Цинандали
Цинандали (груз. წინანდალი) — Грузияның тарихи өлкәһе Кахетиялағы Телави муниципалитетына ингән ауыл.
Цинандали | |
груз. წინანდალი | |
Рәсми атамаһы | წინანდალი |
---|---|
Рәсми тел | Грузин теле |
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Телавский муниципалитет[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+4:00[d] |
Халыҡ һаны | 2675 кеше (2014) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 560 метр |
Рәсми дине | Christians (Stone Movement)[d] |
Цинандали Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәГомбори тауының төньяҡ-көнсығыш битләүендә, диңгеҙ кимәленән 560 м бейеклектә, Телавиҙан 10 км алыҫлыҡта һәм Тбилисиҙан 79 км көнсығыштараҡ урынлашҡан. Ауыл янынан Алазани йылғаһы аға .
Тарихы
үҙгәртергәЧавчавадзелар йорто, "Цинандали" тигән аҡ шарап етештерелеүе менән билдәле [1][2][3].
Был ерҙәр кенәз Чавчавадзеларға 1680 йылда грузиндарҙың тушеби тигән этнографик төркөмөнә ҡаршы уңышлы яуҙары өсөн бүләк ителгән. Цинандали ҡәлғәһе кенәз резиденцияһы итеп алына һәм быуат ярым шул сифатта ҡулланыла. Александр Чавчавадзе (1786—1846) урта быуат нығытмаһы урынында яңы , иркен һарай төҙөтә. Уның атаһы Гарсеван (Давид) Чавчавадзе (1757-1811) Грузияның (Картли-Кахетия батшалығы) абруйлы сәйәсмәндәренең береһе булып , Рәсәй протекторат урынлаштыралыуы тураһында һөйләшергә барған делегация етәксеһе була. 1783 йылда атаҡлы Георгий трактатына ҡул ҡуя. 18 йыл дауамында Санкт-Петербургта Грузияның вәкәләтле министры рангында (ғәмәлдә - илсе) эшләй.
Александр Чавчавадзе атаһы мираҫын алып, яңы йорт төҙөй, декоратив баҡса үҫтерә (1835). Чавчавадзеларға ҡунаҡтар йыш килә, улар араһында Грибоедов[4], Пушкин, Лермонтов, Одоевский һәм Александр Дюма (атаһы) була[5]). Чавчавадзе илдәге иң ҙур шарап заводы һалдырта. Аҡ цинандали шарабы фирма шарабы булып таныла[6].
Чавчавадзеның мөлкәте имам Шамилдән зыян күрә. 1854 йылдың 2 июлендә Шамилдың улы Ғази-Мөхәммәт төркөмө һөжүм итеп, аманаттар алып, улар араһында Александр Чавчавадзеның килене һәм ейәндәре лә була. Шамилдың 15 йыл Санкт-Петербургта әсир булып ултырған улына алмаштырып алыу шарты ҡуйыла. 40 000 көмөш аҡса түләп, яҡындарын ҡотҡарып, Чавчавадзелар Рәсәй йәмәғәт банкына бурысҡа инергә мәжбүр була[7].
Давид Чавчавадзе вафат булғас (1884), түләнмәгән бурыс өсөн имение император Романов мөлкәтенә күсә. 1917 йылда дәүләт милкенә әйләндерелә.
1947 йылда усадьбала музей ойошторола[8].
Билдәле кешеләре
үҙгәртергәЦинандалиҙа Нина Чавчавадзе, Александр Грибоедовтың буласаҡ ҡатыны, донъяға килгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Грузинская советская энциклопедия, т. XI, с. 327, 1987 год
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ღვინო ,,წინანდლის" წარმოების მიკროზონა (груз.)
- ↑ Prince Alexander Chavchavadze Tsinandali Estate wine commercial
- ↑ Вино в Цинандали: винодельня при Усадьбе Чавчавадзе
- ↑ Александр Грибоедов: «Спешите в Тифлис, не поверите, что за роскошь!»
- ↑ Грустная красота усадьбы княжеского рода Чавчавадзе
- ↑ Goldstein, Darra (1999), The Georgian Feast: The Vibrant Culture and Savory Food of the Republic of Georgia, p. 53. University of California Press, ISBN 0-520-21929-5.
- ↑ Gammer, Moshe (1992), Muslim resistance to the tsar, pp. 272-4. Routledge, ISBN 0-7146-3431-X.
- ↑ Дом-музей Александра Чавчавадзе в Цинандали
Һылтанмалар
үҙгәртергәWELCOME! To Tsinandali… 2018 йыл 6 июль архивланған. (инг.)