Чегодаева Нора Павловна

Чегодаева Нора Павловна (1905 йыл1971 йыл)[1] — совет тәржемәсеһе, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡатын-ҡыҙ снайперҙар әҙерләү үҙәк мәктәбе директоры, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы капитаны[2].

Чегодаева Нора Павловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Испания
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1905
Вафат булған көнө 1971
Һөнәр төрө тәржемәсе
Уҡыу йорто М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш гражданская война в Испании[d], Бөйөк Ватан һуғышы һәм Волховский фронт[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Нора — революционер, СССР юстиция халыҡ комиссариатында эшләгән Павел Чегодаевтың ҡыҙы[3]. М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны (хәрби академия тамамлаған тәүге биш ҡатын-ҡыҙҙың береһе) тамамлай[4]. Француз, немец һәм испан телдәрендә иркен һөйләшә[5], Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында тәржемәсе булып хеҙмәт итә. Халыҡ-ара Ленин мәктәбендә эшләй[5].

Испаниялағы Граждандар һуғышында Икенсе Испан Республикаһы яғында ҡатнаша, алғы һыҙыҡта Н. Н. Вороновта («Вольтер») тәржемәсе булып хеҙмәт итә[5]. Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[1].

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ҡатын-ҡыҙ снайперҙар әҙерләү үҙәге мәктәбен етәкләй, Волхов фронтында эшләй. Буласаҡ ҡатын-ҡыҙ снайперҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкының личный составын әҙерләй. Ҡатын-ҡыҙ снайперҙар әҙерләү үҙәге мәктәбе 27 ай эшләй. Ошо ваҡытта өс төп набор үткәрелә, шуларҙың араһынан икенсеһе - иң күп һанлыһы була - — 887 кеше снайперҙар мәктәбендә белем ала [6]. 1943 йылда СССР-ҙың Кубалағы илселегенә дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыу маҡсатында ебәрелә.

Һуғыштан һуң «Новое время» журналының француз телендәге ҡушымтаһы мөхәррире булып эшләй[3].

Наградалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Иммануил Левин. Записки военного переводчика: язык и «языки». — Москва: Московский рабочий, 1986.
  • Анна Старинова. Наша союзница – ночь. — Litres, 2017. — 442 с. — ISBN 9785040056804.