Чемберджи Валентина Николаевна

Чемберджи Валентина Николаевна (11 март 1936 йыл[1]) — Рәсәй филологы, боронғо һәм яңы телдәрҙән тәржемә итеүсе, әҙәбиәтсе һәм мемуарист. Николай Чемберджи менән Заран Левинаның ҡыҙы.

Чемберджи Валентина Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 март 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (88 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Атаһы Чемберджи Николай Карпович
Әсәһе Левина, Зара Александровна[d]
Хәләл ефете Познер
Балалары Екатерина Владимировна Чемберджи[d] һәм Мельников, Александр Маркович[d]
Һөнәр төрө яҙыусы, тәржемәсе, филолог
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт университетының филология факультеты[d]

СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982).

Мәскәү дәүләт университетының филология факультетының Классик филология бүлеген тамамлай (1958). Сит ил телдәре академияһында һәм Мәскәү университетында латин, боронғо грек телдәрен һәм роман телдәре тарихын уҡыта. Ахилл Татийҙың «Левкиппа и Клитофонт», Самосатынан Лукиандың «Похвалы родине» әҫәрен, Цицерондың телмәрҙәрен, Софокл менән Менандраның тормошонан антик таныҡлыҡтарҙы, шулай уҡ музыка тураһында китаптар, Сергей Рахманиновтың хаттарын һәм иҫтәлектәрен, автобиографияһын, Стравинскийҙың мәҡәләләрен, Леонард Бернстайндың «Музыка всем» китабын,Вуди Гатриҙың «Поезд мчится к славе» автобиографик повесын (В. Познер менән берлектә, 1968), Хантер Дэвистың «Авторизированная биография „Битлз“» (шулай уҡ В. В. Познер менән берлектә, 1990) һ. б. әҫәрҙәрҙе тәржемә итә. Шулай уҡ И. И. Доронина менән берлектә Агата Кристиҙың«Автобиография»һын тәржемә итә.

Чемберджиҙың үҙенең — «В путешествие со Святославом Рихтером», «В доме музыка жила», «О Рихтере его словами», «Истории Мнемозины» һ. б. китаптары — башлыса музыкаға һәм музыканттарға арналған. «XX век Лины Прокофьевой» (2008) китабы Сергей Прокофьевтың ҡатыны Лина Ивановна Прокофьеваның биографияһын тәүге тикшереү булып тора. Рихтер һәм Лина Прокофьева тураһындағы китаптары инглиз, француз, испан һәм немец телдәрендә тәржемә ителгән. Валентина Николаевна СССР Яҙыусылар союзы (1982) ағзаһы. 2012 йылда «Астрель» нәшриәтендә «Собачья жизнь. Устар» китабы донъя күрә. Унда авторҙың яҙмышын, тормошон һәм ижадын билдәләгән күп һанлы һәм күп төрлө ваҡиғалар тураһында бәйән ителә.

Ҡыҙы (В. В. Познер менән никахтан) — композитор һәм пианист Екатерина Чемберджи (1960). Улы (математик С. М. Мельников менән никахтан) — пианист Александр Мельников (1973).

Рәсәй византинисы С. А. Иванов әйтеүенсә, латындан уның беренсе уҡытыусыһы була (мәктәп йылдарында шәхси дәрестәр ала)[2].

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • «В путешествии со Святославом Рихтером». Москва, РИК «Культура», 1993. (Переведена на французский, финский и немецкий языки.)
  • «Истории Мнемозины» «Разноцветные гаммы». Москва. Изд. «Присцельс», 1998.
  • «В доме музыка жила». Москва, Изд. «Аграф», 2002.
  • «О Рихтере его словами». Москва, Изд. «Аграф», 2004. (Переведена на итальянский язык.)
  • «XX век Лины Прокофьевой». Москва, Изд. «Классика — XXI», 2008. (Переведена на испанский язык.)
  • «Устар. Собачья жизнь». Москва, Изд. «Астрель», 2012.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә