Чернова Надежда Михайловна
Чернова Надежда Михайловна (15 ғинуар 1947 йыл) — СССР һәм Ҡаҙағстан шағиры, тәржемәсе һәм журналист, публицист, әҙәби тәнҡитсе. Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Простор» журналының шиғриәт бүлеге мөдире.
Чернова Надежда Михайловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Ҡаҙағстан |
Тыуған көнө | 15 ғинуар 1947 (77 йәш) или 1947 |
Тыуған урыны | Баянаул[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы, журналист, шағир, әҙәби тәнҡитсе |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЧернова Надежда Михайловна 1947 йылдың 15 ғинуарында Павлодар өлкәһенең Баянаул ҡалаһында тыуа. Әҙәбиәткә юлы А. С. Пушкинды мауығып уҡыған атаһының, Чернов Михаил Тимофеевичтың нәсихәттәренән башлана. Надежда Чернованың бала сағы Семипалатинскиҙа үтә. 10 йәшенән шиғыр яҙа башлай, ә инде 15 йәшендә «Ҡояш» шиғыры «Ленинская смена» һәм «Казахстанская правда» гәзиттәрендә баҫыла. Һуңынан Киров исемендәге Ҡаҙағстан дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай. 25 йыл «Простор» әҙәби-нәфис журналында эшләй, унда әҙәбиәт өлкәһендәге билдәле шәхестәр: Морис Симашко, Виктор Васильев, Анатолий Ким, Ильяс Есенберлин, Пак Михаил һ. б. менән осраша. Әҙәби тәнҡитсе Павел Косенко һәм Тамарина Руфь уны «икенсе Римма Казакова» тип атай.
Надежда Чернованың шиғырҙары бик күп телдәргә тәржемә ителгән. Шулай уҡ ул үҙе тәржемә менән шөғөлләнә, башлыса ҡаҙаҡ, болгар, француз һәм башҡа телдәрҙән тәржемә итә. 2006 йылға тиклем «Простор» журналының проза бүлеген етәкләй.
Ғаиләһе
үҙгәртергәИке тапҡыр кейәүҙә була. Беренсе ире — республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм филологы Новожилов Олег Геннадиевич. Тәүге никахтан улы Денис, һәм ейәнсәре Алена бар. Икенсе ире Францияла эмиграцияла йәшәгән рус шағиры Юрий Софиев һәм Ирина Кнорингтың улы Игорь Юрьевич Софиев.1955 йылда Игорь атаһы менән СССР-ға күсеп ҡайта.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Курмет ордены.
Библиография
үҙгәртергәЙыйынтыҡтары
үҙгәртергә- «Кочевница-жизнь»
- «Огнецвет»
- «На два голоса»
- «Солнцеворот»
- «Небесный дом»
- «Возраст августа»
- «Только о любви»
- «Саксаул»
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ҡаҙағстандың рус әҙәбиәте
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сборник «Только о любви» Михаил Лезинский о Надежде Черновой.