Черек фажиғәһе — 1942 йылдың 27 ноябренән алып 4 декабренә тиклем Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ындағы Черек тарлауығында 11-се НКВД уҡсылар дивизияһының йыйылма отряды көстәре менән 1500-гә тиклем кешенең үлтереүенә килтергән ваҡиғалар[1][2][3]. 11-се НКВД уҡсылар дивизияһы 37-се армия баш командованиеһынан Урта Балкарияла баш күтәреүсе банда хәрәкәтен ҡыйратыу буйынса бойороҡ ала. Быға сәбәп булып урындағы бандиттар тарафынан Балҡар Черегы йылғаһының һул ярында, хәҙерге Үрге Балкария ауылы сиктәрендә урынлашҡан Мухол районы үҙәген, зенит пушкаһын баҫып алыу, шулай уҡ бер нисә һалдатты үлтереү тора. Әммә үткәрелгән операция һөҙөмтәһендә бик күп кеше үлтерелә[1][4][5][6][7][8][9][10][11][12][13].

Черек фажиғәһе
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшләнгән ваҡыты

22 ноябрь 1942

Эшләүсе

Козлов П. М., 37-се армия командующийы
Шикин Е. И., НКВД-ның 11-се уҡсылар дивизионы

Маҡсаты

Урта Балҡарияла баш күтәреүсе биндиттар формированиеһы юҡ ителә

Башҡарыусы

партизандарҙың һәм НКВД-ның 11-се йыйылма дивизионы, командиры Накина Ф. Д.

Ваҡыты

с 1942 йылдың 27 ноябренән по 1942 йылдың 04 декабренә тиклем

Урыны

Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ы: Глашев ауылы, Сауту (Сылты) ауылы, Үрге Барҡария ауылы

Нәтижә

«…биш ауыл: Глашев ауылы, Сауту (Сылты) ауылы, Үрге Барҡария ауылы, Сылты, Кунюм, Үрге Чегет һәм Глашево ауылдары юҡ ителгән, шуларҙың өсәүһе яндырылған. 1500 кеше юҡ ителгән…»

Юғалтыуҙар

?

Үлгәндәр

яҡынса 1500 донъяуи халыҡ

Яралылар

?

Географияһы

үҙгәртергә

Төп ваҡиғалар Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ы Черек районындағы Глашево, Сауту (Сылты), Үрге Балҡар, Үрге Чегет һәм Кунюм балҡар ауылдарында була.

Алдағы хәлдәр

үҙгәртергә
  • 7 август — СССР-ҙың көньяғында немец ғәскәрҙәре һөжүм итеү арҡаһында Төньяҡ Кавказ территорияһы өлөшөндә, шул иҫәптән Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ында, хәрби хәл индерелә.
  • 9 август — немецтар Пятигорск ҡалаһын баҫып алғанға күрә фронт һыҙығы үҙгәрә һәм артабан ул Баҡсан йылғаһы ярынан үтә.
  • 25 октябрь — герман ғәскәрҙәренең Нальчикка һөжүме 37-се армияның оборона һыҙығын йырып үтеү менән тамамлана.
  • 28 октябрь — Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ы территорияһын оккупациялау Нальчик тирәһенән ҡамауҙан сығырға маташҡан 37-се армияһы частарынабөтә сигенеү юлдарын яба.
  • 1 ноябрь — 17 ноябрь — 37-се армияның ҡалған частары республика буйлап ҡамауҙан сығыу өсөн хәрәкәт итә. Үрге Балкария ауылы тирәһендә ғәскәрҙәрҙең сигенеүенә Черек районында ойошторолған төрлө бандтөркөмдәре ҡамасаулай, уларҙы Б. И. Табаксоев, М. И. Занкишиев (Үрге Балҡар ауылы Советының элекке рәйесе), Асманов Н. Л., Цакоев М. Ш., Кучюков К. 3., Матуев А. К. һәм башҡалар етәкләй. Ҡайһы бер бандтөркөмдәр базаларында 200 кешегә тиклем бик ҙур баш күтәреүселәр ойошмаһы булдырыла, улар менән немецтар яғына күскән һәм офицер званиеһын алған Жангузаров Я. Д. етәкселек итә. Штаб Үрге Балҡар ауылында урынлаша. Ойошма менән дөйөм етәкселекте Нальчик ҡалаһынан Махарадзе ғәмәлгә ашыра, ул Ҡыҙыл Армия офицеры, полковник, шулай уҡ немецтар яғына күскән.
  • 21 ноябрь — бандиттар һәм 37-се армияның ҙур булмаған гарнизоны араһында атыш булып ала. Атыш юғалтыуһыҙ тамамлана, әммә Черек районы Советтар Йорто үртәлә, унда ВКП(б) райкомы һәм һәм район башҡарма комитеты урынлашҡан була. Ошоноң менән бәйле Черек районының бөтә учреждениеларында эш туҡтатыла.
  • 22 — 24 ноябрь:
    • Черек тарлауығында дезертирҙар һәм армия подразделениелары араһында атыш башлана. Дезертирҙар пушканы баҫып алалар һәм расчетты юҡҡа сығаралар.
    • 37-се армияһы командованиеһы Урта Балкарияла баш күтәреүсе бандиттарҙы юҡ итеү буйынса бойороҡ бирә.

— 24 ноябрь — Зәңгәр күл-Үрге Балкария юлында биш кеше атып үлтерелә, тағы ла биш кеше ҡулға алына.

— 25 ноябрь — ҡулға алынған биш кеше хәстәхана янында атып үлтерелә, бөтә хәрби подразделениелар тарлауыҡты ташлап китә.

Ваҡиғалар барышын күҙаллау

үҙгәртергә

27 ноябрҙән 28 ноябргә ҡараған төндә НКВД эске ғәскәрҙәнең 152 кеше составындағы 11-се дивизияһы (уны капитан Ф. Д. Накин етәкләй) партизандар оҙатыуында бандиттар менән көрәшеү маҡсатында Черек тарлауығына инә. Отряд ике төркөмгә бүленә: 30 кеше — Глашево ауылына, ә һуңынан Үрге Чегетҡа инә, ҡалғандары (Накинин етәкселегендә) Саутаға инәләр.

— Сауту ауылын баҫып алған саҡта бандиттарға әүҙем теләктәшлек күрһәткән кешеләр үлтерелә. Иртәнсәккә Сауту ауылы ҡамап алына. Был ауылда артабанғы көндәрҙә 310 кеше һәләк була, шул иҫәптән 16 йәшкә тиклемге 150 бала.

— Глашево ауылы шулай уҡ баҫып алына. Төнгө ваҡиғалар барышында 67 кеше үлтерелә.

• 28 ноябрь — Саутунан һуң Накин отряды 300 метр алыҫлыҡта урынлашҡан Үрге Чегетҡа табан юллана. Саутунан ҡасып ҡотолған бер нисә кешенән яҡындағы ауылдар халҡы хәл-ваҡиғалар хаҡында белеп ҡала. Түбәнге, Урта һәм Үрге Балкариянан ҡайһы бер кешеләр тауҙарға ҡаса һәм унда баш күтәреүселәр отрядтарын ойоштора башлай.

• 29 −30 ноябрь — Накин отряды Үрге Балкария һәм Кунюм ауылдарын баҫып ала. Накиндың донесениеһынан: «5 сәғәт 30 минутта Үрге Балкария һәм Кюнюм ҡышлаҡтарын баҫып алдым. Көн дауамында халыҡты һәм ҡорамалдарҙы юҡ итеү менән шөғөлләндем. 300 кеше юҡ ителде. Боеприпастар складын шартлаттым. 300 кеше юҡ ителде. 42-се йылдың 27 ноябренән 42-се йылдың 30 ноябренә тиклем Үрге Балкария, сылты, Кунюм, Үрге Чегет һәм Глашево тораҡ пункттары ҡыйратылды, уларҙың тәүге өсәүһе яндырылды. Яҡынса 1500 кеше юҡ ителде. Амантасылар күрһәтмәләре буйынса 90 бандит, ҡорал тоторға һәләтле 400 ир-егет үлтерелде, ҡалғандары — ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар. Пушка тартып алынды…»

• 1 декабрь — тыныс халыҡты атып үлтереү туҡтатыла.

• 2-3 декабрь — 37-се армия командующийы П. М. Козловтың Е. И. Шикинға бойороғо сыға, бойороҡҡа ярашлы ысынбарлыҡты раҫлау, үлтерелгән бандиттар әшнәләренең исемдәрен аныҡлау талап ителә. Тикшеренеүселәр фаразлауынса, командующийға 1500 һаны артыҡ ҙур булып күренә. Шикинға төшөрөлгән бойороҡта НКВД отрядына бандиттарға ҡағылышы булмаған урындағы халыҡҡа теймәҫкә ҡушыла. • 4 декабрь — Шаурдат ауылы тирәһендә 40 кешенән торған бандиттар төркөмө Накин отряды менән алышҡа инә, әммә бандиттар бер ниндәй юғалтыуһыҙ ҡотолалар. • 5 декабрь — бандиттар, Накинға теләктәшлектә ғәйепләп, биш кешене ҡулға алалар, бандиттарҙың береһе уларҙы үҙенең туғаны өсөн үс алып атып үлтерә. • 7 декабрь — комдив Козлов сираттағы бойороғонда 1157-се уҡсылар полкы ротаһы менән бәйләнеш булдырырға ҡуша, әлеге рота артылышта урынлашҡан була һәм Накин отряды менән берлектә Үрге Балкария ауылын бандиттарҙан таҙартыуҙа ҡатнаша. • 14 декабрь — 11-се НКВД уҡсылар дивизияһы тарҡатыла һәм уның частары 2-се гвардия дивизияһы ҡарамағына күсерелә.

Тикшереү

үҙгәртергә

Ҡабарҙы — Балҡар Республикаһының Юғары Советы Президиумы Комиссияһы Черек тарлауығындағы ваҡиғалар буйынса материалдарҙы тикшерә һәм тыныс халыҡтан яҡынса 700 кеше һәләк булыуын раҫлай, 367 кешенең исемдәре асыҡлай, шул иҫәптән 150 балалар һәләк булыуы, 519 йорт яндырылыуы тураһында. 1992 йылдың 19 ноябрендә комиссия әлеге ваҡиғаларҙы геноцид акты, тип таный[1].

Һәләк булыусылар туғандарының ғаризаһы буйынса Төньяҡ-Кавказ хәрби округы хәрби прокуратураһы тарафынан тикшереү үткәрелә[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Черекская трагедия / К. Г. Азаматов, М. О. Темиржанов, Б. Б. Темукуев и др.. — Нальчик: Эльбрус, 1994. — 196 с. — ISBN 5-7680-0905-1.
  2. Дьяченко, Л. Н. Депортация народов Северного Кавказа в годы Великой Отечественной войны // Известия Тульского государственного университета. Гуманитарные науки. — 2013. — В. 1. — ISSN 2071-6141.
  3. Семь дней одного века : 27 нояб. - 5 дек. 1942 г. : (в док. 1943 г.) / отбор и подгот. материала к печати, сост., вступ. ст., коммент. и указ. имен Б. Б. Темукуева. — Нальчик: Полиграфсервис и Т, 2004. — Т. 2. — 592 с.
  4. Сидоренко, Василий Павлович. Войска НКВД на Кавказе в 1941-1945 гг.: исторический аспект : автореферат дис. доктора исторических наук : 07.00.02 / МВД России Санкт-Петербургский ун-т. — СПб., 2000. — 43 с.
  5. Маремшаова, Ирина Исмаиловна Культурно-исторические аспекты этносознания карачаевцев и балкарцев в эволюционной перспективе. — 2003.
  6. Опрышко, Олег. Боевые действия на территории Кабардино-Балкарии, август 1942--январь 1943 года: к 70-летию Победы в Великой Отечественной войне. — 2015. — 286 с. — ISBN 9785768026660.
  7. Кринко Е. Ф. Депортация народов и административно-территориальные преобразования на Северном Кавказе в 1943–1944 гг // Вестник Калмыцкого института гуманитарных исследований РАН. — 2013. — В. 3. — ISSN 2075-7794.
  8. Бабич, И. Л. Этнополитическая ситуация в Кабардино-Балкарии / Центр по изучению межнациональных отношений (Российская академия наук). — ЦИМО, 1994. — 322 с.
  9. Дзидзоев, Валерий Дударович. Национальная политика: уроки опыта : монография. — Иристон, 2002. — 264 с.
  10. Боромангнаев, Б. Б. Вклад репрессированных народов СССР в Победу в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг: монография. — Джангар, 2010. — 586 с.
  11. Айшаев, Оюс Ортабаевич Борьба балкарского народа против политики геноцида и этапы его возрождения, 1944-1995 гг. (рус.). — 1997. Архивировано из первоисточника 26 апрель 2012.
  12. Шнайдер, Владимир Геннадьевич. Национальное строительство как фактор социокультурной интеграции народов Северного Кавказа в советское общество : 1917 - конец 1950-х гг. : автореферат дис. доктора исторических наук : 07.00.02 / Место защиты: Ставроп. гос. ун-т. — Ставрополь, 2008. — 46 с.
  13. На боевом посту: журнал внутренних войск. — 2007. — 420 с.