Сергей Чекмарёв музейы
музей
(Чекмарёв музейы битенән йүнәлтелде)
Сергей Чекмарёв музейы — музей. Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы гимназияһында урынлашҡан.
Сергей Чекмарёв музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1978 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Сибай |
Бағышланған | Чекмарёв Сергей Иванович |
Музей экспонаттары
үҙгәртергәМузейҙа «С. Чекмарёв эҙҙәре буйлап», Мәктәп йылъяҙмаһы, Мәктәп ветерандары, «Еңеү көнө!» экспозициялары эшләп килә.
Музей эшмәкәрлеге
үҙгәртергәМузей фәнни-тикшеренеү, тәрбиәүи эшмәкәрлеккә йүнәлтелгән. Патриотик, этик, эстетик, әхлаҡи тәрбиә алып бара. Мәктәп-ара һәм төбәк проектарҙа ҡатнашып, күргәҙмәләр ойошторола. Рәсәй, республика, ҡала музейҙары менән хеҙмәттәшлек алып барыла. Музей бүлектәребуйлап рус, башҡорт, инглиз, немец телендә экскурсиялар үткәрелә. Музей тураһында китап баҫтырыла.
Музей етәкселәре
үҙгәртергә- 1978—1993 йй. — Котова Клавдия Павловна, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, музейҙы ойоштороп ебәреүсе.
- 1993—1996 йй. — Милешина Инна Анатольевна, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
- 1996—2002 йй. — Ғүмәрова Эмма Фитрат ҡыҙы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
- 2002—2012 йй. — Усманова Мәҙинә Ғиниәт ҡыҙы, сит телдәр уҡытыусыһы.
- 2012 йылдан Мирхәйҙәрова Зөлфиә Алмас ҡыҙы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.