Хәтижә әс-Сәләми
Хәтижә әс-Сәләми (ғәр. خديجة السلامي, 1966 йыл) — Йәмән кинематографисы (режиссёр, продюсер, сценарист һәм тауыш операторы), дипломатик хеҙмәткәр һәм йәмәғәт эшмәкәре. Йәмәндә беренсе кинопродюсер-ҡатын-ҡыҙ[5] һәм режиссёр-ҡатын-ҡыҙ[6][7].
Хәтижә әс-Сәләми | |
ғәр. خديجة السلامي | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Йемен |
Тыуған көнө | 1966[2][3] |
Тыуған урыны | Сана, Йемен[4] |
Һөнәр төрө | кинорежиссёр, дипломат, яҙыусы, кинопродюсер |
Уҡыу йорто | Университет Джорджа Вашингтона[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Хәтижә әс-Сәләми Викимилектә |
Биографияһы һәм карьераһы
үҙгәртергәХәтижә әс-Сәләми 1966 йылдың майында (төньяҡ Йәмәндә граждандар һуғышы осоронда) ярлы мосолман ярлы ғаиләһендә тыуған. 11 йәшендә уны ағаһы Әли-әс Сәләми Хәтижәнән бер нисә тапҡыр өлкән булған үҙенең танышына көслөк менән кейәүгә бирә[8]. Әсәһенең ағаһы был никах уның ун дүрт йәшенә тиклем «хужалыҡ» килешеүе генә тип ышандырһа ла, Хәтижә туйҙан һуң бер нисә аҙна енси көсләүгә дусар була[9], һәм үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташа, ахырҙа, иренән ҡаса (икенсе яҙмалар буйынса, уның ҡаршылығнан арып, ире уны үҙе кире ҡайтара). Традиция булараҡ был «ғаиләгә хурлыҡ» тип баһалана, ғаиләһенең күп өлөшө (үҙ ваҡытында тағы ла иртәрәк кейүгә бирелгән әсәһенән башҡалары) ҡыҙҙан баш тарта.
Ғаилә ярҙамына, әсәһенә (яңғыҙ тағы бер нисә бала тәрбиәләүсе) таяна алыу мөмкинлегенә эйә булмаған ҡыҙ, аҡса эшләү өсөн эш эҙләй. Танышы тәҡдиме буйынса, урындағы студияға инеп ҡарай, унда балалар телепрограммаһы өсөн йәш алып барыусы кәрәк була. Кастингта еңеп сығып, Хәтижә 1977 йылдан 1982 йылға тиклем иртәнге уҡыуын көндөҙгө һәм киске телевидениелағы эше менән бергә алып бара[9], тәүҙә балалар секторында, ә һуңынан яңылыҡтар секторында эшләй[10]
16 йәшендә Хәтижә-әс -Сәләми Америка Ҡушма штаттарында уҡыу өсөн стипендия ота[9], унда юғары мәктәпте тамамлай, ә 1983 йылда Вашингтонда Маунт-Вернон Ҡатын-ҡыҙҙар колледжына уҡырға инә, 1986 йылда коммуникациялар бакалавры дәрәжәһен ала[10]. Уҡыған ваҡытында ул АҠШ-та Йәмән илсеһе Яхъя әл-Мутавәкил менән тагныша һәм дуҫлаша. Был дуҫлыҡ артабан уға Йәмәндең бер нисә абруйлы сәйәсмәндәре менән танышырға һәм уның дипломатик корпусында үҙ кеше булырға ярҙам итә.
Йәмәнгә диплом менән ҡайтып, Хәтижә ғаиләһе менән оҙаҡ аңлашмаусанлыҡ арҡаһында шул уҡ йылда Францияға китә, унда 1987—1988 йылдарҙа Йәмән илселегендә йәмәғәт менән бәйләнештәр буйынса хеҙмәткәр булып эшләй[10]. Һуңыраҡ Вашингтондың Америка университетында икенсе баҫҡыслы юғары белем ала. Уның кино- һәм телепроизводство буйынса сәнғәттәр магистры дәрәжәһенә эше булып «Йәмәндә ҡатын-ҡыҙҙар» документаль фильмы тора, уны төшөрөүҙө ул бер үк ваҡытта режиссёр ҙа, оператор ҙа һәм монтажлаусы ла булып сығыш яһай.
1990 йылда америка журналисы Чарльз Хутҡа менән Францияға ҡайтып, уға кейәүгә сыға[9], Францияла Хәтижә Radio Orient-Paris, ә1993 йылдан гәзит журналистикаһында эшләй. 1994 йылдан Йәмәндең Франциялағы илселегендә пресс-атташе һәм мәҙәниәт буйынса атташе вазифаһында, шулай уҡ илселек ҡарамағында информацион үҙәктең башлығы сифатында эшен дауам итә[9]. [10].
Дипломатик эшмәкәрлеге менән бер рәттән кинематография эшен дауам итә, Франция һәм төрлө АҠШ университеттары һәм телеканалдары[11] өсөн бер нисә документаль һәм яҡтыртыу фильмдары төшөрә[8] Уның күп эштәре ҡатын-ҡыҙҙарҙың ислам йәмғиәтендәге хәле менән бәйле[9][12]. 2012 йылда кино һәм момсолман ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәтен документлаштырыу эшенә теңкәлеү өсөн дипломатик эштән китә[13][14].
Бер нисә фестивалдә жюри ағзаһы була[10].
2013 йылда ире ярҙамы менән үҙенең The Tears of Sheba исеме аҫтында автобиографияһын баҫтырып сығара[15]
Үҙенең дипломатик һәм ижади эшмәкәрлеге өсөн бер нисә рәт бүләктәргә лайыҡ була, атап әйткәндә:
- 2005 —Les femmes et la démocratie au Yémen (2003) фильмы өсөн Весула (Франция) Азия киноһы фестивалендә йәштәр премияһы номинацияһы;
- 2006 — Une étrangère dans sa ville (2005) фильмы өсөн ошо фестивалдең йәштәр премияһына лайыҡ була (2005) һәм Әминә таҫмаһы өсөн Дубайҙа «Иң яҡшы документаль фильм» категорияһында Халыҡ-ара кинофестивалдең көмөш премияһына лайыҡ була;
- 2007 — Франция хөкүмәтенең Почётлы легион ордены менән бүләкләнә[16][17]
- 2011 — Франция коммуникациялар һәм мәҙәниәт министрлығының Сәнғәт һәм әҙәбиәт орденыменән бүләкләнә[18][19][20]
- 2014 — Am Nojoom, Age 10 and Divorced таҫмаһы өсөн Дубайҙа «Иң яҡшы нәфис фильм» категорияһында Халыҡ-ара кинофестиваленең премияһына лайыҡ лайыҡ була
Фильмографияһы
үҙгәртергә- 1991 — Hadramaout: Crossroads of Civilizations
- 1994 — Le pays suspendu
- 1995 — Women of Islam
- 1997 — Land of Sheba
- 2000 — Yemen of a Thousand Faces
- 2003 — Les femmes et la démocratie au Yémen / Women and Democracy in Yemen (документальный фильм) — режиссёр, автор сценария, звукорежиссёр
- 2005 — Une étrangère dans sa ville / A Stranger in Her Own City (короткометражный документальный фильм) — режиссёр, автор сценария, звукорежиссёр
- 2006 — Amina — режиссёр, автор сценария, продюсер, оператор
Фильм, иртә йәштән кейәүгә бирелгән, ирен үлтереүҙә ғәйепләнеп, үлем язаһына хөкөм ителгән, балаһын күкрәк һөтөнән ашатҡанға тиклем кисектерелгән ҡатын-ҡыҙҙың реаль эштәренә нигеҙләнгән. Хәтижә әс-Сәләми Әминә яҙмышы тураһында фильм төшөрөп кенә ҡалмай, шулай уҡ Йәмән президенты Әли Салехтан уның өсөн ярлыҡау һорай
- 2010 — Destructive Beast (документальный фильм) — режиссёр, автор сценария, продюсер
- 2012 — Al Sarkha / The Scream (документальный фильм) — режиссёр, автор сценария, оператор
- 2013 — Killing Her Is a Ticket to Paradise (документальный фильм) — режиссёр, автор сценария, продюсер, оператор
- 2014 — I Am Nojoom, Age 10 and Divorced (художественный фильм) — режиссёр, автор сценария, оператор
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Record #15061124 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ Khadija Salami // LIBRIS — Национальная библиотека Швеции.
- ↑ Khadija Salami // MAK (пол.)
- ↑ выгрузка данных Freebase — Google.
- ↑ The 500 most powerful Arabs in the World: 231. Khadija Al Salami (англ.). Arabian Business. Дата обращения 29 ноября 2015.
- ↑ Dan Morrison. Meeting with Khadija al-Salami (англ.). The Anglo-American Press Association of Paris (11 June 2012). Дата обращения 29 ноября 2015.
- ↑ Anindita Acharya. My film has my struggle as a child bride: Khadija Al-Salami (англ.). Hindustan Times (21 November 2015). Дата обращения 29 ноября 2015.
- ↑ 8,0 8,1 Dan Morrison. Meeting with Khadija al-Salami (ингл.). The Anglo-American Press Association of Paris (11 июнь 2012). Дата обращения: 29 ноябрь 2015.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 The 500 most powerful Arabs in the World: 231. Khadija Al Salami (ингл.). Arabian Business. Дата обращения: 29 ноябрь 2015.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Khadija Al-salami (ингл.). Tiburon International Film Festival. Дата обращения: 30 ноябрь 2015.
- ↑ Khadija Al-salami (англ.). Tiburon International Film Festival. Дата обращения 30 ноября 2015.
- ↑ Anindita Acharya. My film has my struggle as a child bride: Khadija Al-Salami (ингл.). Hindustan Times (21 ноябрь 2015). Дата обращения: 29 ноябрь 2015.
- ↑ Acil Tabbara. The Scream: Yemeni women make their voices heard (ингл.). The National[en] (19 декабрь 2012). Дата обращения: 1 декабрь 2015. 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ Natalie Shooter. Filming on the Fringe (ингл.). Reorient Magazine (29 июль 2013). Дата обращения: 1 декабрь 2015. 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ The 500 most powerful Arabs in the World: 231. Khadija Al Salami (англ.). Arabian Business. Дата обращения 29 ноября 2015.
- ↑ Anindita Acharya. My film has my struggle as a child bride: Khadija Al-Salami (англ.). Hindustan Times (21 November 2015). Дата обращения 29 ноября 2015.
- ↑ Khadija Al-salami (англ.). Tiburon International Film Festival. Дата обращения 30 ноября 2015.
- ↑ Dan Morrison. Meeting with Khadija al-Salami (англ.). The Anglo-American Press Association of Paris (11 June 2012). Дата обращения 29 ноября 2015.
- ↑ Khadija Al-salami (англ.). Tiburon International Film Festival. Дата обращения 30 ноября 2015.
- ↑ Hommage au dialogue des cultures entre la France et le monde arabe (фр.). Ministère de la Culture et de la Communication (30 mai 2011).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хәтижә әс-Сәләми (инг.) Internet Movie Database сайтта
- Khadija Al-Salami, Charles Hoots. The Tears of Sheba: Tales of Survival and Intrigue in Arabia. — Thistle Publishing, 2013. — 360 p. — ISBN 9781909869004.(недоступная ссылка) (автобиография)
- Priyanka Dasgupta. Yemen director backs Muslims living in Paris (англ.). The Times of India (18 November 2015). Дата обращения 29 ноября 2015.
- Deborah Young. 'I Am Nojoom, Age 10 and Divorced': Dubai Review (англ.). The Hollywood Reporter (15 December 2014). Дата обращения 29 ноября 2015.
- Liz Shackleton. I Am Nojoom, Nearby Sky win top awards at DIFF (англ.). Screen Daily (16 December 2014). Дата обращения 29 ноября 2015.
- Meenakshi Shedde. Narrowing the Gulf (англ.). The Hindu (22 December 2014). Дата обращения 29 ноября 2015.
- 6ème édition du Festival International du Film de Dakhla : Hommage à deux réalisateurs et deux acteurs (фр.). L'Opinion (23 novembre 2015). Дата обращения 29 ноября 2015.
- Jim Quilty. ‘I Am Nojoom’: The villainy of poverty and ignorance (англ.). The Daily Star (Lebanon) (18 December 2014). Дата обращения 29 ноября 2015.
- Florence Besson. Qui est Khadija Al-Salami ? La féministe qui se bat contre les mariages forcés au Yémen (фр.). Elle (27 mai 2015). Дата обращения 29 ноября 2015.
- Yemeni filmmaker uses her tortured past to help women (англ.). Arab News (3 April 2013). Дата обращения 29 ноября 2015.
- Caroline Farstad Søvik, Sonja Ystaas. Slik kom hun seg ut av tvangsekteskapet: Khadija (45) slo hodet i veggen til hun besvimte (норв.). TV 2 (17 апреля 2015). Дата обращения 29 ноября 2015.
- Sébastien Jédor. La cinéaste Khadija al-Salami combat le mariage des enfants au Yémen (фр.). Radio France Internationale (8 juin 2015). Дата обращения 29 ноября 2015.
- Charlotte Boitiaux. 'I Am Nojoom, Age 10 and Divorced' tackles tradition (англ.). France 24 (10 June 2015). Дата обращения 29 ноября 2015.
- Laurence Bézaguet. L'exemplaire combat d'une fillette qui obtient… son divorce! (фр.). Tribune de Genève[fr] (4 mars 2015). Дата обращения 29 ноября 2015.
- Gloria Sabatini. Spose bambine. Al Pantheon le nozze: lei ha 10 anni, lui 50. Ma è una fiction (итал.). Secolo d'Italia[it] (26 ottobre 2015). Дата обращения 29 ноября 2015.
- Jumana Khamis. Yemeni film-maker highlights women’s suffering (англ.). Gulf News (8 February 2013). Дата обращения 29 ноября 2015.
- Khadija Al Salami (англ.). Tiburon International Film Festival. Дата обращения 29 ноября 2015.
- Chris Kutschera[en]. YEMEN: A Yemeni woman's fight for freedom (англ.). The Middle East magazine (2006). Дата обращения 29 ноября 2015.