Алазани

Грузияла һәм Әзербайжанда йылға

Алазани йәки Алазань (груз. ალაზანი (алазани), әзерб. Qanıx (Ганых), авар. Алазан, чеч. Алаз, цахур телендә — Ду[1][2]) — Грузияның көнсығышындағы һәм Әзербайжандың көнбайышындағы йылға, ике республика араһында өлөшләтә сик барлыҡҡа килтерә. Хәҙерге көндә Мингечаур һыуһаҡлағысына ҡоя, элегерәк Кура йылғаһының иң ҙур һул ҡушылдығы һаналған. Алазани йылғаһының оҙонлоғо — 351 км, һыу йыйыу майҙаны — яҡынса 10 800 км². Оло Кавказдың көньяҡ битләүенән башлана.

Алазани
груз. ალაზანი
Алазани йылғаһы. Тушетия.
Алазани йылғаһы. Тушетия.
Характеристика
Оҙонлоғо 351 км
Бассейн 10 800 км²
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Барбало (Төп Кавказ һырты)
 · Координаталар 42°25′17″ с. ш. 45°14′03″ в. д.HGЯO
Тамағы Кура
 · Координаталар 41°00′24″ с. ш. 46°38′25″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Кура → Каспий диңгеҙе

Илдәр Грузия Грузия, Әзербайжан Әзербайжан
Алазани (Грузия)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Алазани Викимилектә

Гидрографияһы

үҙгәртергә

Үрге ағымында тау йылғаһы ҡылыҡһырламаһына эйә, тауҙан сыҡҡан ерендә киң Кахетин үҙәне буйлап аға, шулай уҡ йылғаның аллювияль ташылдыҡтары Алазань-авторан һәм Алазань- Агричай тигеҙлеген барлыҡҡа килтергән. Ҡар, ямғыр, боҙлоҡ һәм ер аҫты һыуҙары иҫәбенә тулылана.

Түбәнге ағымындағы уртаса йыллыҡ һыу сығымы яҡынса 98 м³/с. Йылғаның һыуы дымландырыу эшендә киң ҡулланыла. Үҙәнбитләүҙәрендә Грузияның йөҙөм үҫтереү буйынса төп райондарының береһе урынлашҡан.

Алазани йылғаһы ҡушылдыҡтарының береһе — Катехчай йылғаһы.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • Үҙән хөрмәтенә боҙ-борсаҡҡа ҡаршы ракета Алазань (шул иҫәптән модификациялы Алазань-2М, Алазань-6, Алазань-9) тип исемләнгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ибрагимов Г. Х. Цахурско-русский словарь. — С. 497.
  2. Ибрагимов Г. Х. Цахурский язык.

Һылтанмалар

үҙгәртергә