Цвариани Александр Тамазович

Цвариани Александр Тамазович (20 май 1975 йыл) — Рәсәй һәм грузин балет солисы һәм балет педагогы. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (2004). 1993—1994 йылдарҙа Башҡорт опера һәм балет театры солисы.

Цвариани Александр Тамазович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 20 май 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны Тбилиси, Грузия
Һөнәр төрө балет артисы
Эш урыны Палиашвили исемендәге Грузин опера һәм балет театры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы

Биографияһы

үҙгәртергә

Александр Тамазович Цвариани1975 йылдың 20 майында Тбилиси ҡалаһында табип Цвриани Тамаз Геронтоевич һәм Палиашвили исемендәге Грузин опера һәм балет театры балет солисткаһы Цвариани Тамара Федоровна ғаиләһендә тыуған. Уның һеңлеһе Натия ошо уҡ театрҙың балеринаһы була, хәҙерге ваҡытта шунда педагог-репетитор булып эшләй.

Балет сәнғәтен Тбилиси хореография училищеһында үҙләштерә (педагогтары Леван Давыдович Мхитарян, Борис Георгиевич Рахманин, Чабукиани Вахтанг Михайлович) шулай уҡ Нинель Даниловна Сильвановичтан да дәрестәр ала. Бала саҡтан сәхнәлә балеттарҙа сығыш яһай башлай. Иң тәүге ролдәренең береһе — «Дон Кихот» балетындғы «Һәпәләк» бейеүендә малай роле. 1993 йылда хореография училищеһын тамамлай.

1991—1993 йылдарҙа уҡыу менән бер рәттән Тбилиси опера һәм балет театрында эшләй. 1993—1994 йылдарҙа булған — Башҡорт опера һәм балет театры солисы. 1994—1996 йылдарҙа — Силәбе опера һәм балет театры, 1996—1997 йылдарҙа — Тбилиси опера һәм балет театры солисы. 1997 йылдан әлеге көнгә тиклем Силәбе опера һәм балет театры солисы булып тора.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Репертуары

үҙгәртергә

Георгий Дмитриевич Алексидзе ҡуйған балеттары һәм хореографик миниатюралары.

  • «Сильфида» — Гюрн, Джеймс
  • «Горда» — Сардар, Горда
  • «Баядерка» — Божок, Солор
  • «Жизель» — Ганс, Альберт
  • «Лебединое озеро» — Шут, Бенно, Ротбарт
  • «Чиполлино» — Граф Вишенка, Чипполлино
  • «Вальпургиева ночь» — Пан
  • «Серенада» — Үҫмер
  • «Шопениана» — Үҫмер
  • «Спящая красавица» — Күк ҡош
  • «Коппелия» — Франц
  • «Тысяча и одна ночь» — ухх ҡошо, Раб, Шахрияр
  • «Корсар» — Раб
  • «Тарас Бульба» — Вариация Остапа (Гопак)
  • «Дон Кихот» — Эспада, Базиль
  • «Конек-горбунок» — Океан, Һыуҙар әһеле
  • «Ромео и Джульетта» — Тибальд
  • «Щелкунчик» — Дроссельмейер, Принц
  • «Белоснежка и семь гномов» — Егерь, Принц
  • «Кот в сапогах» — Жак
  • «El mundo de Гойя» — Гойя
  • «Слуга двух господ» — Труффальдино
  • «Золушка» — Мачеха
  • «Привал кавалерии»  — Пётр
  • «Анюта» — Пётр Леонтиевич, Модест Алексеевич
  • «Половецкие пляски» — Һыбайлы
  • «Бахчисарайский фонтан» — Нурали
  • «Эсмеральда» — Гренгуар

Һылтанмалар

үҙгәртергә