Церетели Тамара Семёновна
Тамара Семеновна Церетели (груз. თამარ სვიმონის ასული წერეთელი, 1 (14) август 1900 йыл — 3 апрель 1968 йыл) — йырсы (контральто), рус һәм совет эстрада сәхнәһендә рус сиған романстары жанрын башҡарыусыларҙың алдынғы вәкилдәренең береһе[1]. Грузин ССР-ының атҡаҙанған артисы (1958)[2].
Церетели Тамара Семёновна | |
груз. თამარ სვიმონის ასული წერეთელი | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 14 август 1900 |
Тыуған урыны | Кутаиси губернаһы[d], Кавказ наместниклығы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 3 апрель 1968 (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | йырсы |
Йырсы тауышы | контральто[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәТамара Семеновна Церетели 1900 йылдың 1 (14) авгусында Кутаиси губернаһының Свери ауылында тыуа. Бала саҡтан йырларға ярата, ләкин гимназия тамамлағас, Тифлис университетының медицина факультетына уҡырға инә. 1920 йылда үҙен йырға арнарға ҡарар итә һәм Тифлис консерваторияһына күсә. 1923 йылдға тиклем шунда опера йырсыһына уҡый. 1920 йылданэстардала сиған романстары менән сығыш яһай[2]. 1923 йылда Мәскәүгә күсенә, шул уҡ йылдың ноябрендә Мәскәү консерваторияһының бәләкәй залында тәүге соло концертын («Боронғо сиған романстары һәм табор йырҙары») ҡуя. Баш ҡала матбуғаты һәм тамашасыһы уны шунда уҡ күреп ҡала, ул Мәскәү эстарда сәхнәһенә сығыш яһаусыларҙың береһенә әүерелә. Церетели Мәсәкәүҙең төп концерт майҙансыҡтары булған «Эрмитаж» баҡсаһында, мюзик-холлдарҙа, Союздар Йортоноң колонналы залында даими сығыш яһай, Советтар Союзы буйлап гастролдәр менән йөрөй[1]. Церетели грузин халыҡ йырҙары «Светлячок», «Сулико» һәм башҡа йырҙарҙы ла репертуарына индерә. Шулай уҡ совет композиторҙары М. Г. Фрадкин, К. Я. Листов һәм башҡаларҙың лирик йырҙарын башҡара.
Тамара Церетели «Дорогой динною» йырының тәүге яҙмаларын эшләй (1925).
Ғаиләһе
үҙгәртергәЛегенданың бүләсәре, 23 йәшлек Нини Цнобиладзе «Голос» шоуының украин версияһында ҡатнаша. Ҡыҙ Тбилисиҙа ижади ғаиләлә үҫә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Елизавета Уварова. Эстрада в России. XX век: энциклопедия. — ОЛМА Медиа Групп, 2004. — ISBN 9785224044627.
- ↑ 2,0 2,1 Музыкальная энциклопедия / Гл. ред. Ю.В. Келдыш. — «Советская энциклопедия», 1982. — С. 118. — 1008 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мераб Табукашвили. Забытая легенда: Тамара Церетели : к 100-летию со дня рождения. — Центр российской культуры в Грузии, 2000. — ISBN 9789992816639.
- Тамара Церетели на сайте «Красная книга российской эстрады»