Хәлил Паша́ (төр. Halil Paşa; 18571939) — Төркиә рәссамы.

Хәлил Паша
Halil Paşa
Фотография
Тыуған:

1857({{padleft:1857|4|0}})

Тыуған урыны:

Ғосман империяһы, Истанбул

Үлгән:

1939({{padleft:1939|4|0}})

Үлгән урыны:

Төркиә, Истанбул

Гражданлығы:

Төркиә Төркиә

Жанр:

пейзаж, портрет, марина

Уҡыған урыны:

Истанбул техник университеты

Стиль:

реализм, импрессионизм

Ҡурсалаусылары:

Ғәббәс II Хәлим

Commons-logo.svg Викимилектә эштәре

БиографияһыҮҙгәртергә

1857 йылда Ғосман империяһының баш ҡалаһы Истанбулда хәрби училищеһы уҡытыусыһы Сәлим-паша ғаиләһендә тыуған. Истанбул техник университетын тамамлай. Хәрби училищеһында һүрәт төшөрөргә өйрәтә.

Артабан һынлы сәнғәтте өйрәнеү маҡсатында атаһы тарафынан Парижға ебәрелә, бында 8 йыл дауамында йәшәй. Рәссам һәм шәрҡиәтсе Жан-Леон Жеромдың оҫтаханаһында белем ала. 1889 йылғы Париж салонында «Ханым Х» (рус. «Мадам Х») картинаһы өсөн бронза миҙалына лайыҡ була.

Туған яғына ҡайтҡас хәрби училищеһында уҡыта, 1906 йылда «Паша» званиеһын ала[1]. Ике йылдан һуң запас полковнигы чинында отставкаға китә һәм күп йылдар буйы илдең төрлө мәктәптәрендә һүрәт төшөрөү буйынса дәрестәр биреүҙе дауам итә. Уның уҡыусылары араһында төрөк ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге профессиональ рәссам Мюфиде Кадри ла була.

1914 йылдан һуң Усман Хәмди бей тарафынан нигеҙләнгән Нәфис сәнғәт мәктәбендә уҡыта, 1917—1918 йылдарҙа ошо мәктәптең директоры була[2].

Ғәббәс II Хәлим саҡырыуы буйынса 1920-се йылдарҙа Мысырға бара. Артабан йыш ҡына уның Истанбулдағы һарайында ҡунаҡ була, хәҙер бында Сакып Сабанджиның музейы урынлашҡан.

1939 йылда Исианбулда вафат була[3].

КартиналарыҮҙгәртергә

Сакып Сабанджи музейында Хәлил Пашаның өс билдәле картиналары һаҡлана:

2009 йылдың 18 ғинуарында «Күкһыу йылғаһы» (рус. «Река Гёксу») картинаһы шәхси коллекцияға 621,188 АҠШ доллларына һатылған[4].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә