Хулуси Бехчет

төрөк дерматологы

Хулуси Бехчет[3] (төр. Hulusi Behçet; 20 февраль 1889 йыл, Истанбул — 8 март 1948 йыл, Истанбул) — төрөк дерматологы, Адамантиадис—Бехчет ауырыуына исеме бирелгән; 1910 йылда Истанбулда Гүлхана Медицина академияһын тамамлай; 1914 йылда Кыркларели хәрби госпиталендә баш табип урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Хулуси Бехчет
төр. Hulusi Behçet
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған көнө 20 февраль 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Истанбул, Ғосман империяһы
Вафат булған көнө 8 март 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][2] (59 йәш)
Вафат булған урыны Истанбул, Төркиә
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ҡәбере һүрәте
Туған тел Төрөк теле
Һөнәр төрө дерматолог, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Истанбул университеты[d]
Уҡыу йорто Военный лицей Кулели[d]
Военно-медицинская академия Гюльхане[d]
Истанбул университеты[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы
Рәсми сайт hulusibehcet.net
 Хулуси Бехчет Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Хулуси Бехчет 1889 йылдың 20 февралендә Истанбулда тыуа. 1990 йылда Истанбулдағы Гүлхана Медицина академияһын тамамлай һәм академия ҡарамағындағы дерматология клиникаһында эшләй башлай. 1914 йылдың июлендә Кыркларели хәрби госпиталенә тәғәйенләнеш ала, баш табип урынбаҫары итеп ҡуйыла. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Әдирнә хәрби госпиталендә дерматолог булып эшләй, һуғыш аҙағында, 1918 йылдың авгусынан, Будапештта һәм Берлиндағы Шарите клиникаһында эшләй. Ғосман империяһына 1919 йылдың октябрендә ҡайта.

Бер ни тиклем үҙенең клиникаһында эшләгәндән һуң, 1923 йылда Бехчет енси юл менән тапшырылыусы ауырыуҙарҙы дауалауҙа махсуслашҡан Хаскөй дауаханаһына баш табип итеп тәғәйенләнә; алты айҙан Гураб дауаханаһы дерматология клиникаһына өлкән табип итеп ҡуйыла. 1933 йылда үткәрелгән университет реформаһынан һуң, дерматология һәм сифилис кафедраһы профессоры итеп тәғәйенләнә. Байтаҡ йылдар үткәс (1947 йылда Женевалағы медицина конгресында) «Бехчет ауырыуы»[4] тигән атама аласаҡ ауырыу өҫтөндәге эшенә бәйле билдәлелек ала. 1939 йылда Истанбул университетының медицина факультеты профессоры була; 1948 йылдың 8 мартында вафат була.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Behçet H, Hodara M. Etude histologique expérimentale sur le sublimé appliqué sur la peau normale. Keçecian Matb., Istanbul, 1921.
  • Behçet H, Hodara M. Recherches sur la pathogénie de la dermatose produites par les poussiéres d’orge altérées. Istanbul, 1921.
  • Behçet H, Hodara M. Un cas de iodide noduleuse, pustuleuse, ecthymateuse et vegétante ou ioderma tubéerosum. Istanbul, 1921.
  • Behçet H. Emrazı Cildiyede Laboratuarın Kıymet ve Ehemmiyeti. Istanbul, 1922.
  • Behçet H. Halep veya Şark Çıbanlarının Diatermi ile Tedavisi. Orhaniye Matb., Istanbul. 1922.
  • Behçet H. Frengi tedavisi hakkında beynelmilel anketlerim. 1923.
  • Behçet H. Wassermann Hakkında Noktai Nazar ve Frengi Tedavisinde Düşünceler. Istanbul, 1924.
  • Behçet H. Frengi iptidai karhası ve hurdebini teşhisi. 1926.
  • Behçet H. Halep veya Şark Çıbanlarının Diatermi ile Tedavisi. Kader Matb., Istanbul. 1926.
  • Behçet H, Hodara M, Süreyya. Memleketimizde Arpa Uyuzlarının Menşei Hakkında Etüdler. Istanbul, 1927.
  • Behçet H. Frengi Niçin Ayıp Görülür, Frengiyi Neden Gizli Tutmak Adet Olmuştur. Tabiatta Ayıp Denilen Hastalık Var mıdır?, Belediye Basımevi, Istanbul, 1935.
  • Behçet H. Frengi Dersleri. Istanbul, Akşam Matbaası, 1936.
  • Behçet H. Frengi tarihi ve geçirdiği devirler. Üniv. Haft. Ist. Üniv. Yayın., No : 47, Ist. 1937.
  • Behçet H. Klinikte ve Pratikte Frengi Teşhisi ve Benzeri Deri Hastalıkları. Istanbul, Kenan Basımevi, 1940.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Hulusi Behçet // SNAC (ингл.) — 2010.
  2. 2,0 2,1 Hulusi Behçet // Who Named It? (ингл.)
  3. Головач И. Ю. Профессор Хулуси Бехчет — известный турецкий дерматолог, описавший болезнь Бехчета // Український ревматологічний журнал. — 2012. — № 2. — С. 56—59.
  4. Sanem Güvenç Salgırlı Eugenics for the Doctors: Medicine and Social Control in 1930s Turkey (инг.) // Journal of the History of Medicine and Allied Sciences. — 2011. — В. 3. — Т. 66. — С. 281–312. — ISSN 0022-5045.

Һылтанмалар

үҙгәртергә