Хәмзин Фәрит Хәбибулла улы
Хәмзин Фәрит Хәбибулла улы (15 апрель 1931 йыл — 2007 йыл) — партия органдары һәм дәүләт эшмәкәре. 1976—1987 йылдарҙа КПСС-тың Салауат ҡала комитетының беренсе секретары; 1988—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Нәшриәт, полиграфия эштәре һәм китап сауҙаһы буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Салауат ҡалаһының почётлы гражданы.
Хәмзин Фәрит Хәбибулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 15 апрель 1931 |
Тыуған урыны | Баҙыҡ, Борон ауыл советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2007 |
Уҡыу йорто | Ишембай нефть колледжы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәФәрит Хәбибулла улы Хәмзин[1] 1931 йылдың 15 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Баҙыҡ ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — урындағы «Россия» колхозында эшләй, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].
1950 йылда Ишембай нефть техникумын тамамлай һәм Салауат нефть химияһы комбинатына эшкә инә. Бында 22 йыл эшләй, хеҙмәт эшмәкәрлеген электромонтер булып башлап, энергия идаралығы (УЭС) начальнигына тиклем үҫә, һуңынан 1967 йылда «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһенең баш энергетигы итеп тәғәйенләнә, был вазифаны 1972 йылға тиклем башҡара.
Дәүләт һәм партия карьераһы
үҙгәртергәКПСС ағзаһы.
1973 йылда «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһенең партия комитеты сәркәтибе итеп һайлана.
1976 йылда Салауат ҡала партия комитетының беренсе секретары вазифаһына һайлана, унда 11 йыл эшләй.
Фәрит Хәмзин КПСС-тың Салауат ҡала комитетының беренсе секретары булып эшләгән ваҡытта бер нисә социаль әһәмиәтле объект, «Алмаз» һәм «Төҙөүсе» мәҙәниәт йорттары төҙөлә һәм сафҡа индерелә, Төҙөүселәр урамындағы һуңғы барактар һүтелә, Ленин һәм Ленинград урамдары төҙөкләндерелә.
Ундан артыҡ саҡырылыш Салауат ҡала Советы депутаты була, КПСС өлкә комитеты ағзаһы, БАССР-ҙың 10-сы һәм 11-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Юғары Советтың Закондар сығарыу комиссияһында ағза була (Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 1985 йылдың 22 мартындағы «Башҡорт АССР-ы Юғары Советының закондар сығарыу комиссияһын һайлау тураһында» ҡарары).
1988 йылда БАССР-ҙың Нәшриәт, полиграфия эштәре һәм китап сауҙаһы (Госкомиздат БАССР) буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә, 1991 йылда пенсияға киткәнгә тиклем шунда эшләй.
Пенсияға сыҡҡас, ҡаланың һайлау штабы начальнигы була. 2007 йылда вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- миҙалдары: «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙакәр хеҙмәте өсөн», «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл»,
- В. И. Ленин тыуыуының 100-йыллығына юбилей миҙалдары,
- Почёт грамоталары һәм Рәхмәт хаттары.
- Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1998).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Фарит Хабибуллович Хамзин
- ↑ Ханин,Хохлов, Худяков… Архивы Великой отечественной войны 1941—1945. Проверено 20 февраля 2013. 13 марта 2013 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Почётные граждане города Салавата 2016 йыл 4 март архивланған.
- Фарит Хабибуллович Хамзин 2015 йыл 21 февраль архивланған.