Ирғәлин Хәмит Әбдрәхим улы
Ирғәлин Хәмит Әбдрәхим улы (1 сентябрь 1950 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, драматург, 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Биографияһы
үҙгәртергәХәмит Әбдрәхим улы Ирғәлин 1950 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Федоровка районының Юлдаш ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында, марксизм-ленинизм университетында, Мәскәүҙәге Надежда Крупская исемендәге Халыҡтар университетының һынлы сәнғәт факультетында ситтән тороп белем алған. Һөнәре буйынса биҙәүсе -рәссам.
Әҙәби ижады
үҙгәртергәҮткән быуаттың 80-се йылдарында төртмә телле хикәйәсе булараҡ танылыу таба. Уның сатирик һәм юмористик хикәйәләрендәге һүрәтләүҙәр тормошта булған хәл-ваҡиғаларға, ысынбарлыҡтағы кеше-ара мөнәсәбәттәргә нигеҙләнгән. Бындай әҫәрҙәре сюжет боролоштарының ҡапылғара булыуы, уҡыусы күҙлегенән көтөлмәгәнсә тамамланыуҙары менән иғтибарҙы тарта. Хәмит Ирғәлиндың күңелсәк новеллаларының теле тапҡырлығы, һүрәтләүҙәре урынлы булыуы һәм кәрәкле кешеһенә тоҫҡауҙа оҫталығы менән айырылып тора. 90-сы йылдарҙың аҙағында Х.Ирғәлин драматургия өлкәһендә уңышлы эшләй. "Юғалма, өмөтөм"драмаһы 1997 йылда Салауат дәүләт драма театрын, "Инә бүре ҡарғышы" - 1998 йылда Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт театры сәхнәләрендә ҡуйыла."Сыңғыҙ хандың юғалған сардары" (2000 йыл), "Юғалған мөхәббәткә реквием"(2004 йыл) пьесалары драматургтарҙың республика конкурсында призлы урындар ала.
Китаптары
үҙгәртергә- Йылмайыу хаҡы: Хикәйәләр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.- 208 бит.
- Синдбадтың һигеҙенсе сәйәхәте: Хикәйәләр. Өфө:"Китап" нәшриәте,2002 йыл.- 180 бит.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)