Хәйруллин Баязит

шәйех, имам, дин әһеле

Баязит Хәйруллин (1871 — ?) — шәйех, суфый, Владикавказ мәсете имамы. Зәйнулла Рәсүлевтың шәкерте.

Хәйруллин Баязит
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1871
Тыуған урыны Яңы Күл, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған урыны Тарки[d], Темир-Хан-Шуринский округ[d], Дагестанская область[d], Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө Шәйех, Имам
Уҡыу йорто Мәҙрәсә

Биографияһы

үҙгәртергә

Шәйех Баязит Хәйруллин 1871 йылда Нуриман районының Яңы Күл[1] ауылында тыуа (башҡа сығанаҡтар буйынса — Өфө ҡалаһында[2]), бүләкәй-көҙәй ырыуы башҡорто[3]. Хәрби хеҙмәтен Владикавказда үтә һәм үҙен ғәҙел, намыҫлы мосолман итеп күрһәтә. Хәрби часть командиры уның дингә ынтылышын күреп, Ислам белемен алыуҙа ярҙам итә — егеткә Ырымбур ҡалаһы мәҙрәсәһенә йүнәлтмә бирә. Баязит унда өс йыл уҡығандан һуң, Владикавказға барып имам булып китә.

1918 йылда ул Махачкалаға күсенә һәм 1950 йылға тиклем шунда имам була. 1933 йылда золомға эләгә һәм барлыҡ мөлкәте, йорто тартып алына[2].

Ғаилә хәле

үҙгәртергә

Шәйех Баязит ике тапҡыр өйләнә. Тәүге никахынан 4 балаһы була. Туберкулез менән оҙайлы сирләгәндән һуң беренсе ҡатыны вафат булғас, ул икенсегә өйләнә. икенсе никахында ике балаһы тыуа, әммә береһе ете йәшендә вафат була[2].

Шәйех Баязит тураһында бик күп дини баҫмаларҙа телгә алына. 2016 йылда Махачкала ҡалаһының Тарки ҡасабаһы зыяратында шәйехтең ҡәбере төҙөкләндерелә, урындағы мәсеттәрҙең береһенә уның исеме бирелә[2]. 2021 йылда шәйехтең бер туғанының ейәне Ғафуан Хәйруллин нәҫел ебе менән ҡыҙыҡһына башлай һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамы менән шәйех Баязиттың шәжәрәһен төҙөй[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә