Хөснөтдинов Фәтих Салауат улы

мәҙәниәт хеҙмәткәре, актер. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).
(Хөснитдинов Фәтих Салауат улы битенән йүнәлтелде)

Хөснөтдинов Фәтих Салауат улы (31 ғинуар 1957 йыл — 30 июнь 2020 йыл ) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, актер. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).

Хөснөтдинов Фәтих Салауат улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 31 ғинуар 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Өмөтбай, Билал ауыл советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 30 июнь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (63 йәш)
Һөнәр төрө актёр, мәҙәниәт хеҙмәткәре
Биләгән вазифаһы директор[d]
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәтих Салауат улы Хөснөтдинов 1957 йылдың 31 ғинуарында Башҡортостандың Баймаҡ районы Өмөтбай ауылында тыуған[1] . 1972 йылда Магнитогорск техник һөнәрселек училищеһын тамамлай һәм металлургия комбинатында хеҙмәт юлын башлай.

Магнитогорск ҡалаһында йәшәү дәүерендә, башҡорт театр студияһы һәм «Йәшлек» бейеү ансамбле хаҡында ишетә. Йыр — моңға ынтылған егет беренселәрҙән булып студияға бара[2]. Ул унда талантлы бейеүсе, концерттарҙы оҫта алып барыусы булараҡ таныла. 1977—1979 йылдарҙа Совет армияһында хеҙмәтен тултырып ҡайтып, эшен дауам итә. Тик ғаиләгә фажиғә килә. Әбйәлил районы юлында ҡалаға йөк машинаһында эшкә китеп барыусы Фәтихтең, Йәнгелдән мотоцикл менән ҡунаҡтан ҡайтып килгән әсәһенең күҙ алдында атаһын йәшен ата. Атаһының аяныслы үлеме Фәтихте ҡара ҡайғыға батҡан әсәһенең янына, ауылға ҡайтырға мәжбүр итә.

Ике йыл Өмөтбай ауыл клубында эшләй. 1979—1984 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала[1]. Уҡыуын тамамлаға? 1984—1987 йылдар Баймаҡ мәҙәниәт йортонда директор булып эшләй[1]. 1987 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театрында директор урынбаҫары булып, 1987 йылдың сентябренән Октябрҙең 40 йыллығы исемен йөрөткән мәҙәниәт йорто директоры, ә 1989 − 1999, 2005—2011 йылдарҙа «Легендалар һәм риүәйәттәр» исемле башҡорт театр студияһын етәкләй. 2004—2005 йылдан «Сулпан» балалар театры һәм Сибай филармонияһының директоры вазифаһын башҡара[1]. 2001—2004 йылдар администратор булып эшләй. Хөснөтдиновтың инициативаһы менән Башҡортостанда берҙән-бер булған «Сулпан» балалар театры, Сибай дәүләт филармонияһы асыла[1].

«Ф. С. Хөснөтдинов театр коллективын йәш көстәр менән тәьмин итеү маҡсатында Өфө дәүләт сәнғәт институтында һәм Сибай сәнғәт колледжында махсус курстар булдырыуға өлгәште. Театрҙың матди — техник базаһын нығытыуға, хеҙмәткәрҙәренең көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға ла етди иғтибар бүлә. Ул алсаҡ киң күңелле булыуы менән хөрмәт һәм абруй ҡаҙанды», — ти уның коллегалары[2].2020 йылдың 30 июнендә вафат була,Өмөтбай ауылында ерләнә.

Сәхнәлә тыуҙырған образдар

үҙгәртергә
  • «Таһир менән Зөһрә» спектаклендә — Таһир образы
  • Ә.Атнабаевтың «Балаҡайҙарым» пьесаһындә — Дамир
  • З.Биишеваның «Мөхәббәт һәм нәфрәт» драмаһында — Аҙнағол
  • Р.Ханнановтың «Алтын браслет» пьесаһында төп ролде башҡара

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007)
  • Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Рәсәй, Башҡортостан Хөкүмәтенең, ҡаланың, райондың Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Баймакская энциклопедия./гл.ред. И. Х. Ситдиков — Уфа: Баш.энцикл., 2013.- 247с.:ил.карты, ноты. ISBN 978 — 5-88185-084-5 247 бит
  2. 2,0 2,1 Әнүзә Мәжитова. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ ине — Һаҡмар. 2020 йыл 11 август

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • «Баймакская энциклопедия»/гл.ред. И. Х. Ситдиков — Уфа: Баш.энцикл., 2013.- 215с.:ил.карты, ноты. ISBN 978 — 5-88185-084-5 573 бит.
  • Әнүзә Мәжитова. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ ине — Һаҡмар. 2020 йыл 11 август.
  • Зухра Файзуллина. Буклет Хуснитдинов Ф. С.- Сибай, 2007.