Хәмзин Рим Әнүәр улы

Хәмзин Рим Әнүәр улы (9 июль 1952 йыл) — ауыл жужалығы, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1986 йылдан Туймазы район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1988 йылдан — КПСС-тың Туймазы ҡала комитетының беренсе секретары, 1990 йылдан — Туймазы район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992 йылдан — Туймазы районы хакимиәте, 1999 йылдың июненән 2004 йылғаса — Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районы хакимиәте башлығы. РСФСР-ҙың халыҡ депутаты (1990—1993), Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы һәм почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Хәмзин Рим Әнүәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 9 июль 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Рим Әнүәр улы Хәмзин 1952 йылдың 9 июлендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Оло Өстүбә ауылында тыуған.

Хеҙмәт юлын слесарь-монтажсы булып башлай.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. Туймазы район Советы башҡарма комитеты секретары итеп һайлана.

19791986 йылдарҙа — ул В. И. Ленин исемендәге колхоздың партия комитеты секретары, КПСС-тың Туймазы ҡала комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы, 1 Май исемендәге колхоз рәйесе.

1986 йылдан — Туймазы район Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1988 йылдан — КПСС-тың Туймазы ҡала комитетының беренсе секретары.

1990 йылдан — Туймазы район Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1992 йылдан — Туймазы районы хакимиәте башлығы.

1999 йылдың июненән 2004 йылға тиклем — Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районы хакимиәте башлығы.

РСФСР халыҡ депутаты (19901993), Рәсәй Юғары Советының Тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу һәм экология мәсьәләләре буйынса комитеты ағзаһы, Мандат комиссияһы, «Суверенитет һәм тигеҙлек» фракцияһы ағзаһы.

Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының Вәкилдәр Палатаһы депутаты, бюджет буйынса комитеты ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
  • Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең Почетлы хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы

Һылтанмалар

үҙгәртергә