел белгесе, 1964 йылда тәүгеләрҙән булып чулым телен системалы рәүештә өйрәнә башлай һәм чулымдар йәшәгән бөтә тораҡ пукттарында була), төркиҙәр XII—XIII Чулым йылғаһының үрге яғында йәшәй башлай, XIII быуатта улар Кия йылғаһынан (Чулымдың һул ҡушылдығы) аҫҡа ҡарай төшәләр , ә XV быуатта улар Чулымдың түбәнге ағымына килеп етәләр. Урындағы төркиҙәргә тиклемге халыҡтың төрки телле килмешәктәре тарафынан селькуптарҙы һәм кетарҙы ассимиляциялау барышында чулым этносы барлыҡҡа килә, уларҙың хужалыҡ эшмәкәрлеге нигеҙен һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ тәшкил итә; һуңғараҡ себер татарҙары менән бәйләнештәр һөҙөмтәһендә игенселек (арпа, һоло, арыш) һәм малсылыҡ (һыйыр, ат) тарала[6]. Шулай уҡ чулымдар ҡырҙа үҫкән ашарға яраҡлы үҫемлектәрҙе, бәшмәк, еләк, сәтләүек йыйыу менән шөғөлләнәләр. Улар махсус яһалған тимер осло бәләкәй ағас көрәк менән ашарға яраҡлы үҫемлек тамырҙарын һәм бүлбеләрәрен ҡаҙып алалар[11].

А. П. Дульзон язып алған чулым йырҙарында һәм легендаларында Кия яғынан бәреп ингән Йәнәсәй ҡырғыҙҙары һөжүмдәре тураһында мәғлүмәттәр һаҡланған. Уларға остяктар ҙа һөжүм иткән. Сит ҡәбиләләр һөжүмдәре ваҡытында чулымдар үҙҙәренең мөлкәтен йәшергән һәм тайгаға ҡасҡан [12].

Чулым этник территорияһы Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуң (XVI—XVII быуат) уларҙың бер өлөшө урыҫтар, себер татарҙары һәм хаҡастар тарафынан ассимиляциялана. XVII быуатта чулымдарҙың һаны 1040 кешенән 830-ға тиклем кәмей, әммә 1816 йылда ул 3900 кеше тәшкил итә, ә XIX быуат аҙағында — 4825 кеше. Совет осоронда чулымдар хаҡастарға беркетеләләр, әммә 1986 йылғы мәғлүмәттәр буйынса чулымдарҙың яртыһы үҙҙәрен айырым халыҡ тип һанай һәм бары тик 10 проценты хаҡастар менән бер халыҡ тип фаразлай[13].

Хужалығы һәм көнкүреше

үҙгәртергә

Үҙҙәренең ултыраҡтарын чулымдар йылға һәм күлдәр янында ҡоралар, сөнки балыҡсылыҡ уларҙың тормошонда төп роль уйнай. Балыҡты улар йылым, тоҙаҡ, ауға тоталар. Ҡыш етеүгә чулымдар һунарсылыҡ тораҡтарға күсәләр. XХ быуат башында ҡиммәтле тире әҙерләү промыслаһы һунар итеүҙең төп йүнәлеше булып тора. Емеш-еләк йыйыу ярҙамсы роль уйнай. Урыҫтар бында йәшәй башлағас, чулымдар игенселекте үҙләштерә башлайҙар; совет осоронда ҡайһы бер чулымдар урман сәнәғәтендә эшләйҙәр[13].

Чулымдар ағас эшкәртеү шөғөлөн бик яҡшы белгәндәр, ағастан улар сынаяҡ, сеүәтә, ҡалаҡ эшләгәндәр, кәмәләр һәм киле уйып эшләгәндәр, сана, саңғы, уҡтар һәм һөңгө яһағандар. Уларҙың көнкүрешендә төрлө туҙ һауыт-һаба ҡулланылған; туҙҙан хатта уҡтар өсөн ҡумта, колсан, бысаҡтар өсөн футлярҙар эшләгәндәр[14].

Традицион чулым торағы ер өй (одыға), яртылаш бура ер өйө (кыштағ), конус формаһында ҡыйығы булған бура тирмәләр, улар тура мөйөшлө йәки күп мөйөшлө булған; ваҡытлыса йәшәү өсөн чумдар ҡулланылған. XVIII быуаттан алып чулымдар урыҫ ағас өйөн үҙләштерәләр, бындай өй төп торлаҡ төрө булып китә. Өй янында хужалыҡ ҡаралтылары, йәғни амбар (келәт), аҙбар (оран), һарай, мунса төҙөлгән[13].

Чулым милли кейеме күлдәк-ыштандан торған. Ирҙәрҙең күлдәге йөн йәки дабанан (ҡытай кизе-мамыҡ туҡымаһы) булған; шулай уҡ улар яғалы кафтан йәки халаттар кейгән, улар урыҫ һәм Урта Азия киҙе-мамыҡ туҡымаларынан йәки ҡытай дабаһынан тегелә. Ҡатын-ҡыҙҙар күлдәктәрен киндерҙән теккән, ә байрамға улар туника формаһындағы ситса йәки ебәк күлдәктәр кейгән. Ыштанды улар башта шамбы тиреһенән теккән, һуңынан ирҙәр салбарҙарын буҫтауҙан, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡын киндер туҡымаһынан. Ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тире менән ҡаймаланған камзулдар кейгәндәр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡышҡы өҫ кейеме тейен йәки төлкө тун булған, уларҙы ебәк туҡыма менән ҡапланған, ирҙәрҙең кейеме — толоптар, кәзә, болан йәки мышы тиреһенән тундар. Баштарына ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа йәнлек тиреһе менән ҡаймаланған кәпәс кейгәндәр, ә йәйгеһен ҡатын-ҡыҙҙарҙа аҡ йәки ал ҡалпаҡтар, тастарҙар һәм япмалар (таҫтар) һәм ярым түңәрәк ҡыҙыл оҙон ебәк суҡлы кәпәстәр ҡулланышта булған. Аяҡтарына кәзә тиреһенән йомшаҡ унты, күн итектәр кейгәндәр; йәйгеһен улар йыш ҡына яланаяҡ йөрөйҙәр. XVII—XIX быуаттарҙа традицион чулым кейеме урыҫ кейеме менән ҡыҫырыҡланып сығарыла[13].

Социаль структураһы һәм дине

үҙгәртергә

Баштараҡ чулымдар ырыу общиналары менән йәшәй (суок), уларҙы —XVII — XVIII быуаттарҙа территориаль-күрше общиналары (йон) алмаштыра. XIX быуатта патриархаль ғаилә формаһынан бәләкәй моногам ғаилә формаһына күсеү барлыҡҡа килә. Чулымдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр электән тиң хоҡуҡлы булған. Хәҙерге ваҡытта чулым ғаиләһе ике-өс быуындан тора һәм күпселек осраҡта 4 — 6 кешенән тора[15].

Боронғо ваҡытта чулымдар араһында шаманлыҡ, тотемизм һәм тәбиғәт, ырыу, ғаилә ҡурсалаусылары һүрәттәренә, кәүҙәләнештәренә табыныу таралған була. XVII—XVIII быуаттарҙа чулымдар православиеға суҡындырыла, әммә ХХ быуаттың башында әле уларҙа христианлыҡҡа тиклемге ышаныуҙарҙың ҡалдыҡтары һаҡланып ҡала[16].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2020—2021 годов
  2. Донских, Екатерина.  Редкие люди. «Красная книга» коренных народов России // Аргументы и факты. — 2013. — № 48 (1725) за 27 ноября. — С. 36.  (Тикшерелеү көнө: 10 декабрь 2015)
  3. Томилов, 1994, с. 410
  4. Баскаков Н. А. . Тюркские языки. 4-е изд. — М.: Изд-во ЛКИ, 2010. — 248 с. — (Языки народов мира). — ISBN 978-5-382-00999-5. — С. 206—207, 226.
  5. Лемская В. М.  Грамматикализация поливербальных конструкций в чулымско-тюркском языке // Вестник ТГПУ. — 2012. — № 1. — С. 60—63.
  6. 6,0 6,1 6,2 Насилов, 2002
  7. Змановская, Евгения. Чулымцы возрождают родной язык. // Сайт ГТРК «Красноярск» (16 сентябрь 2008). Дата обращения: 20 декабрь 2015. 2013 йыл 20 октябрь архивланған.
  8. 8,0 8,1 Лемская В. М.  Проблемы установления фонематического инварианта лексем при составлении словаря родного языка (на материале чулымско-тюркского языка) // Томский журнал лингвистических и антропологических исследований. — 2014. — № 4 (6). — С. 9—12.
  9. Всероссийская перепись населения 2002 г. Население коренных малочисленных народов по территориям преимущественного проживания и владению языками 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  10. Всероссийская перепись 2002 г. Языки России 2012 йыл 26 ғинуар архивланған.
  11. Бояршинова, 1960
  12. Бояршинова, 1960, с. 80, 99
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 Томилов, 1994, с. 411
  14. Бояршинова, 1960, с. 91
  15. Томилов, 1994, с. 411—412
  16. Томилов, 1994, с. 412

Һылтанмалар

үҙгәртергә