Туҡтағол (Баймаҡ районы)

Туҡтағол (рус. Тактагулово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 11 кеше[3]. Почта индексы — 453644, ОКАТО коды — 80206831004.

Туҡтағол
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Күсей ауыл Советы
Халыҡ һаны 15 кеше (2002)[1],
11 кеше (2009)[1],
13 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453644
Карта

Ауылға нигеҙ һалған Туҡтағол Муллашәриповтың (1737—1822) исемен йөрөтә.Еще в 70-х годах XVIII быуаттың 70-се йылдарында ошо исем аҫтында утар билдәле була. 1813 йылда, Ҡолсора ауылынан — 14, Иҙристән — 1 (Бүләк Рыҫҡолов) ғаилә күсеп ултырғандан һуң, ауыл статусын ала. Ҡолсоранан Ишкинә (уның балалары Әхмәтйәр һәм мөхәмәтрәхим), Иҫәнғужа (уның улдарыЙонос, Иҙрис, Ихсан), Танһыҡҡкужа (уның балалары Йосоп, Мөхәмәтғәзиз), Мораҙым (улы Әхмәткәрим), Үҙәнбай һәм Муса күсеп киләләр. Шулай уҡ Ҡолсоранан Яҡшымбәт Ҡолсорин, Рәхмәт, Ғабдулла, Хәбибулла Сурығоловтар, Дәүләткилде Кулбаев, Байғазы Ҡолшәрипов (1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан, ике көмөш миҙалы булған),Илсеғол Сәлимгаров, Иҙелбай Күсәрбаев, Мусарғәли Муллагилдин, Ҡалҡаман Ҡолмөхәмәтовтар күсеп килә[4].

1834 йылда ауылда 18 йортта 119 кеше йәшәгән. 1859 йылда 36 йортта — 284 кеше. 1920 йылғы иҫәп алыу 109 йортта 497 кеше күрһәтә.

XIX быуаттың 30—40-сы йылдарында 18 йортта 16 көймәле арба йәйләүгә сыға. Урал тауҙарында һәм Тупарҡыс һәм Тураш йылғалары буйлап (Ялтыркүл янында) Ирәндектең көнсығыш битләүендә йәйләгәндәр. 245 йылҡы малы, 134 һыйыр, 92 һарыҡ, 15 кәзә иҫәптә торған. Бөтә ауыл 56 бот ужым игенен, 408 бот ярауай иген сәскән. Үҙән йылғаһында тирмән булған[4].

Башлыса — малсылыҡ, һуңынан — алтын йыуыу менән шөғөлләнгәндәр.

1930 йылдан алып Ворошилов исемендәге колхозға инә, 1957 йылдан — "Сибай", 1965 йылдан — "Ирәндек" совхоздарына ингән.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 13 8 7 46,2 53,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Сыуашбай йылғаһы янында урынлашҡан[5].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 87 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Күсәй): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 49 км

Ауылдың билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  • Тактагулово